Сентябрь башында билдәле блогер, Омск ҡалаһындағы хәрби часта казарма емерелеү һөҙөмтәһендә ике аяғынан да яҙған Рөстәм Нәбиев сәйәхәткә юлланғайны, бөгөн ул илебеҙҙәге иң бейек нөктәне яулаған.
Ярты сәғәт элек Рөстәм Инстаграмдағы битләүендә: “Дуҫтар, мин Эльбрусты яуланым! Ныҡ арыным, хәл йыйғас та бәйләнешкә сығасаҡмын”, – тип яҙған.
Яҡташыбыҙ Гиннесс рекордтары китабына инеүе ихтимал, сөнки әлегә тиклем аяҡһыҙ бер кеше лә бындай бейеклеккә үрмәләгәне булмаған.