Яйыҡ
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 17:05

Балаларҙы аҡсаһыҙ ҡалдырған

Әле оятһыҙ ҡатындың ҡыҙын һәм улын аҡсаһыҙ ҡалдырыуы ла билдәле булды.

Былтыр октябрҙә бәлиғ булмаған ике балаһын ауырыу иренә ҡалдырып сығып киткән Гөлнара Шабрина тураһында яҙғайныҡ инде. Кәкүк-әсә эшкә тип киткән ерҙән Яңы йыл алдынан да ҡайтмаған ине.
Әле оятһыҙ ҡатындың ҡыҙын һәм улын аҡсаһыҙ ҡалдырыуы ла билдәле булды. Һүҙ 16 йәшкә тиклемге балаларға тейешле дәүләт ярҙамы хаҡында бара.
Быйыл июлдә Гөлнараның ире Александр яман шештән вафат була. Ғаилә балаларға тейеш түләмде юлламаған була. Һәм бына сентябрҙә, ниһайәт, үҫмерҙәрҙең өләсәһе Пенсия фондына мөрәжәғәт итә. Унда шаҡ ҡатырғыс хәбәр ишетә: 40 мең һумды әсә кеше юллап алған.
Был хаҡта "ГорОбзор" порталына уның 15 йәшлек улы Дмитрий белдергән. "Ул атай иҫән саҡта уҡ аҡсаны үҙенең иҫәбенә күсергән. Ә 30 августа ҡалған сумманы алған", - ти ул. Үҫмер һөйләүенсә, әсәһе шулай уҡ әсәлек капиталын да үҙләштергән.
Хәҙер инде ғаилә Гөлнараны әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итер өсөн судҡа ғариза биргән. Тиҙҙән был мәсьәлә ултырышта ҡаралырға тейеш.
Дмитрийҙың етемдәрҙе аҡсаһыҙ ҡалдырғанына асырғанып яҙыуына ҡаршы Гөлнара бер нимә тип тә яуап бирмәгән...
Фото: vk.com/newsrb
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова.
Читайте нас в