Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Сентябрь 2020, 21:05

Алтын бөртөгө

Алты йәшлек Замир йүгереп өйгә инде лә шым ғына әсәһе янына килеп баҫты.Түрбашта ҡамыр баҫып тороусы Фирзинә, бойоғоп шымтайып ҡалған балаһына йылмайып ҡараны.- Минең алтын бөртөгөмә ни булған? Берәйһе ҡыйырһыттымы әллә балаҡайымды?- Әсәй! Тыума нимә була ул?- Аһһ! - Фирзинә янындағы ултырғысҡа сүгәләне.Йөрәген ҡапыл ҡоршау ҡыҫтымы ни.

Алты йәшлек Замир йүгереп өйгә инде лә шым ғына әсәһе янына килеп баҫты.Түрбашта ҡамыр баҫып тороусы Фирзинә, бойоғоп шымтайып ҡалған балаһына йылмайып ҡараны.- Минең алтын бөртөгөмә ни булған? Берәйһе ҡыйырһыттымы әллә балаҡайымды?- Әсәй! Тыума нимә була ул?- Аһһ! - Фирзинә янындағы ултырғысҡа сүгәләне.Йөрәген ҡапыл ҡоршау ҡыҫтымы ни.- Илгиздең әсәһе мине тыума тип әрләне.Минең атайым юҡмы? Әсәй, ҡайҙа минең атайым?!Фирзинә белә ине бит ошо көндөң ҡасан булһа ла берәй заман килеп етерен.Һәм улының был һорауҙы ла бирәсәген аңлай ине. Тик был тиклем тиҙ булыр тип көтмәгәйне генә.Ҙурайғас аңлатырмын тип уйлай торғайны.Бәләкәс кенә баланың шундай итеп һорау алырын башына ла килтермәй ине Фирзинә. Ә улы әсәһенә күҙҙәренең уғын сәнсеп, ныҡышып һорау ала.Ҡатын нимә тип яуап бирергә лә белмәй баҙап ҡалды,ыҡ- мыҡ итте.- Бәпесем, атайың үлде бит, тип ҡотолорға уйланы.- Үлгән кешене зыяратҡа күмәләр.Зыяратҡа барайыҡ! - тимәһенме улы.Фирзинә аптыранды, ә Замир ҡуйырҙан ҡуйманы.- Атайымдың ҡайҙа ятҡанын күргем килә.
Алмабикә әбей менән Әхмәҙулла бабай ете балаға ғүмер бирҙеләр.Егәрле, матур ғаилә һаналды улар ауылда.Бабай сыбыртҡыһын һөйрәп ғүмере буйы көтөү көттө, ҡатыны быҙау ҡараусы булып эшләне.Хөкүмәт эшендә лә өйҙә лә өлгөрҙөләр.Тормоштары етеш, ҡорған доньялары ысыньяһау ине уларҙың.Доньяны икәүләп бер төптән егелеп тарттылар, шуғалыр ҙа тормоштары гөрләп алға барҙы. Әхмәҙулла бәһлеүәндәй ҙур кәүҙәле,киң яурынлы, асыҡ йөҙлө,телдәр кеше.Ҡатынын да балаларын да яратты.Алмабикәне ҡыҫҡартып, Алмаҡай тип кенә йөрөттө.Ике улы ла армиянан һуң хеҙмәттә ҡалдылар.Офицер улдары менән ғорурланды ул, улар тураһында һөйләгәндә хатта ауыҙынан төкөрөгө ҡойолоп китер ине.Ҡыҙҙарын әллә ни күрҙе. Һәр береһенең ҡушаматы бар.Биш ҡыҙ үҫте улар. Иң өлкән ҡыҙҙары Мәликә оҙон сәсле, аҡ ҡына йөҙлө булды.Атаһы ҡыҙын яратып һыуһылыуым тине. Унан ҡала Мәҙинә.Мәҙинә ғаиләләге иң уҫал ҡыҙ ине,бөтәһен өйөрөп,бойороҡ биреп тыңлата ине.Әхмәҙулла ҡарт икенсе ҡыҙына батшабикә тип исем таҡты. Әҡлимәләре малайҙар һымаҡ булды, ҡыҙҙар менән аралашманы.Малайҙар менән атыш уйнаны,футбол типте, ҙурайғас ағайҙарына эйәреп утынға йөрөнө.Бесән сапҡанда булыр булмаҫ ирҙәреңдән уҙҙыра ине.Мотоциклда йөрөнө,аҙаҡ машинаға ултырҙы.Атаһы ҡыҙына генерал тип исем ҡушты.Генерал уҡ булмаһа ла ҡыҙ юғары үрләне.Афганистанда хеҙмәт итеп ҡайтты.Фәриғәләре йоҡаҡ ҡына кәүҙәле, йыуашыраҡ, тыныс холоҡло булып үҫте. Әллә ҡарау етмәнеме, ҡыҙ бәләкәйҙән йыш ауырыны.Күбеһенсә өйҙә генә ултырҙы.Бар белгәне йыуыу- йышыу,бешереү төшөрөү,бәйләү- тегеү булды.Әсәһе янында күбеһенсә ул йөрөнө.Атай әсәһе лә ҡартайғас үҙҙәрен ошо ҡыҙҙары ҡарар тип өмөтләнделәр.Өмөтбикә тине уны атаһы, йәнәһе лә бөтә өмөттәре ул микән?Иң кинйәләре Фирзинә иркә,тиктормаҫ,үҙһүҙле булып үҫте.Әсәһе әҙерәк ҡатыраҡ тоторға тырышһа ла, атаһы иркәләтте ҡыҙын. Алтын бөртөгөм тип кенә йөрөттө үҙен.Кинйә ҡыҙҙы ағайҙары ла апайҙары ла ҡулдан- ҡулға йөрөтөп, аяғын ергә тигеҙмәй тиерлек күтәреп кенә йөрөтөп үҫтерҙеләр. "Өф" итеп кенә.Бигерәк Фәриғә апаһы яратты һеңлеһен.Матур матур күлдәктәр текте, сәсен һәр көн төрләндереп үрҙе.Әхирәттәре араһында Фирзинә иң бай,иң матур һәм иң бөхтә ҡыҙ булды. Бер ҡайғыһыҙ,моңһоҙ,шат,шаталаҡ булып үҫте ул.Әсәләре Алмабикә апай төҫкә матур, ипле ,эшкә бөтмөр ҡатын булды.Ҙур, матур,татыу ғаиләһе менән бәхетле ине ул.Апайҙары бер- бер артлы кейәүгә сығып китеп бөттөләр.Фәриғә генә ауылға сыҡты. Каникулдарҙа алмашлап дүрт апаһында ҡунаҡ булып йөрөр ине Фирзинә. Тормоштоң ауырлығын күрмәгән ҡыҙ бер нигә лә иҫе китмәй йәшәне.Апайҙары,ағайҙары саҡырып тора, аҡсаһын күпме кәрәк бирәләр,ни теләһә шул алдына килеп кенә тора.Атай әсәй ҙә әллә ни эшкә ҡушмай,әсәһе үҙе шәп.Ҡушмаһалар ҙа Фирзинә ҡул ҡаушырып тик ултырмай ул, әсәһенә ярҙам итә.Фәриғә апаһы больнистан сыҡмай,уның доньяһын да балаларын да ҡарау Фирзинәнең елкәһенә төшә.Мәктәпте бөткәс ҡыҙ уҡырға теләмәне, институт бөтөп эшләмәй өйҙә ултырған Фәриғә апаһына төрттөрҙө, ыҙалап ниңә уҡырға, ирҙең ыштанын йыуырға диплом кәрәкмәй тип ебәрҙе.Фәриғә өсөнсө бәпесенә йөклө ине,больницаға һалдылар.Өйөндә һеңлеһе ҡалғас Фәриғәнең күңеле тыныс.Алһыуы менән Айгөлө ҡараулы.Рәхимйәне көнө буйы эштә, автобус водителе булып эшләй ул.Фирзинә ашарға бешерә,өҫтәрен йыуа.Һыйырын һауырға ғына ҡурҡа,уныһын күршеһенә әйткән Фәриғә.Рәхимйән телгә бөткән,татлы һүҙле,шаян,баҫҡан ерендә ут сәсрәтеүсе ир.Балдыҙын ҡосаҡлаған,үпкән булып шаяртырға ярата.Инде егерменсе йәше менән барған еткән ҡыҙ еҙнәһенең холҡона өйрәнеп тә бөткән ине.Апайҙары ла һеңлеләренең еҙнәләре менән шаярыуына ғәҙәти хәл итеп ҡаранылар.Өлкән еҙнәләре саманан сыҡманы,Рәхимйән өсөн генә кәртә юҡ ине.Уның ҡосаҡлап алып ҡайнар тынын бөркөүен, биленә төртөп үтеүен,уйламағанда күтәреп алып өйөрөлтеүен тыныс ҡабул итте.Утыҙ биш йәшлек ирҙең типһә тимер өҙөрлөк,ҡаны ҡайнап торған сағы.Ҡатыны йөклөлөкте ауыр үткәрә,унда ире ҡайғыһы юҡ.Ике балаһын саҡ тапҡайны,Рәхимйәнгә ул табам тип өсөнсөһен уйланы.Хәҙер больнистан ҡайтып килмәй.Эргәлә генә шундай сибәр, һомғол буйлы, йәш ҡыҙ ҡолонсаҡтай уйнаҡлап йөрөгәндә нисек түҙергә һуң?Ваҡ- төйәк эште теүәлләп, киске тамаҡты ашап һауыт- һабаны йыйыштырып, балаларҙы йоҡлатып Фирзинә лә ятты.Иҙерәп йоҡоға талған ҡыҙ,үҙен көслө ҡулдарҙың ҡыҫып ҡосаҡлауына уянды.
Фирзинә ҡаршылашманы.Был хәлдең ҡасан булһа ла бер килеп буласағын һиҙенә ине ул. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙҙа үҙен иң матуры итеп тойоу, үҙен генә яраттырыу тойғолары көслө ине.Ул һәр ваҡыт аптырап уйлана торғайны,нишләп кешеләр үҙҙәренә тиң йәр һайлай белмәүенә.Мәҫәлән,Фирзинәнең уйынса, шаян һәм сибәр ут кеүек Рәхимйәнгә сирләүҙән башы сыҡмаған Фәриғә апаһы һис кенә лә тиң түгел ине.Фирзинәнең артынан бишенсе кластан алып үҙенән ике класҡа юғары уҡыусы Хәмит йөрөнө. Хәмит тә ут кеүек егет, тик Фирзинә тиңдәш егеттәрҙе һанға һуҡманы.Уларға бала сағаға ҡараған кеүек ҡараны. Ә Рәхимйән еҙнәһе бөтөнләй башҡа ине шул, ҡыҙ үҫкән һайын еҙнәһенә нығыраҡ ғашиҡ була барҙы.Күңелендәге осҡон яйлап ут ялҡынға әүерелә барҙы, шул ут ялҡын тиҙҙән бөтә ғаләмде ялмап алды.Башын юғалтҡан ҡыҙ бер ниҙә уйлай алманы, ирҙең ҡосағына үҙе ырғыны.Гел генә уны һөйҙөләр,яраттылар һәм иң яҡшы бөтә нәмә "алтын бөртөгөнә" генә тейеш ине.Мин - мин тип кенә үҫкән самаһыҙ тәкәббер ҡыҙҙың күңелендә башҡаларҙы уйлай белеү, туғанлыҡ хисе, яҡындарың алдында һаҡланырға тейешле бурыс, тоғролоҡ кеүек сифаттар бөтөнләй юҡ ине.Үҙен һөйөп, иркәләп үҫтергән ҡан туғаны Фәриғәне йәлләү, уның күңелен уйлау башына инеп тә сыҡманы Фирзинәнең.Аша атлап сығырға тейеш булмаған кәртәне емереп атлап сыҡты ҡыҙ.Шундай көслө, ҡыйыу һәм тирә- яҡҡа нур сәсеп тороусы ир-егеттең бары тик үҙенә генә тиң була алыуына иманы камил ине уның.Бәпәйҙән көс- хәл менән бушанып,саҡ аяғына баҫҡан апаһын да, еҙнәһенең үҙенән күпкә өлкән икәнен дә, апаһының береһенән- береһе вағыраҡ өс балаһын да,атай- әсәһен дә уйламаны ҡыҙ.Күптән урғылырға әҙер булған вулкан ярһып атылды.Доньяның аҫты-өҫкә әйләнде, янып-ярһып һөйҙө ул еҙнәһен.Шундай ҡайнар һөйөүгә ҡаршы торорлоҡ ир заты юҡтыр ул доньяла.Ирҙең аҡылы юйылды,күңеле аҙҙы, аҙаҡ ни булырын уйламанылар икеһе лә.Һәр бер бәхетһеҙлектең башы, ярһыу алдан аҡыл арттан була икәне был юлы ла өҫтөнлөк итте.Ялҡынлы һөйөшөү Фәриғә больницанан ҡайтҡас та дауам итте.Ҡасып- боҫоп,мунсала йәки кәртә артында осрашыуҙар йышайҙы.Бәпесен саҡ табып алған Фәриғә оҙаҡ мандый алманы.Ул бер нимә лә һиҙмәне, үҙ яйына йәшәй бирҙе.Иң яҡын һәм ҡәҙерле кешеләренең хыянаты уйына ла инеп сыҡманы.
Күпмелер ваҡыттан һуң Фирзинә үҙҙәренә ҡайтты, апаһы ҡайтмайыраҡ тор тиһә лә тыңламаны.Сабыйын күтәреп атай йортона хәл белешә килгән Фәриғәне әсәһе сеңләп илап ҡаршыланы.- Ҡәһәр һуҡҡыры! Күпме әйттем атаңа, ҡыҙ баланы шыйыҡ сыбыҡ менән ярып үҫтерер кәрәк.Атаң иркәләтте бит.Ана ултыра "алтын бөртөгө" бүлмәһенән сыҡмай... Ауырлы тиҙәр бит,бөтә ауыл шаулап һөйләй,мин бер нәмә белмәй йөрөйөм.Өйөңдәге хәлде күршеңдән һора тиеүҙәре шулдыр инде.Әсәһе туҡтамай иланы ла иланы,һөйләне лә һөйләне.Сеңләп илаған әсәһен нисек йыуатырға белмәгән Фәриғә йыуаш ҡына өндәште.- Аһ, аһ... Сығып та йөрөмәне лә баһа,егеттәр менән йөрөгәне лә тойолманы бит әле.- Кеше араһына сығырлығымды ҡалдырманыыыы , Алмабикә апай сеңләп иланы ла иланы.Ҡартайып, кесерәйеп киткән атаһы түргә үтергә ҡыймаған етем балалай, ишек төбөндәге ултырғыста ултыра ине.Башын эйеп кенә өндәшмәй,тубығын ыуғылап ултырған атаһын нығыраҡ йәлләне Фәриғә.Уның ни уйлағанын белерлек түгел, һиҙҙермәй генә уфтана ла уфтана.Исмаһам бер һүҙ әйтһәсе.Алмабикә апай балаларына ҡатыраҡ булды, атайҙары иркәләтте уларҙы.Нисәмә бала үҫтереп ундай бындай хәлгә тарыманылар.Кинйәләре оятҡа ҡалдырҙы уларҙы кеше араһында.Әлбиттә,таяҡтың йыуан башы атайға төштө.Фәриғәнең һеңлеһе менән һөйләшергә тырышып ҡарауы ла һөҙөмтә бирмәне.Үҙ бүлмәһенә бикләнгән Фирзинә ишекте асманы.Фәриғә ҡайтып китте.Иренә булған хәлде аптырап һөйләне.Рәхимйәндең төҫө ҡасты.Уйындан уймаҡ сығырын уйламағайны шул ул.Әлегә береһе лә белмәйҙәр ахрыһы боҙоҡлоҡтоң башы ул икәнен, белһәләр ни буласаҡ,күҙ алдына килтерергә ҡурҡты ул.Рәхимйән төнө буйы йоҡламаны, тәмәке артынан тәмәке тартып тупһала таң һыҙылғанса ултырҙы.Хәҙер нишләргә инде? Фәриғәһе кисерерме һуң уны?Ҡайны-ҡәйнәһе күҙенә нисек ҡарар? Әсәһенә нисек күренер?Ир ҡара ҡайғыға батты.Иртәнсәк тороп, өй тирәһендәге ваҡ- төйәк эшен теүәлләгәс,Фәриғә тағы атай йортона юлланды.- Бәпәй йоҡланы,ҡараштырып тороғоҙ.Плитәлә ит ҡайнай,байҡарһығыҙ.Мин оҙаҡламам,барып хәлдәрен белеп киләйем, тип иренә һәм ҡыҙҙарына фарман бирҙе лә сығып йүгерҙе.Рәхимйән бер гонаһһыҙ,бер ҡатлы,кеше өсөн йәнен бирергә әҙер ҡатынын йәлләп,йотлоғоп ҡарап ҡалды.Был тормош шулай үкенестәрҙән генә торамы икән ней? Иң үкенеслеһе,больницанан ҡайтҡаны бирле Фәриғәһен бер тапҡыр ҙа ҡосаҡламаны, һөймәне.Ярата бит ул Фәриғәһен,ярата.Тик ниндәй шайтан ҡотортто һуң уны? Нимә етмәне уға?Матур ғына барған тормошон үҙ ҡулдары менән емерҙе.Артабан нисек йәшәргә?Рәхимйәндең башы ҡатты.Фәриғә лә бер ни ҙә эшләй алмай инде, атай - әсәһе лә һеңгәҙәп ҡалған. Була торған хәл булған, инде ҡалайтаһың башты ташҡа бәреп булмай.Бары тик егетенең кем икәнен белеп, баланы етем итмәүҙе генә һорарға теләүе ине уның.Тик Фирзинә бүлмәһенә бикләнгән дә бер кем менән дә һөйләшергә теләмәй.Атаһы өндәшмәй,әсәһе ҡарғанып илауҙан башҡаны белмәй,Фәриғә әсәһе менән ҡуша илаша ла ҡайтып китә.Оҙаҡламам тиһә лә, оҙағыраҡ ултырып ташлаған.Ҡайтһа ире күренмәй,берәй ергә сыҡҡандыр.Ике ҡыҙы ишек алдында күрше ҡыҙҙары менән сынаяҡ уйнай.Бәпес ҡоласын ташлап һаман иҙерәп йоҡлай ине.- Йоҡосо, ҡалай оҙаҡ йоҡлайһың, Фәриғә бәләкәсен һөйгөһө килеп ипләп кенә танауынан, биттәренән үбеп алды.Тәмле генә еҫтәрен бөркөп, иҫ белмәй йоҡлаусы сабыйын еҫкәп-еҫкәп яратты ла, турбаш яғына сыҡты.Иттең һурпаһы ҡайнап бөтә яҙған.Фәриғә асыуһыҙ ғына һуҡрана- һуҡрана аш йүнәтергә тотондо.Ул арала күршеһе Вәзимә килеп инде.Фәриғә өҫтәлгә туралған итен ултыртты, ҡомалаҡ еҫтәрен аңҡытыусы хуш еҫле икмәген телде.- Маҡтап ҡына йөрөйһең, күршекәйем.Хәҙер аш өлгөртәм.Аш бешеп сыҡҡас, ашап алдылар ике күрше.Шунан һөйләшә- көлөшә баллап- вәринйәләп сәйгә керештеләр.Күберәге Фәриғә һөйләп көлдө,Вәзимә генә ултырған урынына энә ҡаҙалғандай борғоланды, күршеһенә ниҙер әйтергә теләгәндәй уҡтала биреп ҡуйҙы ла тағы туҡтаны.Вәзимәнең күҙе осло, өҫтәл ситендә ятҡан дәфтәр битен ингәс тә үк абайлағайны,арлы- бирле булһа ла күҙ сите менән генә нимә яҙылғанын да уҡып өлгөрҙө.Күршеһенең үҙен тотошона ҡарап уҡымағандыр,күрмәгәндер тип уйлап ,нисек әйтергә белмәй боршаңлап ултырыуы ине уның.Ахырҙа түҙмәне:- Күрше, бынау ҡағыҙҙы күрмәнеңме әллә?- Ниндәй ҡағыҙ? - Фәриғә иғтибарһыҙ ғына һораны.- Рәхимйәнең яҙған түгелме?Фәриғә бер ни аңламай ҡағыҙға күҙ йүгертте.Рәхимйәне яҙған шул.Ғәфү үтенгән.Хушлашҡан.Аһ,аһ! Ҡайҙа киткән уның Рәхимйәне?! Фәриғә бер нимә лә аңламаны, аптыраулы ҡараштарын күршеһенә төбәне.Әйтерһең дә, әле генә ҡояш балҡып торған күк йөҙөн ҡара болот ҡапланы.Фәриғәнең аяҡ аҫтынан ер шыуҙы.Инде хәлдең айышына төшөнгән ҡатын, ҡырҡылған ағастай иҙәнгә ҡоланы.Вәзимә ирен алып килде,врач саҡырттылар.Рәхимйән алыҫ китмәгән,утын һарайына инеп аҫылынған ине.Кеше доньянан киткәндә була торған ҡәҙимге ығы- зығы башланды.Рәхимйәнде ҡалаға экспертизаға алып киттеләр.Уны кире алып ҡайтҡанда көн кисләгәйне инде.Әсәһе, ҡайны-ҡәйнәһе, һеңлеһе менән кейәүе һәм ауылдаштары йыйылды.Врач килеп укол эшләгәндән һуң әҙерәк тынысланған Фәриғә иренең баш осонда ултырҙы.Керпек ҡаҡмай иренә текләп ултырыусы ҡатын, уның үлеменә ышанғыһы килмәне.Юрый ғына яталыр кеүек тойолдо уға.Хәҙер һикереп торорҙа ҡосаҡлап алыр,шарҡылдап көлә-көлә күтәреп өйөрөлтөр һымаҡ тойолдо.- Ҡурҡтыңмы? Шаярттым ғына бит.Фәриғә бының шулай түгеллеген аңлаһа ла һаман өмөтөн өҙгөһө килмәне.Нишләп кенә бындай юлға барҙың һин? Ғәфү итмәҫ инемме ни мин һине? Әгәр һин уны һайлаһаң мин бит һиңә сат йәбешмәҫ инем,Фәриғә бер туҡтауһыҙ әрнеп уйланды. Үҙе менән ире араһына ингән һеңлеһенә инде нисек ҡарарын да,уның менән нисек һөйләшерен дә уйламай ине әле ул.Бөтәһен дә аптыратып Фирзинә килеп инде.Юҡ, әлегә бер кем дә бер нимә белмәй әле, уның килеүенә лә аптырамаҫтар ине лә,ҡылығына бөтә кеше "аһ" итте.Берәүҙән дә тартынып тормай Рәхимйәндең өҫтөнә үкереп илап ауҙы ул.Биттәренән,маңлайынан үбә-үбә , ҡысҡырып һөйләнеп иланы ул.- Ниңә мине ташлап киттең?! Ошо хәлгә ҡалдырып ташларға хаҡың юҡ! - Фирзинә йоҙроҡтары менән Рәхимйәндең күкрәген төйҙө.Фәриғә шаҡ ҡатты.Әхмәҙулла ҡарт башын түбән эйҙе, һәр кем ни эшләргә белмәгәндәй шаңҡып ҡалды.Рәхимйәндең һеңлеһе Зилфә Фирзинәне елтерәтеп тартып торғоҙҙо ла,этеп-төртөп тигәндәй тышҡа алып сыҡты.- Кит, йүнһеҙ! Мәйет өҫтөндә ни ҡыланыуың был? Ярамай улай.- Мин хәҙер нишләйем, үлеп ҡотолдо,сволочь! Ә мин нишләйем?!Шашынған Фирзинәгә ҡарап торған Зилфәнең аңына яңы барып етте барыһы ла.- Ах! Һинме ней әле бола башлығы.Һинең арҡаңда ағайым үлеп ятамы ней?! - хәҙер инде Зилфә шашты. Фирзинәне йығып алып типкеләүсе ҡатынды тышта тороусылар саҡ айырып алдылар.
Әйҙәгеҙ, яҡындары хушлашып күреп ҡалығыҙ.Тәрбиәләгәндән һуң йөҙөн асырға ярамай, тип ҡарттар рөхсәт биргәс туғандары Рәхимйән менән хушлашып сыҡтылар.Ҡатын- ҡыҙға зыяратҡа барыу тыйыла тиһәләр ҙә,был яҡта тыймайҙар. Һәр кем ҡатыны,әсәһе, ҡыҙы барып хушлашырға, ҡәберенә тупраҡ ташларға хаҡлы тине мулла.Бары тик йөклө йәки йөрәк ауырлыларға ғына бармаҫҡа тигән кәңәшен бирҙе.Фәриғә барҙы.Фирзинә лә барҙы, тик ул кеше сығып бөткәнсе инмәне,зыяраттың тыш яғында торҙо.Кешеләр шым-шым бышылдашты, күбеһе уны ғәйепләне,Фәриғәне йәлләнеләр.Өсөн уҡытҡанда һөмһөҙләнеп килгән Фирзинәнең юлына Зилфә арҡыры төштө.- Еләктәй еңгәмде ирһеҙ,өс балаһын атайһыҙ ҡалдырҙың! Ҡабат был тупһаға аяҡ баҫаһы булма!- Баҫмаҫмын да, теләһәм һинең иреңде лә тартып алырмын!Көлә- көлә сығып киткән Фирзинәнең артынан бар халыҡ аптырап, баш сайҡап ҡалды.Ир-ат өсөн ҡатын- ҡыҙ заты үлешергә әҙер икәненә тағы бер ҡат инандым. Тере саҡта ғына түгел,үлгәс тә талаш тартыш дауам иткән осраҡтар күп.Үҙенең законлы ире булһа ла Фәриғә талашмаҫ ине,әгәр Рәхимйән мин башҡаны яратам тиһә,ҡаршы төшөр инеме ни һуң? Ул бит аңлашманы ла ташлап китте лә барҙы.Иң аянысы ошондай юлды һайлауы ине уның.Фәриғә һеңлеһен әрләмәне лә,ҡарғаманы ла.Уның башына ла аҡылына ла һыймай ине был хәл.Ул бит абайламай ҙа ҡалған.Уның бәләкәс кенә, иркә генә һеңлекәше ҡайһы арала шулай уҫал һәм яһил ҡатынға әүерелгән? Фәриғәнең өҫтөнә һыуыҡ һыу ҡойолғандай өшөнө,ҡалтыранды.Фәриғә ҡабат атай йортона аяҡ баҫманы,Фирзинә уларға килмәне.Ике бер туған ирешмәне талашманы,өнһөҙ генә сит -ят кешеләргә әүерелде.Әсәйҙәре Фирзинәне ҡарғаны, Фәриғәнән ҡайтып килмәне.Атай кеше уныһын да йәлләне,быныһын да йәлләне.Ике уртала ҡаңғырып йөрөй бирҙе.
Өлкәндәрҙең ҡылған яңылыш хаталарында гөнаһһыҙ сабыйҙың ни ғәйебе бар? Мәле еткәс ней, доньяға ауазын һалды ул.Ап- аҡ шалҡандай малайҙың ер йөҙөнә килеүенә ҡыуаныусыларҙың һаны ла күп түгел ине.Әсәй булыу бәхетенең ни тиклем татлы ла,ғазаплы ла булыуын үҙе әсәй булған кеше генә аңлайҙыр.Фирзинә лә бәхеттең етенсе ҡатындағылай тойҙо үҙен.Уның өсөн доньяла ошо татлы төргәктән башҡа ҡәҙерле бер ниҙә юҡ ине бөгөн.Сабыйҙы тағы бер кеше ҡолас йәйеп ҡаршыланы.Әхмәҙулла ҡарт.Ейән һөйөргә зар интизар булған ҡарт ҡыуанысынан илап ебәрҙе хатта.Сөнки бер балаһының да улы булманы,бөтәһендә лә ҡыҙҙар ине.Тәүге һәм бер бөртөк ейәненә Замир тип исем ҡуштылар.Алмабикә әбей баланы ҡарашһа ла һөймәне.Хәтере ҡалған әсәй ҡыҙын кисерә алмай ыҙаланды. Урамға сығып ғәйбәт ишетеп ҡайта ла тотона ҡыҙын әрләргә.Ә Фирзинә сабыйына биш ай тулыр тулмаҫтан имсәк ташлатты.Юҡ,анауынса сибәр ҡыҙ балаға батып өйҙә ултырырға теләмәне.Кис етһә,һыланып- һыйпанып сығып юғалды,таң атҡас ҡына ҡайтып инде.Бала тулыһынса өләсәһе менән ҡартатаһы ҡарамағында ҡалды.Ауылдың һүҙсән ҡатындары Фирзинә тураһында ҡырҡҡа түкмәстереп һөйләнеләр.Шуның ире менән йөрөй, бының ире менән тотолған тигән һүҙҙәр,күк йөҙөндәге ҡара болоттарҙай ҡуйырғандан- ҡуйырҙы.Зилфәнең ире Илһам менән ҡаңғыра тигән хәбәр таралды ауылда.Зилфә күпме баҫтырһа ла тота алманы уларҙы.Өйҙә ызғыш- талаш көсәйҙе.Ире күҙгә ҡарап йөрөмәйем тип ант итте Зилфәгә.Фирзинә осрап бер ҡаш һикертһә,доньяһын онотто.Ахырҙа,Зилфә сыҙаманы, күтәреп һуғып әсәһенә ҡайтып китте.Дошман еңелде.Артабан Илһам менән осрашыуҙың ҡыҙығы юҡ ине Фирзинә өсөн.Кешене күрәалмау, көлөү һәм үс алыу кеүек хистәрҙән башҡа тойғолар юҡ ине уның күңелендә.Ул шаярҙы,көлдө,һәр бер күҙгә күренекле иргә ҡармаҡ ташланы.Бөтәһе лә булмаһа ла күптәр ҡапты шул ҡармаҡҡа.Күпме ҡатындар күҙ йәшен түкте.Күпме балалар өйҙәге талаш- тартыштан ыҙа сикте.Ә күпмеләре айырылышты.Әммә,бер нимә лә мәңгелек түгел,һәр нәмәнең сиге була.Алмабикә апай магазинға барып ишетеп ҡайтты был хәбәрҙе.Фирзинә тағы ауырлы тиҙәр ҙә баһа,әйбер алыуҙан бигерәк, ғәйбәт һөйләшеү өсөн йыйылған ҡатындар Алмабикәне әллә күрмәнеләр,әллә күрмәмешкә һалыштылар,сыр-сыу килеп Фирзинәне тикшерҙеләр.Һуңғы осорҙа Әхмәҙулла ҡарт ауырып китте,күбеһенсә ятып ҡына торҙо.Һәм оҙаҡ та тормай был доньяны ҡалдырып китеп тә барҙы.Ҡартын ерләгәс саҡ йөрөгән әсәһе Фәриғәһенә күсте.Ҡасандыр гөрләп торған атай йортонда Фирзинә улы менән яңғыҙ ҡалды.
- Алайҙа ғына килгәнмен, алайҙа ғына! Балаҡайҙарҙы туңдырыр инең бит. Фәриғә юл буйы бер туҡтауһыҙ һөйләнделә һөйләнде, Фирзинә өндәшмәй генә Замирын етәкләп апаһы артынан юрғаланы.Апаһы өйөндә йылы һәм рәхәт ине.Аҙна тирәһе йәшәнеләр унда.Фәриғә утын йүнләне, зәғиф балаға пенсия юллауҙы ла үҙ өҫтөнә алды.Фирзинәне мәктәпкә иҙән йыуыусы булып эшкә төштө, Зарифты апаһы ҡарар тип килештеләр.Яйлап Фирзинәнен тормошо ла башҡа кешенеке кеүек яйға һалынды.
-Атайым ҡайҙа? тигән һорау алыу барған мәлдә генә, тәҙрә аша Хәмиттең инеп килеүен күреп ҡалған Фирзинә, ана атайың инеп килә, тип әйтеүен үҙе лә һиҙмәй ҡалды.Баланың күҙҙәре ялт итеп ҡалды.Бөтә донья нурға сумдымы ни, ҡыуаныстан шар ҙа мар ҡысҡырып инеүсегә ҡаршы йүгерҙе малай.
-Атайым ҡайтты! Атайым!Хәмит Замирҙы күтәреп юғары сөйҙө, икенсе ҡулы менән Фирзинәнең яурынынан ҡосаҡланы, ҡатын иһә башын егеттең яурынына һалып уға һыйынды. Бөтә өй эсен бәхет нурҙары сорнап алды.Мәж килеүсе өсәүгә күҙҙәрен шарҙай итеп текләп урындыҡта ятыусы телһеҙ Зариф та,мине оноттоғоҙ тигәндәй, ниндәйҙер тауыштар сығарып үҙенсә геүләне.
Зәһүрә әбей ауыҙындағы ҡанды төкөрмәне. Улының аҙымын өнһөҙ генә ҡабул итте.Ғәйбәт сәйнәүселәрҙе лә ауыҙҙарын тиҙ яптырҙы.Ауылда уҫал тигән даны таралғанғамы икән, Зәһүрә әбей менән һүҙләшеүҙән күптәр ҡурҡаине.Әбей йүгермәләп өҫтәл әҙерләне. Кесе улын ебәреп Фәриғә менән Алмабикә әбейҙе алдырҙы, Хәмит менән Фирзинәне саҡыртты, ауылдың муллаһына әйттерҙе.Матур итеп никах уҡытты, ҡоҙағыйына бүләктәр бирҙе.Йәштәргә ризалығын бирҙе.Әҙәм балаһы ғына тугел, дүрт аяҡлы ат та абына.Фирзинә лә күп яңылышты.Ҡылған ҡылығына язаның да иң ауырын алды,хаҡтың иң ауырын түләне.Бөгөн уның баш осонда ҡояш балҡыны.Фирзинәнең дә үҙенә насип булған бәхетенә хаҡы барҙыр тигән уйҙа ҡалам.
Миңзифа Ҡашҡарова.
Фото: 24tv.ua
Читайте нас в