Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 17:10

Коронавирустан вакцина килеп етмәгән

Белгестәр фекеренсә, грипп менән коронавирус бергә ҡушылһа, һаулыҡҡа бигерәк ныҡ ауыр буласаҡ.

Көҙ етеү менән илдә эпидемик хәл ҡатмарлаша башлай. Быйыл миҙгел киҙеүенә коронавирус та килеп ҡушыла. Белгестәр фекеренсә, грипп менән коронавирус бергә ҡушылһа, һаулыҡҡа бигерәк ныҡ ауыр буласаҡ. Сирҙәрҙән һаҡланыуҙың төп алымы – вакцина.
Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында ла ошо хаҡта һүҙ алып барылды. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, әле Башҡортостанда 287 мең кеше грипҡа ҡаршы прививка яһатҡан. Быйыл уны бөтәһе ике миллион кешегә яһау планлаштырыла. 516 мең дозалыҡ тәүге партияны 25 сентябрҙә эшләп бөтөргә уйлайҙар. Әлеге ваҡытта икенсе партия килеүен көтәләр.
Был вакцина балаларға 6 айҙан башлап эшләнә, ул тәү сиратта мәктәп уҡыусылары, студенттар, өлкәндәр, шул иҫәптән табиптар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт, мәғариф тармағында эшләгәндәр, 60 йәштән өлкәндәргә һәм ауырлы ҡатындарға эшләнә.
Коронавирус инфекцияһына килгәндә, әлегә Башҡортостанға был вакциналар килеп етмәгән. Тейешле заявка бирелгән.
– Илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығына беренсе этапҡа кәрәкле һәм, дөйөм алғанда, үҙебеҙҙең минималь иҫәптәрҙе ебәрҙек. Вакцинаны һаҡлау өсөн урын әҙерләнде, ул “Башфармация” келәтендә һаҡланасаҡ, унда температура режимы 20 градустан түбән булмаҫҡа тейеш. Вакцинаны ҡабул итергә әҙербеҙ, көтәбеҙ, – тине Максим Забелин.
Фото: Яндекс.Новости
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас: