Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Сентябрь 2020, 10:39

Яңы йыл еткәнен көтмәгеҙ!

434 юл-транспорт һәләкәтендә 10 кеше үлде, 21 кеше имгәнде...

Иҫәпкә ҡуйыу тәртибе үҙгәреүе сәбәпле Учалы районында нисә автомобиль икәнлеген хәҙер теүәл генә әйтеп булмай. Ҡайһы бер граждандар үҙҙәре беҙҙә теркәлеп ситтә йәшәй, йә киреһенсә. Автомобилдәр менән дә оҡшаш хәл. Нисек кенә булмаһын, “ҡорос аттар” көтөүе ныҡ ишәйеүе күҙгә ташлана. Ә бына “көтөүселәр”, йәғни ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һаны беҙҙә самалы икән – һәммәһе 17 хеҙмәткәр.
Юл-патруль хеҙмәтенең өлкән инспекторы Ильяс Хәлиуллин һәм пропаганда буйынса инспектор Гөлнара Ғүмәрова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Йыл башынан район биләмәләрендә 434 юл-транспорт һәләкәте һәм ваҡиғалары теркәлгән. 10 кеше үлде, 21 кеше имгәнде. 707 дана транспорт саралары зыян күрә. “Ғәҙәттә бәләгә водителдең тәжрибәһеҙлеге түгел, киреһенсә, үҙ оҫталығына артыҡ ышаныуы, вайымһыҙлығы килтерә!” – тип билдәләне инспекторҙар.
Иң йыш осраған авариялар - автомобилдәр икеһе лә хәрәкәт иткәндә (йә береһе тик торғанда) үҙ-ара һуғылыуҙар – 151 һәм 125 осраҡ. Уларҙан ҡала автомобилдең ниндәйҙер ҡаршылыҡҡа (ағас, баған һәм башҡа) бәрелеүе – 83 осраҡ. Түңкәрелеү (20 осраҡ), юлдан осоп төшөү (16), йәйәүле кешене йә юлға сыҡҡан малды тапатыу – 15-әр осраҡ. Юлға сығып авария булдырған малды билдәләү хәҙер еңелләште – ҡолаҡтарында бирка тора бит. Эйәләренә малдың үҙенең хаҡынан да күберәк сумманы йәмшәйгән автомобиль өсөн түләргә тура килә.
Һәммәһе үткән осорҙа 6863 административ протокол төҙөлгән. Берәү ҡайыш таҡмай, икенсе страховкаһыҙ йөрөй, кемдер сабыйҙарҙы махсус креслоһыҙ автомобилгә ултырта, иң йыш боҙолған ҡағиҙә - автомобилдәрҙең юлда урынлашыу, ҡаршыға үтеү, уҙыу талаптарын инҡар итеү (КоАП, 12.15-се статья).
Әлбиттә, иң борсоғаны – руль артына иҫерек ултырыусылар. Былтырғынан кәмерәк булһа ла, 259 водитель эскән килеш тотолоу бик тә хәүефле күрһәткес. Һәр береһе потенциаль кеше үлтереүсе бит! Ә 43 бәндә, был хилафлыҡ өсөн административ яза алып та, йәнә шул уҡ енәйәтте ҡабатлай. Эйе, енәйәт, был осраҡта фәҡәт 43 енәйәт эштәре ҡуҙғатылды.
Төбәгебеҙҙә 29 видеофиксатор тороуы эште апаруҡ еңеләйтте, әммә тәртип мәсьәләһен тамырҙан хәл итмәй: водителдәр видеокамера участкаһын “мулла бесәйе” саҡлы яй ғына үтә лә, аҙағынан йәнә йән-фарман ҡыуыуҙары ла мөмкин.“Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге” проекты сиктәрендә Учалы бүлексәһенә байтаҡ прибор-аппараттар ҡайтартыла. Шул иҫәптән соҡор-саҡыр үлсәмдәрен алыу, юлдың тигеҙлеген йә яҡтылыҡ кимәлен билдәләгән ҡоролмалар. “Эш итергә ныҡлап төшөндәк, бик уңайлы”, - тип билдәне инспекторҙар.
Водитель таныҡлыҡтарын яңыртыу ваҡыты еткән осраҡта ла, пандемия арҡаһында яңы йылға тиклем һуҙырға рөхсәт ителде. Әммә инспекторҙар декабрь аҙағын көтмәҫкә кәңәш итә – ул дәүерҙә сираттар оҙайыуы бар бит. Был эш тулыһынса “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша башҡарыла. Тик түләгәндә иғтибарлы булығыҙ, яңылыш икенсе төймәгә баҫып, аҙағынан ҡаңғырып йөрөүселәр ҙә бар икән.
Руль артында ҡатын-ҡыҙ артыуы инспекторҙарҙы саҡ ҡына ла борсолдормай, киреһенсә, ҡағиҙә булараҡ, улар үҙҙәрен юлда һағыраҡ тота. Ә бына автомобиль менән идара иткән ҡарттарҙың күбәйеүе.... Был етди проблемаға әйләнеүе лә бар. Закон буйынса водитель танытмалары 10 йыл үткәс кенә алмаштырыла, йәғни медицина тикшереүе лә шул арала ғына яңыра. Әйтәйек, 75-80 йәштә кәрәгенсә сос, күҙе яҡшы күргән водителдең 89 йәшкә сәләмәтлеге ныҡ ҡаҡшауы ихтимал. Ҡыҫҡаһы, быныһы һәр йөҙйәшәрҙең үҙенең намыҫында инде, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең түбәндәге урынын хәтерҙә тотоу зарур: “...диҡҡәтте һәм сослоҡто кәметкән дарыуҙар эскән, юл хәрәкәтенә ҡурҡыныс булдырырлыҡ дәрәжәлә сырхаған йә йонсоған көйөнсә транспорт менән идара итеү тыйыла”. Хоҙай һаҡлаһын, ары-бире хәл сыҡһа, был пунктты үтәмәү иғтибарға алынасаҡ.
Үҫмерҙәр елдергән төрлө ваҡ мототехника күбәйә башланы. Күбеһен “спорт инветары” тип алдаштырып һаталар . Ә аныҡларға “оноталар”: төрлө мини-мотоциклдар менән водитель таныҡлыҡтары булмаған үҫмерҙәргә дөйөм юлдарға сығыу тыйыла, махсус тәғәйен майҙансыҡтарҙа ғына йөрөргә тейештәр. Хатта, мопед менән дөйөм юлдарҙа идара итеү өсөн 16 йәш тулыуы һәм водитель таныҡлығы – мотлаҡ шарт! Үкенес, талапты күҙәтмәүселәр ҙә бар. Бер генә миҫал -2 сентябрь кисе 6 тирәләрендә Учалы ҡалаһының Ленин урамында мотоцикл менән идара иткән 15 йәшлек үҫмер 13 йәшлек ҡыҙҙы төрттөрә. Йәйәүлеләр юлды сығыу өсөн тәғәйен урында! Балаҡайға медицина ярҙамы күрһәтелә, шөкөр, иҫән-һау ҡалған. Эйе, бәлиғ булмағандарҙы закон боҙоп транспорт менән идара иткән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырып булмай. Әммә был бәлә сығарыусылар ҡоро ҡаласаҡ тигәнде аңлатмай. Алабарман мотоциклсының ата-әсәһенә 5 мең һәм 30 мең һумлыҡ административ штрафтар һалынды – балалары водитель танытмаһы булмайынса мотоцикл менән идара иткән өсөн һәм водитель танытмаһы булмаған кешегә идара итергә транспорт биргән өсөн. Бына шулай!
Белорет трассаһына хәҙер асфальт түшәлгән Баҙарғол йүнәлеше аша ла сығып була. Был тирәлә хәрәкәт ҡырҡа йәнләнде. Водителдәр саманан тыш ҡыҙыу елдереп, юл аша мәктәпкә барған балаларға, көтөүгә ҡыуылған малға ҡурҡыныс булдырмаһын тип борсола урындағы халыҡ. Һәм видеофиксатор, “ятҡан полицей” ҡоролмаһын хәстәрләүҙе үтенә ине. Әңгәмәселәребеҙҙең яуабы – был мәсьәлә ҡаралһын өсөн башта район хакимиәтенә һәм ЮХХДИ бүлексәһенә урындағы ауыл Советының мөрәжәғәте талап ителә. Әлбиттә, хатта етди дәлилдәр күрһәтелергә тейеш.
Читайте нас: