Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 13:35

Гигант бәшмәк

Тыныс һунар яратыусылар урманда ҙур бәшмәккә тап булған

Башҡортостандың Салауат районы Комсомол ауылы янында тыныс һунар яратыусылар урманда ҙур бәшмәккә тап булған. «Салауат ерендә» баҫмаһы хәбәр итеүенсә, ҙур һаңғырау бәшмәкте ошо ауылда йәшәгән Гөлгөнә һәм Илдар Ғәлиуллиндар тапҡан. Үлсәү уның 3 килограмдан саҡ ҡына ашыуыраҡ икәнен күрһәткән.
Ғәлиуллиндар үҙҙәренең табышын әсәһенә бүләк иткән, ул бәшмәктән тәмле ризыҡ бешереп, күрше-тирәне һыйлаған.
Бынан алда Башҡортостандың Баймаҡ районында ла ат башындай ашарға яраҡлы бәшмәк тапҡайнылар. «Табыш» хужалары ҙур бәшмәкте бүлеп, ҡурҙаҡ бешергән. Был ризыҡ 20 кешене ашатырға еткән.
https://www.bashinform.ru/news/1493122-v-bashkirii-lyubiteli-tikhoy-okhoty-nashli-gigantskiy-grib/
Читайте нас: