Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 16:55

Киләһе турға үтте

Өфө музыканты «Тауыш 60+» шоуында сығыш яһап, Гарик Сукачёв командаһына эләкте.

Өфө музыканты «Тауыш 60+» шоуында дәртле сығыш яһап, Гарик Сукачёв командаһына эләкте.
Республикабыҙҙың баш ҡалаһынан 61 йәшлек Сергей Шикалов билдәле «Blue Suede Shoes» йырын башҡара. Уға ике остаз борола: тәүҙә Рәсәй рок-музыканты Гарик Сукачёв, ә һуңынан эстрада йырсыһы Тамара Гвердцители. Сергей остаз итеп Сукачёвты һайлай, миңә уның рухы яҡыныраҡ, тип билдәләй конкурсант.
Сергей үҙе әйтеүенсә, ул сәхнәлә 1975 йылдан бирле сығыш яһай икән. - Мәктәптә уҡығанда уҡ музыка менән шөғөлләнә башланым, хатта аҡса ла эшләй торғайным. Мәктәп коллективы менән юбилейҙарға, туйҙарға йөрөнөк. Ғүмерем буйына ресторанда эшләнем, - тип үҙе менән таныштыра Сергей Шикалов.
Ата-әсәһе Сергейҙы 2-се класта уҡығанында музыка мәктәбенә уҡырға бирә. Ләкин малай сәнғәт донъяһына мөкиббән китеп ғашиҡ булмай. Ә бына 13 йәшендә ҡулына гитара килеп эләккәс, уның тормошо ҡырҡа үҙгәрә. Гитараны ул ғүмерлек юлдашы итеп һайлай.
“Конкурста еңермен, тип уйламайым, ә бына мәртәбәле сарала ҡатнашыуыма шатмын”, - ти ул.
Ярыштың киләһе турҙарында яҡташыбыҙға уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: