Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2020, 19:55

"Терра-Башҡортостан" турнирының еңеүсеһе - 15 йәшлек ҡыҙыҡай!

«Терра Башҡортостан» ат спорты турнирының еңеүсеһе - 15 йәшлек Шишмә ҡыҙы Айгөл Моратова.

«Терра Башҡортостан» ат спорты турнирының еңеүсеһе - 15 йәшлек Шишмә ҡыҙы Айгөл Моратова.
Айгөл Моратова 12 этап еңеүселәре ҡатнашҡан финал ярыштарында беренсе булып килде. Ярыш Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында үтте. Сара сиктәрендә Республика башлығы призына ла ат бәйгеһе ойошторолдо. Мауыҡтырғыс турнирға БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова тамаша ҡылды.Йыл дауамында барған турнирға бөгөн йомғаҡ яһала. Финалда 12 этап еңеүселәре. Жокейҙарҙың бөтәһе лә тәпәй баҫҡандан алып ат өҫтөндә, шулай ҙа бөгөн тулҡынланыу тойғоһо бар. Был юлы үҙеңдең өйрәнгән атыңда түгел, «Аҡбуҙат» ипподромының тәү күргән юртаҡтарында сабышырға тура килә.
Радий Хәбиров белдереүенсә, ат ярышы Башҡортостан өсөн айырым әһәмиәткә эйә, ат борон-борондан башҡорт халҡының айырылғыһыҙ дуҫы, юлдашы булған.
Финал ярышының дистанцияһы 1 мең 200 метр, ҡатнашыусыларға һынауҙы ике тапҡыр үтергә тура килә. Тәүге түңәрәктә беренсе килгән һыбайлы иң арттта килгән атҡа күсеп ултыра. Башҡалар ҙа ошондай уҡ тәртиптә юртаҡтарҙы алмаштыра. Оҙаҡ һымаҡ тойолһа ла ваҡыт тиҙ үтә, еңеүсе-15 йәшлек Шишмә ҡыҙы Айгөл Моратова. Ул Бүләк һәм Алым ҡушаматлы аттарҙа ике түңәрәктә лә финишҡа беренсе килде.
Сара сиктәрендә Республика башлығы, Аҡбуҙат ипподромы һәм Башҡортостан даны призына ярыштар ойошторолдо. Радий Хәбировтың ҡулынан төп призды һәм 250 мең һумлыҡ сертификатты туймазылар яуланы. Ә бына Башҡортостан даны-Әбйәлилдәрҙә. Райондың Әбделмәмбәт ауылынан Раяз Ҡарабандин «Буян» ҡушаматлы атта алдынғылыҡты бирмәне.
Тамашасылар фекеренсә, ат ярыштарын киләсәктә лә дауам итеү мөһим. Бөрйәндән турнирҙың бер этабын да ҡалдырмаған. Улар ярыштарҙа ла теләп ҡатнаша, ғаилә башлығы быйыл Бөрйән районында үткән ҡышҡы ат ярышында өсөнсө урын да алған.
Турнир сиктәрендә ауыл хужалығы продукцияһы ҡуйылған күргәҙмә әл ойошторолдо. «Яҡташ» хужалығы етәксеһе Наил Рәхмәтуллин фекеренсә, йылҡысылыҡҡа иғтибар артыуы ҡыуаныслы. Хужалар үҙҙәре 20 йылдан ашыу башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү, ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнә. Һуңғы йылдарҙа мал һуйыу, ит ризыҡтары етештереү цехы ла асҡан. Тик продукцияны һатыу менән бәйле проблема бар, ти Наил Зәки улы.
Республика башлығы билдәләүенсә, республикала йылҡысылыҡ продукцияһын етештереүҙе яйға һалыу буйынса программа әҙерләнә. Ә ат спортын үҫтереү өсөн «Аҡбуҙат» ипподромы базаһында һынау үҙәге асыласаҡ. Ремонт эштәре ярыштар тамамланыу менән үк башлана.
«Терра Башҡортостан» турниры икенсе йыл ғына ойошторолоуға ҡарамаҫтан, республика тормошонда үҙ урынын яулап өлгөрҙө лә инде. Бөгөн был ярыш ат спортын һөйөүселәр генә түгел, тотош йәмәғәтселек көтөп алған сараға әүерелгән, сөнки ул бәйгенән тыш күргәҙмәләр, сағыу концерт номерҙары менән дә үрелеп бара.
Баш ньюс
Читайте нас: