Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь 2020, 12:09

Бур тотолдо

Ахун магазинына төштөләр

Ахун ауылында бер аҙыҡ-түлек магазины таланды. Кемдер төндә бикте емереп кереп, байтаҡ аҙыҡ-түлекте сәлдерә, шулай уҡ 700 һумды аҡса көйөнсә урлай.
Иртүк ни булғанын күргән магазин хужаһы хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткәс, полиция бурҙы йәһәт тотто. БР буйынса эске эштәр министрлығынан хәбәр итәләр – 47 йәшлек урындағы ауыл кешеһе быға тиклем дә ҡат-ҡат хөкәм ителгән, был уғрылыҡта ла ғәйебен таный, ти.
Урланғандың бер өлөшө хужаһына кире ҡайтарылған, бурға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла: тамағын хәләл көс менән туйҙыра алмай икән, күпмелер ваҡытҡа “дәүләт аҫрауына” күсерелеүе ихтимал.
Читайте нас: