Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 13:40

Көн боҙола

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе елдең көсәйеүе тураһында иҫкәртә.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе елдең көсәйеүе тураһында иҫкәртә. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 15 сентябрҙә көндөҙ елдең секундына 20 метр тиҙлектә иҫеүе фаразлана.
Был көндө болотло һауа торошо көтөлә. Ваҡыты менән ямғыр. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан секундына 9-14 метр, көндөҙ урыны менән 15-20 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә +4, +9, көндөҙ +10, +15 градус.
Автомобиль юлдарының айырым участкаларында ямғырҙа 1-2 саҡрымдан күреү мөмкинлегенең кәмеүе, төндә һәм иртән урыны менән 500 метрҙан күреү мөмкинлеге менән томан.
Бофорт шкалаһы буйынса, елдең секундына 17-20 метрға етеүе – дауыл. Көслө иҫкәндә ағастарҙың ботаҡтары һына. Бындай һауа торошо йылға транспорты төрҙәре өсөн хәүефле.
https://www.bashinform.ru/news/1492956-tuman-dozhd-i-silnyy-veter-mchs-bashkirii-soobshchaet-ob-ukhudshenii-pogody/
Читайте нас: