Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2020, 19:45

Физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды

Әлшәй районы Раевка ауылында бассейнлы яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Башҡортостандың Әлшәй районы Раевка ауылында бассейнлы яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылды.
Был районда бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы 2018 йылдың көҙөндә һалына башлағайны. Уның хаҡы – 150 миллион һум самаһы.
Раевкала спорт комплексы Республика адреслы инвестиция программаһын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә төҙөлгән.
Комплекстың дөйөм майҙаны – 3 мең квадрат метрҙан ашыу. Бинала 25 метр оҙонлоҡтағы дүрт юллыҡ бассейн, спорт залы, тренерҙар, кейенеү бүлмәләре, шулай уҡ ярҙамсы биналар урынлашҡан.
Яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы һаулыҡ мөмкинлектәре сикле граждандар өсөн дә асыҡ. Улар өсөн бында бассейнға гидравлик күтәргес, пандустар ҡуйылған.
Раевкала беренсе, ләкин бассейнһыҙ физкультура-һауыҡтырыу комплексы 2005 йылда асылған, хәҙер унда урындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре шөғөлләнә.
"Башинформ"
https://www.bashinform.ru/news/1491693-v-alsheevskom-rayone-bashkirii-otkrylsya-pervyy-fok-s-basseynom/
Читайте нас: