Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Сентябрь 2020, 12:05

Өләсәйем хикәйәте

Һис кенә лә тик ултырыуҙы белмәгән, йәшлегендә кисергән ауыр эштәрҙәнме, әллә билен биртендереүҙәнме – яртылаш бөкөрәйеп ҡалған өләсәйем, уның туҡһанынсы тиҫтәһен ҡыуғанда ла һылыулығын юғалтмаған асыҡ сырайы, һорғолт ҙур мөлйем күҙ ҡараштары күҙ алдымдан китмәй минең.

Һис кенә лә тик ултырыуҙы белмәгән, йәшлегендә кисергән ауыр эштәрҙәнме, әллә билен биртендереүҙәнме – яртылаш бөкөрәйеп ҡалған өләсәйем, уның туҡһанынсы тиҫтәһен ҡыуғанда ла һылыулығын юғалтмаған асыҡ сырайы, һорғолт ҙур мөлйем күҙ ҡараштары күҙ алдымдан китмәй минең. Берәй ярҙамға мохтаж булһам, йә тик томалдан ныҡ асыуым килһә, башынан мәңге төшөрмәҫ ап-аҡ яулығын елберләтеп, өләсәйемдең теп-тере һыны килеп баҫа алдыма. Әйтерһең, ул мине айыҡ аҡыллы, һалҡын ҡанлы булырға саҡыра, һаман булһа мине ҡурсый, яңылыш аҙым яһауҙан аралай. Ана, ҡаты ауырып, дауахананың реанимация бүлегендә йәнтәслим ятҡанымда ла борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан өләсәйем килде яныма. “Сабыр итә күр, түҙ инде, балаҡайым! Һин күрәһене башҡа кеше күрмәҫ, был ауырлыҡтарың да онотолор, аслан сабыр булырға тырыш... Мин һинең эргәңдәмен бит, ҡолонсағым...” Өләсәйемдең әллә ҡайҙан ишетелгән ошо һүҙҙәренә аптырап, уға төбәләм: “Өләсәй, һин килдеңме ни? Бит һин күптән гүр эйәһе инең дә... Үҙең һөйләшмәйһең дә, шикелле, ә тауышың ҡайҙан ишетелә ул?” “Ай, балаҡайым, кешенең йәне үлә тиме ни ул – беҙ бит һәр саҡ һеҙҙең янда... Йәнең алҡымыңа килеп, үтә лә ҡыҫталанғаныңды тойоп килдем, түҙмәнем, күҙ нурҡайым. Әҙ булһа ла хәлеңде еңеләйткем килә... Беҙҙең янға килергә ашыҡма... Фани донъяға изгелек таратыр өсөн яралған өлөшлө бала бит һин... Йәшәр йылдарың, күрер шатлыҡ-ҡыуаныстарың алда әле, кешеләргә өләшер монаятың бар...” “Өләсәй... өләсәй!” – үҙ тауышыма үҙем күҙҙәремде асам. Тәнем лысма һыу, янымда бер кем дә юҡ. Өнөммө был, әллә төшөммө? Уңғансы булмай, яныма ап-аҡ кейемле шәфҡәт туташы йүгереп килә: “Нимә борсой һеҙҙе? Тағы ла берәй ерегеҙ ауыртамы әллә? Бәлки, докторҙы саҡырырға кәрәктер?” – уның һүҙҙәрен ишетәм, әммә аңлап етмәйем. Бары бер аҙҙан һуң ғына аңыма килгәндәй итәм. “Юҡ, мин былай ғына, һаташам шикелле...” – хәлһеҙ генә әйтелгән ошо һүҙҙәремдән һуң шәфҡәт туташы мамыҡтай йомшаҡ ҡулдарын маңлайыма ҡуя. “Абау, ағай, тағы янып бараһығыҙ бит... Хәҙер докторҙы алып киләм!” – ул йүгерә-атлай ишектән сығып китте.“Эх, өләс, өләс... Ни эшләп һин иң ауыр мәлемдә генә килеп күренәһең дә, шунда уҡ юҡ булаһың? Әллә ысынлап янымда ғынамы һин?” – уйҙарымды докторҙың тауыш-тынһыҙ ғына яныма килеп, барлау тамырын тотоп ҡарауы бүлә. “Йөрәк тибеше хәлһеҙләнгән...Тиҙ генә уколдар ҡаҙағыҙ! Ниндәй укол икәнлеген журналға яҙғанмын, – шәфҡәт туташына күрһәтмәләрен биргәс, ул минең күҙҙәремә текләй. – Йә, иптәш Азатҡолов, ниңә бирешергә уйланың? Ҡара уны, беҙҙән тиҙ генә ҡотола алмаҫһың... – доктор уйынлы-ысынлы һөйләнә-һөйләнә, баш аҫтымдағы мендәрҙе рәтләп һала, башымдан һыйпап ҡуя. – Хәҙер укол ҡаҙарҙар, аҙ ғына сабыр ит. Бирешмәйек инде, туғаным, йәшәүгә өмөтөңдө генә өҙә күрмә!..” “Беҙҙең ағай бирешмәй ул! Анау ауыр операцияларҙы үткәргәс, ҡалғаны уның өсөн бер ни ҙә түгел инде... – ҡайһы аралалыр яныма килгән шәфҡәт туташы беләгемә тоташтырылған системаға ниндәйҙер уколдар өҫтәп ҡаҙай. – Хәҙер еңеләйерһегеҙ...” Үҙем хаҡында шундай хәстәрлек күреүҙәрен, яңғыҙ түгеллегемде тойоп, күҙҙәремә йәш эркелә. “Рәхмәт, бөтәгеҙгә лә!” – тип әйтеп өлгөрәм, күҙҙәрем тағы йомола һәм мин тағы уйҙар тулҡынында бәүеләм...* * *...Өләсәйемдең алты балаһынан тыуған егерме ете ейән-ейәнсәре араһында иң һөйөклө, иң әһел ейәне булып үҫтем мин. Иҫ белә башлағанымдан алып уның: “Үҙенә бер башҡа бала бит ул, минең йөрәк майым! Баламдың балдан татлы балаһы!” – тип һамаҡлай-һамаҡлай һөйгәнен, кәҫәһенән һис өҙөлмәгән тәмлекәстәрҙең иң татлыһын тик миңә һонғанын тоя инем. Малай ғына сағымда әсәйемдән кинолыҡ аҡса һораһам, өләсәйем шунда уҡ түшелдереген ҡапшай башлай: “Туҡта, ҡыҙым, үҙем бирәм синнайыма... Мә, бәләкәсем, киноңа ла етер, көндөҙ магазиндан берәй тәм-том да алырһың...” - тип, көмөш тәңкәләрен, йә ҡағыҙ бер һумлығын сығарып тоттора һалыр ине. “Ҡуй, әсәй, ҡотортмасы шуны. Кәнфит-прәник былай ҙа тулып ята... Быныһы ла, минән һораған кеше булып, өләсәһенән алып өйрәнде тамам,” – әсәйемдең асыуланмай ғына орошоуын ишетмәйем дә – аҡса ҡулыма инеү менән урамға һыҙам.Тик өләсәйем беҙҙең менән йәшәмәй шул – кинйә улында тора. Ә ул беҙгә берәр айға ҡунаҡҡа килһә, ул көндәр минең өсөн тотош байрамға әйләнә. Йәй көндәре, өләсәйемә эйәреп, уның бүтән балаларының балалары ла беҙҙә ҡунаҡлап ала. Кис етеп, йоҡларға ваҡыт етһә, түр яҡтың иркен иҙәненә урын йәйәбеҙ ундай ваҡытта. Йомшаҡ матрастар өҫтөнә әсәйем үҙ ҡулдары менән баҫҡан ап-аҡ кейеҙен түшәй. Ҡап уртаға, әлбиттә, өләсәй ята. Ә беҙ, йыйын ыбыр-сыбыр, уның янынараҡ ятырға тырышып талашабыҙ – беренсенән, өләсәйҙең бер ҙә генә бөтмәҫ әкиәттәрен яҡшыраҡ ишетке килә, икенсенән, йоҡо аралаш тибеп осорған юрғанды ул әлдән-әле төҙәтеп,беҙҙе ҡымтып ябып тора. Миңә былай ҡайғыраһы түгел: өләс мине мотлаҡ үҙ эргәһенә ала. Риза булмай бупылдашҡан башҡаларҙың ауыҙын тиҙ яба ул: “Сыулашып, башымды ауырытһағыҙ, әкиәт һөйләмәйем дә ҡуям!” Шунда берәйһе: “Ошо бер Тимерәйеңде ҡосаҡлаған булаһың да... шуны яҡлай ҙа тораһың”, – тип ысҡындырһа, өләстең тауышы ғәҙәттәгенән ҡатыраҡ һәм уҫалыраҡ яңғырай: “Шым, тел менән яҡҡа һалышма! Минең өсөн барығыҙ ҙа бер тигеҙ. Сынтимерем ни ошо өйҙөң хужаһы – өләсәй эргәһе уныҡы!” Ошо һүҙҙәре менән ул мине һыңар ҡулы менән ҡосаҡлап, тупылдатып һөйөп тә ала.– Әйҙәгеҙ, балалар, башта доға ҡылып алайыҡ. Түшәккә ятҡас, аят-доға уҡып алырға ғәҙәтләнегеҙ – йоҡоғоҙ тыныс булыр, изге төштәр күрерһегеҙ... Йәле, Сынтимер, һин матур уҡый торғанһың, ҡысҡырып берәй доға уҡы әле...Өләс менән икебеҙ генә йоҡлағанда ятлаған доғаларҙы иҫемә төшөрә алмай ятам. Шуны һиҙгәндәй, ул әкрен генә үҙе башлап ебәрә. “Фатиха”, “Әлифләммим”, “Көлһыуаллаһ” сүрәләрен икәүләп уҡыйбыҙ артабан. Аранан берәүһе, ниндәйҙер ҡыҙыҡ табып, пырх итеп көлөп ебәрә. Башта иғтибар итмәгән һымаҡ булһа ла, аят сүрәләрен уҡып бөтөп, доға ҡылғас, өләстән ярайһы ғына эләгә ул оронсоҡҡа.– Бына, битһеҙ, хихылдаған булып ни... Аҡылың булһа, һин дә Сынтимерем ише уҡып өйрән... – унан оҙон итеп уфтанып ҡуя. – Ә-ә-әй-й, балаһығыҙ шул әле һеҙ, балаһығыҙ – ҡолон майы өҫтөгөҙҙә әле... Ошондай ваҡытығыҙҙың бер мәл генә икәнлеген аңлап бөтмәйһегеҙ шул...– Өләс, һин дә беҙҙең кеүек бәләкәй булдыңмы ул? – өләсәйемде бәләкәй генә ҡыҙ итеп күҙ алдына килтерә алмағанлыҡтан, мин уға үҙемдең эскерһеҙ һорауымды бирәм.– Ай, һантый, бар кешеләр ҙә бәләкәйҙән ҙур була инде ул. Әллә мине ошолай әбей булып тыуған, тип уйлайһыңмы? – өләсәйем аптыраған булып китә.– Әтеү һинең дә атайың, әсәйең булдымы ни?– Булмай тағы... – кеткелдәп көлә-көлә ул мине үҙенә нығыраҡ һыйындырып ҡосаҡлай. – Бар ине өләсәйеңдең дә әсәһе, атаһы... Мин дә һеҙҙең кеүек иркә генә бер ҡыҙ инем...– Өләсәй, бәләкәй сағыңды һөйлә әле! – тиктормаҫ Сәүиә апайым – өләсәйемдең өсөнсө ҡыҙының ҡыҙы шулайтып һорай һала.– Юҡ, ул турала өләс миңә күп һөйләне инде... Лутсы, әкиәт һөйләһен... – кинйә ҡыҙының ҡыҙы Йәнбикә лә һүҙгә ҡушыла.– Әйе һинә, һиңә һөйләһә ни...беҙ ишеткәнебеҙ юҡ та баһа. Үҙең уның менән гел бергә йәшәгәс тә, рәхәт, вис беләһең... – һүҙгә әллә ни әүәҫ булмаған Зилә апайым Йәнбикә апайҙы бүлдерергә ашыға. – Үҙең тураһында һөйлә, өләсәй!– Ярар, ярар, талашмағыҙ. Ана, Фируза кеүек өндәшмәй генә ята алмайһығыҙмы әллә... – Байтаҡ ҡына өндәшмәй, уйланып ятҡас, тамағын ҡырып ҡуя ла, – Моҡ заманғыны ҡутартырға уйланығыҙмы, сырылдаҡтар?! Тыңлағыҙ, улайһа, тик, ишетһен ҡолағығыҙ, бүлдермәй генә ятығыҙ...Өләсәйҙән әллә ниндәй тылсымлы хикәйәт көткәндәй, барыбыҙ ҙа шымып, уға боролоп ятабыҙ. Алғы өйҙәге урындыҡҡа үҙҙәренә урын һалып булашҡан әсәйем дә түр яҡҡа сыға.– Был тел биҫтәләренә ҡыҙыҡ нәмә һөйләргә итәһең түгелме? Ҡана, мин дә тыңлайым әле, – ул ситтә ятҡан Фируза апайҙың эргәһенән урын ала.– Һин дә балаға әйләндеңме әллә? – өләсәйем ғәҙәтенсә кеткелдәп ҡуя ла, – Әйҙә, йыбанмаһаң ни, тыңла. Минең өсөн һин дә бала бит әле, – тип, хикәйәтен башлай...* * *– Борон-борон заманда ла, әллә ҡайҙағы Ҡаф тауҙары артында ла түгел, минең өсөн күҙ асып йомған арала ғына булған хәл ул, һөйләйһе һүҙҙәрем. Үҙем ғүмерлеккә ғашиҡ булған, һоҡланып туймаған Һаҡмар йылғаһының түбән яғында элегерәк Этбармаҫ тигән бер ауыл була торғайны. Йылға бөгөлөндә, бейек-бейек тауҙар ҡуйынына һыйынып ҡына ултырған бәләкәй генә ауыл. Барса өйҙәр ҙә тыштан һыланған, аҡ балсыҡ менән ап-аҡ итеп ағартылған. Ана шул ауылда әсәйем Фәтхиә менән атайым Уйылдандың йәндәрендәй күргән бер бөртөк кенә ҡыҙы инем...– Һеңлең менән ҡустың бар ҙа инде, – был ни эшләп Һөсникамал инәйем менән Әүхәҙей ағайымды төшөрөп ҡалдырҙы икән, тип аптырап, үҙемсә төҙәтеү индермәксе итәм.– Сеү, тауышланмаҫҡа, мине бүлдермәҫкә килештек тә инде... – өләсәйем мине ҡулдары менән һыйпап ҡуя. – Улар, улым, һуңынан булған балалар. Әүхәҙей ағайың әсәйең менән йылдаш, әсәйемдең икенсе ҡартынан тыуған бала ул.– Тимерәй, тыңлап ҡына тик ят әле, – сабырһыҙ Йәнбикә апайым мине терһәге менән төртөп ала. – Өләсте бүлдерҙе лә ҡуйҙысы... Шунан, өләсәй?– Етеш кенә йәшәнек. Бер бөртөк ҡыҙҙарын ҡурсаҡтай кейендерерҙәр ине мәрхүмкәйҙәр. Өҫтөмдә гел балитәкләп тегелгән төрлө-төрлө ебәк күлдәктәр, тәңкәләр тағылған камзул, елән булды. Оҙон сәсемде әсәйем һәр ваҡыт сулпы ҡушып үреп ебәрер ине... – үҫмер саҡтарын иҫенә төшөрөп микән, өләсәйем ауыр көрһөнөп ала. – Этбармаҫтың тирә-яғы ятҡаны менән емеш-еләк булыр ине. Ер асылыу менән бөтә ауыл тау һырттарына сығыр, ашарға яраҡлы үләндәр йыя башлар ине. Унан күп тә тормай икенсе, өсөнсө емеш өлгөрә... Ҡайҙа беҙгә һеҙҙең ише кәнфит-прәник менән тәғәмләнеү! Ер емештәрен ожмах ашылай күрҙек...Тик донъялар таушалып торған йылдарға тура килде минең бала сағым, йәшлегем. Ун дүрт-ун биш йәштәрҙә булғанмындыр, аҡтар менән ҡыҙылдар һуғышы сығып китте. Төпкөлдә, бөтөнләй тайыҙ ятҡан беҙҙең ауылға ла килеп сыҡҡылайҙар. Бер аҙна тирәһе аҡтар йөрөһә, икенсе аҙнаһына ҡыҙылдары баҫып ала. Ололар йәш-елкенсәкте, ҡыҙ-ҡырҡынды ҡурсыр ине. Берәй имеш булһа, еткән ҡыҙҙарҙы, бала-сағаны, йәшерәк ҡатындарҙы тау-таш араһына йәшерерҙәр ине. Бер оло ғына йәштәге олатай – Шаһыбал ағай ауылдан килеп-китеп, тамаҡ килтереп йөрөй яныбыҙға. Ярай әле Этбармаҫ тирәһе торғаны бер лапылыҡ, ҡая-таш булды. Тау ҡыуыштарына боҫоп ултыра торғайныҡ... Шундай бер мәлдә ун биш йәштәр тирәһендәге бер малайҙы күрәләтә атып киттеләр. Байғош, дыуамаллығы менәндер инде, тау башына сыҡҡан булған. Кемдәре атҡандыр – аҡтарымы, ҡыҙылдарымы – мәрхүмкәйҙе бер нисә көн үткәс кенә алып ҡайтып ерләнеләр. Берәүҙең бер ғәзиз балаһы булғандыр инде. (Өләсәйем һөйләүенән туҡтап, доға ҡылып ала). Ә беҙҙе Шаһыбал олатай берәм-берәм алып китеп, тағы ла алыҫҡараҡйәшерҙе. “Бик һаҡ булығыҙ инде, балалар, күрҙегеҙ бит – атын-ниһен һорап тормайҙар... Себен шайы ла күрмәйҙәр кешене”, – тип ҡат-ҡат киҫәтте...Әллә үҙенсә ҡурсыған булып микән, балалыҡтан да сығып бөтмәйенсә, атайым күрше ауылдан – волость үҙәгенән яусылап килгән берәүгә бирҙе лә ебәрҙе мине...– Туй ҙа яһап торманылармы? – быныһы өндәшмәҫ Фируза апайҙың тауышы.– Батаһы ла, туйы ла – вис булды. Әүәле ни ҡыҙ биреү, килен төшөрөү ҡырҡ мәшәҡәт менән үтер ине. Башта яусылап килделәр, унан ике ир килеп, никах уҡыттылар, шунан кейәүем үнгәре менән килде... Көҙ еткәс, атайымдар ике ағайымды ҡоҙаларҙы туйға саҡыра ебәрҙе... Туй өс көн беҙҙең яҡта, өс көн егет яғында үтте...– Эсеп тик йөрөгәндәр икән... – Сәүиә апайым үҙенсә һығымта ла яһап ҡуя.– Һөйлә бушты... Элек кеше иҫереп йөрөмәне – балдан ҡойолған бал эсеп кенә, йырлап-бейеп күңел асты... Шулай, матур ғына йәшәп киттек. Ҡайны-ҡәйнә менән бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәйбеҙ. Атай-әсәйҙәр ҙә татыу ғына, саҡырышып, ҡунаҡ булышып торалар. Кейәүемдең исеме Дәүләткилде ине – бик тыныс холоҡло, ипле генә кеше. Үҙ-ара һис һүҙ әйтешмәй, һәүетемсә генә йәшәп ятабыҙ...Бер ҡыш көнө атайым ат менән беҙгә килде лә, ике ҡоҙа әсегән балды эсә-эсә, донъя хәлдәрен һөйләшеп, урындыҡта ултыралар. Бейемем менән беҙ шаршау артында ирҙәргә аш-һыу яраштырған булып йөрөйбөҙ. Бер мәл әлеге икәү, ҡомалаҡтан ҡойолған балға яҡшы уҡ булғандарҙыр инде, үҙ-ара бәхәсләшеп киттеләр. Һүҙҙәренең рәте-сираты ла юҡ. “Былар бер нимә сығармаһалар ярар ине...” – тип, бейемем менән мин борсоуға төштөк. “Бабай, юҡҡа тауыш күтәрмәһәгеҙсе! – бейемем шаршау аша ҡайныма өндәшә – Балалар үҙҙәре беләләрҙер әле...” “Ҡыҫылмаҫ ергә тығылма, сепрәк баш!” – ҡайнымдың яуабы бик уҫал...Бер заман атайым, шаршауҙы елпелдәтә асып ебәрҙе лә: “Йыйын, алып ҡайтам!” – тип бойорҙо. “Атай, нимә һөйләйһең? Кейәүең дә өйҙә юҡ, һунарынан ҡайтһын әле...” – тием. Ҡайҙа ул мине тыңлау: “Йыйын тиҙәр һиңә... Телеңә күп һалышма... Эт бармаҫ ерҙән килен алғандар, имеш... Мал бирмәҫ ергә һөлөктәй ҡыҙымды биргән мин алйот... Сыҡ, ултыр санаға – хәҙер үк алып ҡайтып китәм”, – тип аҡыра.... Нишләйем инде, өндәшмәй генә күҙ йәштәремә быуылып, атайымдың әмеренә баш эйҙем. Бейемемдең илаулап, сарбайлауына ҡарамай, атайым мине үҙе менән алып ҡайтты ла китте. Аҙаҡ ни Дәүләткилдемә бөтөнләй күрһәтмәнеләр ҙә. Беҙҙең ауылға килеп, урамдан үткәнендә генә, әсәйемә һиҙҙермәҫкә тырышып, артынан ҡарап ҡала торғайным... Күп тә тормай ҡартатайығыҙға оҙатып ебәрҙеләр, – өләсәйем тағы ла тынып ҡала. Күрәһең, йәшлек йылдарын күҙ алдынан үткәрә. Унан бер аҙ ҡалтырана төшкән тауышы менән хикәйәтен дауам итә. – Аллаһыма рәхмәт, Мотаһарым да һәйбәт кеше булып сыҡты. Ярлы ғына булһалар ҙа күңелдәре бай, эсҡаҫтыһыҙ кешеләр ине. Мине бер рәнйетмәнеләр. Бала-сағалы булып, һин дә мин йәшәп киттек... Э-э-й, ҡәһәр төшкөр ярман һуғыш асмаһа, һеҙ ҙә күрер инегеҙ ҡартатайығыҙҙы. Ошо Сынтимерем оҡшаған уға, баҙыҡ кәүҙәле, еҙ мыйыҡлы мыҡты ир ине, мәрхүмем...– Атама оҡшағанға шаштыраһыңдыр инде Сынтимерҙе, – быға ҡәҙәр өнһөҙ генә ятҡан әсәйем һүҙ ҡыҫтыра. – Атамды мин дә әҙерәк хәтерләйем, эш өсөн үлгән кеше ине бит.– Өләс, әтеү беҙҙең ҡартатайҙар икәүме ни? – Йәнбикә апай үҙ һорауын бирә.– Нишләп икәү булһын – Мотаһар ғына һеҙҙең ҡартатайығыҙ... Йә, ярай, теләһә нимә һорашмағыҙ, йоҡларға ваҡыт! – өләсәйем урынынан ҡалҡынып беҙҙең юрғандарҙы ҡымтыштыра.– Һөйләп бөтмәнең дә инде... – минең бер ҙә генә йоҡом килмәй, шуға хикәйәттең аҙағын ишеткем килә.– Тәмле нәмә күп булмай, йоҡла, ана, апайҙарың әүен баҙарына китә лә башланы...– Әсәй, йырлап ҡына ишеттер ҙә, мин дә үҙ урыныма шылайым, – өләсәйҙең һөйләгәндәренән бала сағын иҫенә төшөргән әсәйем, өләсәйемдең моңло тауышын тағы бер ишеткеһе килептер, моғайын, үтенесен белдерә. Ифрат матур йырлай шул ул – йырлағанында тыңлаусылары өнһөҙ-тынһыҙ ҡала.– Аһ-аһ, быныһы ла сабый бала ҡошап ни... Төн уртаһында йырлап ятмаҡҡа...– Йырҙың йыртығы юҡ – йырла инде!– Һеҙгә тарыма – тарыһаң арыма инде, – өләсәйем тауышын көйләгәндәй, тамаҡ ҡырып ала ла үҙе генә белгән “Ирмәк” көйөн һуҙып ебәрә:Бейек тә генә тауҙың, ай, башында,Ана, ултыра, йәнейем, ҡуш ҡайын.Шул ҡуш ҡайын кеүек серләшергәНасип булыр микән, дуҫҡайым?!Сәскенәйең һыйпап, башың тотоп,Мин ултырам, йәнейем, яныңда...Төртөп тә генә төртөп күрһәтәһең,Күренә микән йәннәттәр алдыңда...Үә-әй, ғүмер тигәндәрең үтә лә китә икән шул... Беребеҙ ҙә мәңгелек түгел... Ошолайтып яңғыҙ олоғайыуҙары ғына ауыр...Өләсәйем менән әсәйемдең тағы ла оҙаҡ бышылдап ҡына һөйләшеүҙәрен тыңлап ята торғас, мин дә йоҡоға сумам...* * *Өләсәйемдең ул саҡта балалыҡ менән аңламаған күп һүҙҙәре, уфтаныуҙары бары бөгөн генә зиһенемә барып етә. Фани донъяла туҡһан йыл йәшәп, кеше ғүмеренең барлыҡ хәсрәт-михнәттәрен, ҡыуаныс-бәхеттәрен татыған ул! Беҙҙең өсөн әкиәт кеүек булып тойолған бер хикәйәттә генә лә күпме селпәрәмә килгән яҙмыштар, ҡайрылған өмөттәр, һыҙланыу-көйөнөүҙәр, юғалтыу-табышыуҙар...Мотал Рәмов.
Читайте нас в