Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Сентябрь 2020, 16:15

ТОРМОШ ОСРАҠТАРЫ – 59 ТЕГЕ ДОНЬЯҒА БАРЫП ҠАЙТЫУ

Пенсияға сығырға ярты йыл тирәһе бар әле. Бынан алдағы мәлдәрҙә булған стрес бәкәлгә һуҡты, буғай.Иртә менән нишләптер хәлһеҙлек килеп ҡапланы, көн һәм өй йылы булыуға ҡарамаҫтан ныҡ өшөтә.

Тиҫтәләгән йылдар үтмәйенсә был турала һөйләргә йәки яҙырға баҙнат итмәнем, сөнки ышанмағандар бар, улар ышанғандарға ҡарағанда күберәк булыуы бик мөмкин. Нишләп шулай?Ә эш шунда:халҡыбыҙҙың бер өлөшө мосолманлыҡты үҙ күңеленә һеңдереп, ошо юлда ниндәйҙер уңыштарға өлгәшһә, икенсе өлөшө атеист булып ҡала бирә, шулай ҙа көтөлмәгән үҙгәреш булһа, йә ҡолап китһә, йә ғәжәп хәбәр ишетһә: “Уй, Аллаҡайым!”, тип автоматик рәүештә ҡысҡырып та ҡуя. Был, әлбиттә, ҡыҙыҡ тема, бәхәсле тема, уның буйынса һуңыраҡ айырым яҙма кәрәктер, моғайын, сөнки миндә ҡаралама (черновик) вариантта яҙма материалдар бихисап.Әйткәндәй, “Башҡортса календар”ҙы сығарыусыларҙың береһе Илшат хәҙрәт менән мин дуҫмын, ҡайһы саҡта уның һорауы буйынса тарихи яҙмалар ебәрәм, улар календарь битендә рәткә баҫыла. Ундағы минең имзам Ғәбделуарис бин Мөхәмәт әл-Хәйри.Тормош осраҡтарының сираттағы битенә күсәйек.2007 йыл. Август.Пенсияға сығырға ярты йыл тирәһе бар әле. Бынан алдағы мәлдәрҙә булған стрес бәкәлгә һуҡты, буғай.Иртә менән нишләптер хәлһеҙлек килеп ҡапланы, көн һәм өй йылы булыуға ҡарамаҫтан ныҡ өшөтә. Ҡатын тиҙ ярҙам машинаһын саҡырайыҡ, тиһә лә мин ҡаршы төштөм һәм тиҙ генә мунса яғырға ҡуштым. Баҡсаға тиклемге 5-6 минутлыҡ юлды ҡатын менән бергәләп, юлда туҡтап ял итә-итә ярты сәғәт тирәһе барҙыҡ һәм ниһәйәт барып еттек. Минең уйымса эҫе мунса өшөүемдө бөтөрөп йәнәһе һауыҡтырып ебәрә инде.Эҫе яғылған мунсаға инеп киттем, ләкин уның йылыһын да, эҫеһен дә һис тә тоймайым. Был ниндәй аңлашылмаған ғәжәп хәл килеп сыҡты икән? Тимәк, тәндең эҫе-һыуыҡты һиҙә торған бер нервы өлөшө эшләмәй булып сыға түгелме?Сабынып ҡараным, бер файҙа ла юҡ, киреһенсә ҡул-аяҡ йөрөшө кәмегәндәй булды. Көс-хәлгә сығып мунса эргәһендәге бәләкәс урындыҡҡа ултырҙым. Нишләптер һаман да аяҡ-ҡул һыуыҡ. Бер яҡтан адресһыҙ ергә тиҙ ярҙам машинаһын саҡырып булмай, икенсенән, баҡсалар араһында йөрөрлөк юлдар юҡ, ике яҡтан да ҡыҫылған – машиналар һыйырлыҡ түгел. Ҡуҙғалырға ла ҡурҡып, саҡ тын алып ултырам. Шул саҡ тән ғүмерҙең осона сыҡҡанды аныҡ итеп аңлатты, аяҡ-ҡул ҡатҡандай булды. Шуға күрә бер үҙем ҡалып иркенләп “теге яҡҡа” китергә булдым, ҡатынға “Ҡайт!”, тип ишара яһаным.Ул минең хәлде һиҙҙе, шикелле –тыңламаны, йүгереп килде лә “ Йәһәтләп ҡайтайыҡ”, - тип һөйрәкләй башланы. Ә минең атларлыҡ хәл бөтөнләй юҡ, аяҡтар бер туҡтауһыҙ ишелә, тыңламай. Бына шулай этләнә-этләнә ҡосаҡлашып-ҡултыҡлашып 15-20 метрҙай араны үттек. Ниһәйәт, минең аяҡтар атлауҙан туҡтаны, мине күтәреп тороу ҙа уларға ауырлашты, шикелле. Мин шул саҡ тәгәрәп ҡолап киттем, был донъя яҡтылығы һүрәнләнә барып ҡараңғыланды һәм юҡҡа сыҡты. Йөрәк ныҡ итеп бер-ике һуҡты ла тынды. Шул саҡ мин итеп иҫемде лә юғалтҡанмын икән. Ҡыҫҡаһы, йөрәк туҡтаған һәм мин, бер кем менән дә бәхилләшеп өлгөрмәйенсә, был яҡты донъяны ташлап киткәнмен...Артабан кеше ышанмаҫлыҡ һаташыумы, төшмө башланып китте. Мин үҙемдең тәнемдән айырылып өҫкә ҡарай тура вертикаль йүнәлештә осоп киттем, арыуыҡ бейклеккә күтәрелдем. Ә күҙем яҡшы күрә, аҫта, минең тәнем эргәһендә ҡатыным мине иҫкә килтерәм тип нимәлер эшләй, илағаны ишетелмәй, ә нисектер һиҙәм. Ул минән яһалма тын алдырыу өсөн ҡулдарҙы яҙа. Тирә-яҡта шундай тынлыҡ һәм яҡтылыҡ хасил булды, хатта өояш аҫтында йылы һауа ҡосағында йөрөгән һымаҡ. Ә тирә-яҡта шундай иҫ китерлек тынлыҡ, ҡатынымдың тауышы ишетелмәһә лә тән менән уның: “Ҡайт, үлмә! Ҡайт! – тип ҡабат-ҡабат әйткәдәре һиҙелеп тора. Ниндәйҙер ел көсө мине ҡояш сығышына ҡарай этәрҙе. Үҙемдең ерҙә ятҡан тәнемә һәм эргәлә ултырып төрлө манипуляциялар яһаған ҡатыныма ҡарай-ҡарай ҡояш сығышы яғына осоп китеп ултырам. Ниһәйәт, ҡалҡыулыҡтар аша осоп килеп, Таналыҡ йылғаһына тапҡырына килеп еттем. Күңелдә тыныслыҡ һәм рәхәтлек хөкөм һөрә. Шул ваҡытта нишләптер күҙ алдына атайым-әсәйем килеп баҫты, утыҙҙы яңы ғына үтеп, беҙҙе мәңгегә ташлап киткән ҡыҙым иҫкә төштө. Үткән тормошом таҫмалай теҙелеп күҙ алдынан үтте, мине кире ҡайтарырға тырышҡан ҡатынымды йәлләп алып киттем һәм, ел ныҡ ҡаршы булһа ла, кире яҡҡа көслөк менән оса башланым. “Нишләп күрә-тора бергә йәшәгән кешегә ҡайғы килтерергә, ти, ни булһа ла булыр - ҡайтайым әле!” – тип уйлап осоп барам. Шул саҡ бер ҡатын-ҡыҙ һәм бер ир-ат һөйләшкән тауыш асыҡ ҡына ишетелеп китте миңә.- Ебәр уны, кире үҙенә осһон әйҙә! Ҡайтһын! Уның эшләп бөтмәгән етди эштәре ҡалды бит! -– тип ҡатын-ҡыҙ кемгәлер өндәште.- Ул бит үҙе был донъяға күсергә теләк белдерҙе, һаулығы тураһында бөтөнләй уйламаны, уны ташлап киткән яҡындарына эстән ҡайғырып йәшәү көсөн кәметте, көсө етмәҫтәй эштәргә ынтылып, йәнен ныҡ ыҙалатты, - тип яуап бирҙе ирҙәр тауышы. – Бына яңы ғына уның йәне тынысланып бөткәйне бит әле!- Юҡ! Эш былай бармай. Былай ҙа бында үҙ эштәрен тамамламайынса күскән әҙәм балалары һуңғы ваҡытта күбәйеп китте, - тип яуапланы ҡатын-ҡыҙ тауышы. – Уға кире яҡҡа осорға ҡамасаулама! Унда тағы бер килке йәшәрҙәй көс ҡалған әле. Йәшәһен!Тап шул һүҙҙәрҙән һуң ҡаршы иҫкән ел кинәт кенә туҡтаны. Мин шәберәк оса башланым һәм кәүҙәм ятҡан баҡса эргәһендәге майҙансыҡҡа тиҙ генә барып еттем. Алыҫтан уҡ үҙ кәүҙәмде күрәм, ҡатыным һаман минең күкрәгемде баҫып ебәреп булыша. “Ҡайһылай тырыш икән минең ҡатыным” – тип уйлауым булды, асыҡ ҡына булған ҡатын-ҡыҙ тауышы тағы ишетелде:- Һин ике донъя араһында булған ҡатламдаһың. Беҙ һине тотмайбыҙ, кире ҡайт һәм артабан йәшәүеңде дауам ит!Миндә шул саҡ ҡыҙыҡһыныу уянды. Ҡурҡа-ҡурҡа ғына ғүмер баҡый белә алмаған мәсьәлә буйынса һорау бирергә баҙнат иттем.- Әйтегеҙ әле! Бар Йыһан, галактика, йондоҙҙар, планталар менән идара иткән бөтә донъялар, ҡитғалар хужаһы ҡайҙа йәшәй?- Һин ябай бәндә белмәҫкә тейеш әйберҙәрҙе белгең киләме ни? Булмаһа – әйтәйем: Юғарғы Аҡылдың, ә уның исеме йөҙләгән төрҙә әйтелә, аныҡ ҡына йәшәгән урынын әйтеп булмай, сөнки ул шундай Ҙур Көс, шундай Ҙур Яҡтылыҡ, Йыһан уның бик бәләкәс кенә өлөшө. Йыһан эсендә Ҡояш системаһы, уның эсендә – Ер, унда – тереклектәр. Тимәк һеҙ, кешеләр ҙә, Юғарғы Көстөң эсендә тереклек итәһегеҙ булып сыға. Ул бөтә урында ла йәшәй.- Ә уның менән һөйләшеп буламы?- Әгәр уны үҙ аҡылың эсенә индерә һәм һыйҙыра алһаң – һөйләшеп була. Уның өсөн Уны яратырға кәрәк! Уның менән һөйләшеүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ.- Ә яратмағанды Ул һиҙәме?- Һиҙә, әлбиттә. Бөтә ыңғайлыҡты һәм насарлыҡты белеп торған Оло Көс ул.- Ә нишләп енәйәттәрҙе булдырмаҫҡа тырышмай?- Уға кешеләр араһына ҡыҫылырға, уларҙың азатлығын сикләргә ярамай. Ләкин ваҡыты еткәс, һәр кемдән Ул һорау аласаҡ һәм насар-яҡшыларҙы айырып, һәр кемгә йә язаһын, йә мәңгелек рәхәт тормошон бирәсәк. Тағы шул яғы бар: енәйәтсенең ҡылған эштәре сиктән ашып китһә, уны тотоу ысулын кемдеңдер аҡылына индерә йәки ул мөртәтте үҙе язалап ҡуя.- Дөйөм һорау алыр ваҡыт ҡасан етер икән?- Уныһы әлегә билдәһеҙ. Икенсенән, һиңә үҙ тәнеңә ҡарай барыуҙы ҡабаланып башҡарырға кәрәк, сөнки тәнең ныҡ һыуынып китһә – һиңә унда юл ябыла. Аңланыңмы? Хәҙер шәп кенә итеп аҫҡа ҡарай ос!Мин ҡанаттарымды йыйҙым да аҫҡа ҡарай шөңгөнөм. Ныҡ тиҙлек арҡаһында ҡолаҡтарым көсәйә барған һыҙғырыуҙы асыҡ итеп ишетте, һыҙғырыу тора-бара шарлауыҡтағы ташҡан һыуҙың тауышына әйләнде. Мин үҙемдең тәнемә ҙур тиҙлекте кәметмәйенсә барып еттем һәм... төкөнөм. Был тиклемге төкөшөү арҡаһында бөтә тәнем ныҡ ауыртып китте һәм шул саҡта иҫкә килеп, терелгәнемде аңланым.- Нишләп мине туҡмайһың? Ауырта бит! Өҫтөмдән төш әле! – тип ҡатыныма ҡысҡырып ебәрҙем.- Терелде, терелде, уй, Аллам! – тип ҡатыным яңы көс менән тағы илауын дауам итте. – Тере! Тере! Тере! Уй Аллам!Ә өҫтә, зәгәр күктә, ҡояш ялтырауыҡ нурҙарын элеккесә һибеп тора ине, турғайҙарҙың сырҡылдашыуы, ҡала ситендәге асфальт буйлап елгән машиналарҙың геүләүе, баҡсалағы әтәстең кинәт һөрән һалыуы мине бөтөнләйгә айныҡтырҙы, шикелле, тәүҙә яй ғына ҡыбырлап ултырып алдым, бер килке тын алғас та баҫтым, үҙ-үҙемде һәрмәп ҡараным һәм ата-ағзаларҙың тулыһынса теүәл булғанына инанғас та, мине үлемдән йолоп алып ҡалған яҡын кешем менән ҡушарлап, ҡайтыу яғына атланым. “Эйе, беҙҙең халыҡтың ҡатын-ҡыҙҙары эскерһеҙ зат, иренә, балаларына тоғро булып ҡалыуы уның холҡоноң төп һыҙаты”, - тип уйлап барам үҙем. Эйе, беҙҙең ҡаты-ҡыҙҙар затындай түҙемле, сабырлы әҙәм балалары был донъяла юҡтыр ул, булһа ла - һирәктер!Был сәйәхәт, әлбиттә, минең уй-фекерҙәремде пыран-заран килтереп, аңымды яңыртты, параллель донъялар менән ҡыҙыҡһына башлауға юл һалды...
Борис Хәйретдинов
Читайте нас: