Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 13:40

Аяҡһыҙ ҡала яҙған

Башҡортостанда бер ир яңылыш бесән сапҡысҡа аяғын ҡырҡҡан.

Башҡортостанда бер ир яңылыш бесән сапҡысҡа аяғын ҡырҡҡан. Табиптар уның ғүмерен генә түгел, аяғын да ҡотҡарған.Был хәл Баймаҡ районында булған. Уңыш йыйып йөрөгәндә ир яңылыш аяғын ҡырҡҡан. Ул бик оҙаҡ баҫыуҙа ятҡан, бер литрға яҡын ҡан юғалтҡан. Уны вертолет менән Өфөгә алып киткәндәр һәм 21-се дауаханаға һалғандар. Бында хирургтар сираҡты теккән. Операция уңышлы үткән, бер айҙан ир йөрөй башлаған.Ә бына герой-табиптарҙың исемдәре: хирургия бүлеге мөдире Сәғит Ҡаҙбулатов, Денис Юлдашев, травматологтар — Артур Нухов, Денис Айидов, анестезиолог Людмила Лунник, анестезистка Гөлназ Ғәҙиәтуллина, шәфҡәт туташы Динара НиғмәтуллинаСығанаҡ: Башинформ
Читайте нас: