Сафия кер йыуырға тип мунсаһына һыу тултырып, мейесенә ут тоҡандырҙы ла өйөнә инде. Өйҙәре ҙур уларҙың. Заманса итеп төҙөлгән матур йорт, өйҙөң эсе бүлмәләргә бүленгән. Мейесте күптән боҙоп ырғыттылар, торбалар үткәрелгән, газ менән йылытыла. Кухняны ла икегә бүлдереп эшләтте ул. Бешерә торған яғы айырым, ашай торған яғы айырым. Хатта туалеты ла өйҙә. Әлегә ауылда ундай өйҙәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ.Мөйөштәге газ плитәләге кәстрүлдә тәмле еҫтәр аңҡытып ит ҡайнай. Хәҙер ире Зарифы ҡайтып инер. Ҡайтыуына аш өлгөртә һалыр кәрәк. Сафия бөтмөр ҡатын. Бер ваҡытта ла ялҡаулана белмәй ул. Әсетеп икмәген һала, гәзитте аша уҡырлыҡ итеп йоҡа ғына һалмаһын йәйә, йәшелсәһен тоҙлай, әллә нисә төрлө үәринйәһен ҡайната. Сафия итен ҙур туҫтаҡҡа һоҫоп алып һалды ла, һурпаһын һөҙөп ҡойҙо. Һалмаһын төшөрөп өлгөрмәне, ире Зариф йүгереп инде.- Ҡарағаш, эшеңде ҡуйып тор, күршебикә үтеп ҡалған, мин ирҙәр менән ҡәбер ҡаҙа киттем. Ире йәһәт йәһәт өҫтөн алыштырҙы ла сығып та йүгерҙе.Зарифты ел осорҙомо ней,Сафия аңшайып торҙо ла ҡалды.Күршебикә үтеп ҡалған тинеме шул? Аһ,аһ! Кисә генә дөңкөлдәтә баҫып магазиндан ҡайтып килгәнен үҙ күҙе менән күргәйне лә баһа Сафия.Сафияла аш ҡайғыһы китте,тәҙрәнән күршеләре яғына күҙ һалды.Ысынлап та кешеләр йыйылып киткән,урам яҡта машиналар теҙелгән.Сафия эшкә әүрәп абайламаған да,хәйер,уның күршеләрен күҙәтә торған холҡо ла булманы шул.Эй.й.й, бахыр ғына.Донья һинән дә ҡалды,Әлифәкәйем,тип эстән генә уйланды Сафия.Үҙәк буйын ниҙер көйҙөрҙө,күңеле болоҡһоно.Кемдеңдер доньяны ҡалдырып китеүе бик ауыр хәл.Терәлеп торған күршеһен шулай тиҙ китер тип ике ятып бер төшөнә лә инмәгәйне уның.Барырғамы,юҡмы.Күңеле тартмаһа ла бармай ҡалырға ярамай.Күрше хаҡы бар,мәрхүмәнең ире Нәжип ағайҙың күңеле бар,унан һуң ауылдаштар ни әйтер,бармай ҡалһа.Барғыһы килмәһә лә теләр теләмәҫ,үҙен көсләп тигәндәй,күрше йортҡа табан атланы Сафия.Өйҙөң уртаһында күршеһе һуҙылып ята.Уны уратып кешеләр ултырышҡан.Ауылдаштары ла күп,ят кешеләр ҙә бар.Күптәрен танымай Сафия.Мәрхүмә ғүмере буйы мәктәптә уҡытты, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.Абруйлы,билдәле кешенең таныш тоношо ла күп ине,уҡыусылары ла күп бит инде.Ултырырлыҡ урын да юҡ ине.Сафия кухня яғына сыҡты.Бында ла кеше күп. Сафия ҡатындар янына барып торҙо.Бер кем менән дә һөйләшмәне.Әлифәнең үлеме уға бик ауыр тәҫъир иткәйне.
Сафия күрше ауыл ҡыҙы. Зарифтар мотоциклға тейәлеп улар ауылына тансаға килерҙәр ине.Ана шунда клубта таныштылар ҙа инде буласаҡ ире менән.Зариф яңы ғына армиянан ҡайтҡан ине,һалдат кейемен дә һалмаған сибәр егеткә ымһынып ҡараусы ҡыҙҙар бихисап булғандыр.Сафия аптырап ҡалманы, аҡ бейеү иғлан ителгәйне генә,башҡаларҙан алда тып итеп һалдаттың алдына килде лә баҫты.Ҡыйылып киткән ысмалалай ҡара ҡаштар аҫтындағы күмерҙәй ҡара күҙҙәрҙең үҙенә тишерҙәй итеп текләүенән Зарифты ток һуҡҡандай булды.Алдында ҡапыл пайҙә булған һынға текләп иҫе китте.Шундай ҙа матур ҡыҙҙар буламы икән доньяла,тигән уй йүгереп үтте башынан.Көй туҡтағас та,бер береһенән айырылырға теләмәгәндәй тора бирҙеләр.Ҡапыл шаулап ебәргән еңел көй уларҙы уянырға мәжбүр итеп,икеһен ике яҡҡа тайшандырҙы.Йырҙарҙа йырланған мөхәббәт ошолай башланды ике йәш йөрәк араһында.Зариф Сафияны бер ваҡытта ла исеме менән йөрөтмәне,ул уның өсөн Ҡарағаш булды.Бик оҙаҡлап йөрөмәнеләр.Көҙгә Зариф Сафияны кәләш итеп оҙатып алып ҡайтты.Ҡәйнәһе Бибинур әбей, бер бер артлы килен алып ҡайтып һөйөндөргән улдарына бата уҡытып,туй мәжлесе үткәреп,килен төшөрөп,йәһәт кенә башҡа сығарырға саҡ өлгөрөп ҡалды.Туғыҙ малайҙың дүртәүһе бер йылда ҡуҙғыны шул,ҡорт айырған умарта күселәй.Зарифына Сафияны алып биреп тын алырға ла өлгөрмәне Бибинур әбей, Рәжәбе түбәнге ос Шәрифулла ҡыҙы Мәүлиҙәне етәкләп ҡайтты.- Әсәй,өйләнәм!- Иманлы ауыҙыңдан, балам.Әйҙә,үт балаҡай.Кемдең ҡыҙыһың?Йәштәрҙе танып буламы ней.- Шәрифулланыҡы.-Белгән кешенең балаһы икән.Төклө аяғың менән балам.Сафияның ҡәйнәһе ололарға ололоҡло,кеселәргә кеселекле, матур һүҙле әбей ине.Рәжәбе өйләнәм тигәс,Зарифын ҡалаға күсеп киткән кешенең өйөн осһоҙға ғына алып биреп башҡа сығарҙы.Шулай итеп,ҡәйнә йортонда оҙаҡ торманы Сафия.Үҙ ояһын ҡорҙо.Бер бер артлы балалар тыуҙы.Дүрт малай араһында, ҡарағайҙар ышығына һырынып үҫкән зифа ҡайын төҫлө берҙән бер ҡыҙҙары Зөлфиә үҫте.Зариф менән Сафия татыу ғына,килешеп кенә ғүмер иттеләр.Балалары ла әллә ни ауырлыҡ һалманылар.Зариф совхозда һөт ташыусы булып эшләне,Сафия ғүмере буйы һыйыр һауҙы.Яңы башҡа сыҡҡан саҡтарын бөгөнгөләй , һағынып хәтерләй ул.Бәләкәс кенә өйҙө эстән дә тыштан да аҡлап таҙалап алғайнылар.Тимер карауат та ағас өҫтәл дә,Сафияның оҙатылып килгәндәге һандығынан башҡа йыһаздары булманы.Бибинур ҙа улдарына әллә ниҙәр биреп сығара алманы шул.Ҡалайтһын инде, ире үлеп туғыҙ малайҙы яңғыҙы аяҡҡа баҫтырҙы.Уның ҡарауы килендәренә яҡшы һүҙле,һәйбәт ҡәйнә булды.Яңы донья көтә башлаған йәштәр иртәнге сәйгә ултырып ҡына торалар ине,күршелә йәшәүсе уҡытыусы Әлифә Вәхитовна килеп инде.- Һаумыһығыҙ әле, яңы күршеләрем менән танышырға индем әле.Әлифә ҡулындағы бәләкәс кенә һауытлы ҡарағат вәринйәһен өҫтәлгә ҡуйҙы.- Быныһы минән һеҙгә күстәнәс.Үҙемдең баҡсамдыҡы.- Әйҙәгеҙ ултырығыҙ!- йәштәр ҡаушауҙан икеһе бер юлы һикереп торҙолар.Ауылдың уҫал тигән даны сыҡҡан,абруйлы,тәк.кәбер һәм күренекле уҡытыусыһы өйөңә килеп инһенсәле.Ана шулай танышып киткәйне ике күрше.Үҙенән ун йәшкә өлкән Әлифә менән килеште Сафия.Һүҙҙәре беректе,серҙәре уртаҡ булды.Һауында ауыр эштә йөрөһә лә, барыһына ла өлгөрҙө Сафия.Егәрле ине ул,эшенә лә өлгөрҙө,балалары ла ҡараулы булды,доньяһы ялтырап торҙо.Уның өҫтәүенә күршеһе Әлифәнең эшенә лә өлгөрҙө.Нисә йылдар күрше йәшәү дәүерендә Әлифә Сафияның ҡул көсөн күп күрҙе.Үҙе бер яҡҡа китһә, иртәле кисле биш һыйырын Сафия һауҙы.Быҙау,һарыҡтарын малайҙары ҡыуып килтерҙе.Хатта картуф утап,күмеүгә лә күршеләрен екте Әлифә.Әлифә Вәхитовна уҫал һәм эрерәк ҡыланышлы ҡатын ине.Төҫ башҡа сибәр,бөхтә,һауалы ҡатындан ябай халыҡ өркә торғайны.Ул үҙе лә ябай кешеләр менән аралашманы.Уның ҡатышҡан кешеләре мәктәп директоры,совхоз директоры,магазин директоры ҡатындары ине.Шулар араһында Сафия ла болғанды.Тик уның урыны һәр саҡ түрбашта булды.
Әлифәнең йорто әллә ҡайҙан балҡып ултыра.Ире Нәжиптең ҡулдары алтын шул.Ундай семәрле тәҙрә кәрниздәре, ҡапҡалар ауылда башҡа берәүҙә лә юҡ.Тигеҙ урам буйлап теҙелгән эреле ваҡлы, тыштан һылап аҡланған өйҙәр араһында бер үҙе, батша ҡыҙылай төҙәнеп яһанғандай,тышынан таҡта менән көпләнеп, матур матур семәрҙәр һалынған йорт үҙе бер башҡа шул.Ҡапҡанан ингәс тә таштан теҙеп юл һалынған.Шул юлдың ике яғынан аллы гөллө күҙ ҡамашырлыҡ сәскәләр ултыртылған.Ишек алды икегә бүленгән.Мал,утын индерә торған ҡапҡа арт яҡта.Ә өй алды инде ожмах мөйөшөмө ни.Әлифәнең иң маҡтанғаны баҡсаһы. Нимәләр генә үҫмәй унда.Ҡайҙан табып ултыртып бөткәндер,нисек үҫтерәлер бер кем белмәй.Ҡарағат,малина,алма,ҡыҙыл ҡарағаттары мул уңыш бирә.Ҡыяр,помидорҙары тәгәрәшеп ята.Картуфтан башҡа нәмә сәсмәгән халыҡтың күҙе ныҡ ҡыҙа ине уның баҡсаһына.Өйөнә инһәң әйләнеп сыҡҡыһыҙ.Ундағы йыһазға,тәҙрә төбөндәге аҡ,ҡыҙыл,алһыу ярангөлдәргә иҫ китмәле.Сафияның уның стенка,коверҙарына әллә ни иҫе китмәне.Ана шул ярангөлдәргә бик күҙе ҡыҙа ине.Әлифә ней ҡалаға йөрөп тора алып ҡайтҡандыр берәй ерҙән.Сафия өй менән ферма араһынан бушамағас , ҡайҙан тапһын ундай гөлдәрҙе.Әлифәнән күпме инәлеп һораһа ла уныһы бер ботаҡ та бирмәне.- Ҡуй,юҡ менән булма.Һинме гөл үҫтерә торған кеше.Анау шайтандарың үҫергә хут бирәлер шул? Гөлдө бит һөйөп,наҙлап үҫтерер кәрәк.Күршеһенең һүҙҙәренә хәтере ҡалһа ла, үпкәләүен һиҙҙермәне Сафия.Башҡаса һораманы, бирмәгәс талап алып булмай.Былай ҙа ул инеп сыҡһа Әлифә ҡарап ҡына,тикшереп кенә тора.- Гөлөмдө урламаныңмы? Рөхсәтһеҙ һындырыуға мәңге риза түгелмен.- Юҡсы Әлифә апай.Нисә йыл ҡатнашып энәңә лә тейгәнем булманысы.-Теймә шул.Атыу өҫтөңдән өйҙәй булырмын.Әлифә һаранлығы менән дә дан алған ине.Уның кеүектәрҙе ҡырҡһаң ҡаны сыҡмаҫ тиҙәр.Зарифы күпме тыйып ҡараны Сафияны.- Ҡатышма шул ҡарун менән! Йөрөмә шуға ялсы булып.Ас тамағың бармы?- Ах,ах.Кеше кеше менән аслыҡтан ҡатышалыр шул? Күрше менән ҡатышаһың инде.Күрше хаҡы тәңре хаҡы тиҙәрме әле.- Күрше хаҡы тигәс тә,керенә тиклем йыуып йөрөргә тигәнме әллә?- Зариф ысынлап асыуланды әммә Сафияны еңә алманы.Сафия Әлифәгә кендеге йәбешкәндәй айырыла алманы.Һыйырын да һауҙы,иҙән керен дә йыуҙы.Ҡунаҡ саҡырһа өҫтәл әҙерләү,бешереү төшөрөү,аҙаҡ өҫтәлдәрҙе йыйыштырып алыу барыһы ла Сафия елкәһендә булды.Зарифы ла ҡул һелтәне,үҙенә оҡшағас йөрөһен әйҙә.Өйөндә лә эшендә лә өлгөрә бит,балалар ҡараулы.Тик ҡатынының үҙен әрһеҙләп үҙ ҡәҙерен ебәреп йөрөүенә эсе бошто бошоуын.Күпме эшен эшләһә лә Әлифә Сафияны ҡәҙер хөрмәт итмәне.Әрләп тә ташлай,кәмһеткән саҡтары ла күп булды.Берҙән бер улына килен оҙатып алғанда бар эшен Сафия эшләне.Әхирәттәрен йыйып килен сәйе үткәрҙе Әлифә.Ҡатындарҙың кемеһелер,Сафия,етәр һиңә кухняла йөрөргә,әйҙә ултыр беҙҙең менән тип өндәште.Сафия килеп иң ситкә генә ултырҙы.Әлифә килен бүләге өләшә ине,бөтәһенә лә таратып сыҡты ла,Сафияның эргәһенән өндәшмәй үтеп китте.Ҡатындың күҙҙәрен йәш пәрҙәһе ҡапланы,ҡысҡырып илап ебәреүҙән саҡ тыйылып кухняға сығып китте.Анауынса кеше араһында уңайһыҙ хәлгә ҡалырын белһә,өҫтәлгә ултырыр инеме һуң.Исмаһам,береһе лә Сафияға бирмәнең тип тә өндәшмәнеләр.Сафия ғәрләнде.Уның ҡулы менән әҙерләнгән аш һыуҙы ашап эсеп ултыралар.Инде ғүмерҙә лә инеп эшен эшләмәйем тип күршеһенә асыуланып ҡайтты.Ләкин,икенсе көнөнә үк күршеһенең баллы татлы юхалауына алданып тағы баш көллө уның эшенә сумды.
Сафияның әсәһе Сабира,Сабираның әсәһе Сафура.Сафура әбейҙе бай ҡыҙы булған тиҙәр.Борон килен оҙатылып төшһә, бикәстәргә көмөш тәңкә таратыу йолаһы булған.Сафура ла еңгәләренән бүләк.кә төшкән һәм атаһы баҙарҙан алып ҡайтҡан көмөш тәңкәләрҙе һаҡлаған булған.Сафура әбейҙең көмөш тәңкәләр тегелгән көс еткеһеҙ ауыр камзулы ҡомартҡы булып Сафияла һаҡлана ине.Һандыҡта ятҡан камзулды балалар сығарып тәңкәләрен һанап уйнарға яраттылар.Дүрт малай шаян шуҡ булһалар ҙа эш боҙманылар былай,бер бөртөк Зөлфиәләре лә тыныс,ипле бала булды.Уйнап туйғас камзул йә кире һандыҡҡа инеп ята,онотһалар диванда ла ятып ҡалған саҡтары була ине.Әлифә килеп ингәндә лә камзул,уйынға әүрәгән балалар тарафынан онотолоп диванда ятып ҡалған ине.Шау тәңкәле камзулды күргәс күҙҙәре янды уның.Балалар шау гөр килеп уйнай,уға иғтибар итеүсе булманы.Кофта кеҫәһенә бәләкәй ҡайсыһын һалып,Сафияның өйҙә юҡлығын һағалап ҡына торҙо ла , инде күршеләренә.
Һуңғы осорҙа ауылдарҙа ағинәйҙәр ойошмалары барлыҡҡа килде.Береһенән береһе уҙҙырып боронғо милли кейемдәр тегеү башланды.Боронғо башҡорт кейемдәре тегеү,түшелдерек,һаҡал эшләү һәр кемдең яратҡан шөғөлөнә әүерелде.Ағинәйҙәрҙең сираттағы сығышын ҡарарға барған Сафияның күңеле ниңәлер болоҡһоно.Әлифә Вәхитовнаның тәңкәләре башҡаларҙыҡынан айырыла ине.Башҡа инәйҙәрҙеке магазиндарҙа һатылған ҡалайҙан эшләнгән тәңкәләр, ә Әлифәнеке ысын көмөш тәңкәләр ине.Сафияла концерт ҡайғыһы китте.Әлифәнең тәңкәләренә текләп текләп ҡараны ул.Клубтан сыҡҡас,ниҙер һиҙенгәндәй йүгереп ҡайтты өйөнә.Хатта күршеһен дә көтөп торманы.Башҡа ваҡытта күршеһен көтөп алып,ҡултыҡлашып һөйләшә көлөшә ҡайтырҙар ине.Ҡайтып еткәс айырылыша алмай ҡапҡа төбөндә берәй сәғәттәй гөрөлдәшерҙәр ине.Ҡай саҡта төн тип тормай йә Әлифәлә,йә Сафияла электр самауырын туңҡайтҡанса сәй һуғырҙар ине.Йылдар буйына һуҙылған был йола бөгөн килеп боҙолдо.Йөрәге ярһып тулаған Сафия Әлифәне көтөп торманы.Сафия итеген дә сисеп тормай тура түргә үтте.Камзулды ҡулына алғас иҫе аҡылы ҡороно.Һандыҡ өҫтөнә ултыра төштө лә сеңләп илап ебәрҙе.Ғүмер буйына ҡатышҡан күршеһенә күңелендә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ насар тойғолар уянды.Иртәнсәк торғас Сафия камзулды күрһәтеп балаларынан һорау алды.- Кемдең эше?Малайҙар яурын ғына йыйырҙы,Зөлфиә иҫе китмәй генә яуапланы.- Әлифә инәй ҡырҡып алды,мин күрҙем.- Был бит урлашыу була,Сафия ярһыны,кеше әйберенә һорауһыҙ тейергә ярамағанлығын беләһегеҙме?Әлифә инәйегеҙ һорап алдымы?- Һораманы,балалар ни әйтергә белмәй аптырашты.Сафия хәтере ҡалһа ла ,күршеһенә һиҙҙермәне.Бер ни булмағандай аралашыуын дауам итте.Дошманлашыу көтмәгәндә килеп сыҡты.Бер көндө Сафияны бөтә ғаиләһе менән ауыл Советына саҡырттылар,милиция ла шунда ине.Ярһыған Әлифә Сафияның һаулығын да алманы.Төкөрөгөн сәсә сәсә,Сафияны балаларына тәрбиә бирмәүҙә,ялҡаулыҡта ғәйепләне.Ни булғанын аңламаған Сафия аңшайып тик торҙо,Зариф та сабыр ғына тотто үҙен.Күршеһенең холҡһоҙлоғона өйрәнеп тә бөткәндәр инде улар,тағы ла нимә тип тауыш ҡуптарҙы икән.Сафия ла сабыр ғына көттө,ни булғанын аңлатыуҙарын.Әлифәнең көмөш тәңкәле камзулы юғалыуын белгәс,аптырап ҡалды.- Һеҙҙән башҡа эт тә алмаған! Һеҙ генә минең өйөмдә үҙ өйөгөҙҙәгеләй йөрөйһөгеҙ! Асмәйелдәр,ҡырым сиреүе балаларың менән!Сафия ҡаршы бер һүҙ ҙә өндәшмәне,башын эйеп ҡайтып китте.Зариф ҡына үҙҙәренең ул камзулды белмәүҙәрен иҫбатлап ҡараны.Күршеһе Сафия артынан иң әшәке һүҙҙәр ҡысҡырып ҡалды.- Ҡабат тупһама баҫма! Хәйерссе... тигәне генә ҡолағына салынды.
Ҡайҙа булды , кем алды таба алманылар көмөш тәңкәле камзулды.Ер йоттомо ней . Ауыл халҡы бер шауланы ла тынды, Сафияларға ғына насар шауҡымы йоғоп ҡалды.Әлифәнең тупһаһына ҡабат баҫманы ул.Әлифә Сафия менән урамда осраһа һаулыҡ та һорашманы.Артынан һәр бер осраған кешегә яманлап һөйләне.Имеш,Сафия уның менән нәмә урлар өсөн генә ҡатышҡан икән, Әлифәнең тағы ла бик күп әйбере юғалған икән.Тик ул күрше хаҡын уйлап ул турала һүҙ ҡуҙғатмаған булған ғына икән. Бөтә ағинәйҙәрҙең күҙе ҡыҙырлыҡ , шау ысын көмөш тәңкәләрҙән генә торған камзулдың юғалыуы , Әлифәне сығырынан сығарған.Ошондай ғәйбәттәрҙе ишетеп ҡайтып күп иланы Сафия. Тик ҡаршы һүҙ әйтешеп, ирешеп йөрөгөһө килмәне.Сабыр булырға тырышты.Әлифә ул өндәшмәгән һайын хаттин ашты.Үҙенең ишек алдында йөрөгән ваҡытта ла, ишек алдын яңғыратып ҡысҡырып, Сафияны әрләп йөрөүҙе ғәҙәт итеп алды.Күршеләренән тауыш тын булмаһа ла , туҡтарға теләге булманы.Сафияны әрләп башлай.Килен булып төшкәндә ҡалай булған,уның эшен нисек насар эшләгән, ниндәй ниндәй әйбере юғалған , осона сығырлыҡ та түгел.Ярты көн Сафияны әрләп туйғас ,Зарифҡа сират етә.Ул быҙау , ул бешмәгән , ул бисәһенең иҙән йыуғысы.Зарифты әрләп үсе ҡанғас , уларҙың биш балаһының һәр береһен айырып тағы әрләп сыға.Малайҙар хулиган ,ҡараҡ , тәртипһеҙ.Бер бөртөк бер гөнаһһыҙ ҡыҙ баланың сираты иң аҙаҡ. Уға иң насар, иң ауыр һүҙҙәр эләгә. Нәжип ағай сығып асыуланып та ҡарай , тик Әлифәне тыйырлыҡ түгел.Нисә йылдар ике күрше шундай матур итеп ҡатнашып йәшәне.Матур итеп ҡатышыуға ла тик Сафия ғына сәбәпсе булғандыр.Күршеһе ни ҡыланһа ла ҡаршы өндәшмәне , гел ыңғайына һыпырҙы.Ғәйепһеҙ саҡтарҙа ла ғәйепте үҙ өҫтөнә алып , ызғыш тыуҙырманы.Күршеһе ни ҡушһа шуны эшләне.Ауылда ҡарағат , сейә , малина менән дан тотҡан баҡса Әлифәлә генә ине.Емеш өлгөрһә өмәгә күршеләрен саҡыра Әлифә.- Чтобы , һындырмағыҙ! Мәсекәйләнеп ашамағыҙ!Балалар өндәшмәй генә йыя.Ашағылары килә , тик Әлифәнән ҡурҡалар.Биҙрәләр тулғас ,- Барығыҙ , бар , ҡайтығыҙ инде. Һеҙҙең сыулашҡанға башым ауырта.- тип балаларҙы ҡыуып ҡайтара. Анауынса емешен йыйҙырып бер бөртөк ҡарағат ҡабырға рөхсәт булмауына йәне әсегән Сафияға өйгә инергә бойоролдо. Йүгерешеп ҡайтып киткән балалары артынан мөлдөрәп ҡарап ҡалған әсәй кеше , өнһөҙ генә көрһөнөп күршеһе артынан эйәрҙе.Әлифә булған ризығын сығарып өҫтәлгә теҙҙе. Ҡунаҡ һыйларға ярата ул үҙе.Һаран да түгел.- Әйҙә ашап ултыр, нимә ,урыҫы үлгән мәрйә ҡошап төҫөң ҡасып ултыраһың.- Ашап ултырамсы .- Сафия күңелле күренергә тырышып йылмайған булды.Күршеһенең күпме эшен эшләһә лә , уныһы бер ваҡытта ла балаларға күстәнәс биреп ҡайтарманы.Хатта һарыҡ, быҙауын ҡыуып килтергән малайҙарға бер йылы һүҙ ҙә юҡ ине.Күрше хаҡы тип бөтә ғүмерен ялсы кеүек үткәргән Сафияның , әле үткәндәрҙе иҫләп йөрәге һыҙланы.
Май байрамына Әлифәнең Өфөлә йәшәүсе улы Илдус менән килене Зарина ҡайтып төштө.Балалары ҡайтыу шатлығынан Әлифә күршеләренә йүгереп инде.- Әйҙәгеҙ , Илдус менән килен ҡайтты, тиҙ генә ашҡа инегеҙ.Зариф менән Сафия аптырап ҡалды.Күршеләренә ни булған тағы ? Әрләүҙән башы сыҡмай ине , ашҡа саҡырып ингән.- Юғалған камзул табылды! Илдус алған булған икән.Киленгә көмөш алҡа , балдаҡ һуҡтырған.Хәҙер көмөш модала ти ҙә баһа.Бына,миңә лә балдаҡ эшләткән , ҡулын Сафияның күҙҙәренә индерә яҙып һуҙҙы Әлифә.Бер ни булмағандай татылдап хәбәр һөйләп сығып китеүсе Әлифә артынан , Сафия менән Зариф аптырашып , бер береһенә текләшеп ултырып ҡалдылар.Әлифәнең асыуы һүрелһә лә , Сафияның үпкәһе һүрелмәне. Күршеһе күпме инәлеп саҡырһа ла, ҡабат тупһаһына баҫманы.
Бына хәҙер күршеһе юҡ. Бөтә тирә яҡты дер һелкетеп тотһа ла , күрше балаларына бер бөртөк кәнфитен тотторорға йәлләһә лә , серегән бай булһа ла , әжәл уны ла ҡалдырманы.Алды ла китте.Шаулап торған доньяһы торҙо ла ҡалды. Көмөш тәңкәнән һуғылған балдағын улы Илдус Сафияға һуҙҙы.- Еңгәй ,әсәйемдең төҫө итеп кейерһең.Ҡомартҡы.- Юҡ, әсәйеңдең ҡомартҡыһы һеҙҙә һаҡланырға тейеш.Сафия баш сайҡаны һәм ҡайтырға сыҡты.Ул бер ваҡытта ла күршеһенән бер нимә лә алманы.Күршеһе үҙе лә бирергә тырышманы.Хатта эшләгән эшенә лә хаҡ биреү башына ла инеп сыҡманы Әлифәнең.Сафия һораманы.Тәңкәләрҙең үҙенеке икәнен белеүен дә белгертмәне.Кешегә лә һөйләмәне. Ҡараҡ исемен дә өнһөҙ күтәрҙе.Ике күршене дошманлаштырған көмөш балдаҡ өҫтәлдә ятып ҡалды.Кемгә кәрәк алырҙар.Сафияға кәрәкмәй ине ул.