Яйыҡ
-11 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 17:10

Республикала 67 уҡытыусыла һәм уҡыусыла коронавирус раҫланған

Әле 14 муниципалитеттың 41 мәктәбенән 853 уҡыусы карантинда.

Башҡортостанда уҡыу йылы башланғандан алып 67 уҡытыусы һәм уҡыусы коронавирус йоҡторған, тип хәбәр итте мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.
Әле 14 муниципалитеттың 41 мәктәбенән 853 уҡыусы карантинда.
Мәктәпкәсә учреждениеларҙағы айырым төркөмдәр карантинға ебәрелде, дүрт балалар баҡсаһы ябылды.
Урта махсус уҡыу йорттарында инфекция йоҡтороуҙың бер осрағы ла теркәлмәгән, тип өҫтәне министр.
«Иң мөһиме, беҙ тулҡынға ҡаршы тора алдыҡ. Әлегә мәғариф системаһында сирлеләр һаны күп түгел. Шуның өсөн мәктәп директорҙарына, медицина инспекторҙарына рәхмәт. Уларҙың эше тағы бер аҙнаға оҙайтылды. Ләкин иллюзия булырға тейеш түгел. Кисә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы иң күп сирлеләр һанын теркәне. Ҡайһы бер илдәрҙә икенсе тулҡын башлана», — тине республика башлығы Радий Хәбиров.
https://www.bashinform.ru/news/1493347-v-bashkirii-koronavirusom-zaboleli-67-uchiteley-i-shkolnikov/
Читайте нас в