Ижад һарайында оло тантана үтте. Производство алдынғылары түгел, ғаилә, ата-әсә бурыстарын өлгөлө башҡарыусылар билдәләнде. Хәйер, ундайҙар, ҡағиҙә булараҡ, эштә лә һынатмайҙар.
Миҙал, сертификат, дипломдарҙы тапшырыуҙа район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡоловалар ҡатнашты.
БР Башлығының ҡотлауы һәм иҫтәлекле бүләк 60 йыл бергә тормош юлынан татыу атлаған Минһажевтарға бирелә. Зәки Абзал улы тау-байыҡтырыу комбинаты ветераны булһа (шахтер), Минъямал Ҡорбан ҡыҙы оҙаҡ йылдар Учалы тегеү фабрикаһында хеҙмәт иткән. Гәүһәр туйҙарын туйлаған, өс бала тәрбиәләп башлы-күҙле иткән ағай менән апай әле 6 ейән-ейәнсәр, 5 бүлә-бүләсәрҙәренә һөйөнөп йәшәйҙәр.
БР Башлығының указы менән Һәйтәк ауылынан Лира Кирәева “Әсәлек даны” миҙалы менән наградланды. Лира Ринат ҡыҙы биш бала әсһе – Ришат, Индира, Алмас, Алмат, Виктория. Балалар менән һөйләшергә форсат сыҡты – алсаҡ, теремектәр, эшкә күнегеп үҫеүҙәре лә һөйөнөслө.
Быйыл БР Йәмәғәт палатаһы «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһын булдырылғайны. Балалар тәрбиәләгән, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм тергеҙеү өсөн шарттар булдырған, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙар бүләкләнә. Был наградаға Миндәктән Илгис Сәйфүлмөлөкөв һәм Учалы ҡалаһынан Валерий Курочкин лайыҡ булдылар.
Илгис Әхмәт улы – уҡытыусы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Лилиә Рөстәм ҡыҙы менән 7 бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Барыһы ла яҡшы уҡый, спорт менән шөғөллөнә, өлкәндәре ныҡлап тормошта урынлашҡан да инде, ғаиләлеләр – бер улдары, офицер, майор дәрәжәһенә еткән. Награда алырға 11-се класта уҡыған, мыҡты кәүҙәле Исхаҡ улы менән килгәндәр ине.
Ә Курочкиндарҙы күптәрҙең концерттарҙа күргәне бар инде. Улдары Владислав һәм ҡыҙҙары Анастасия иҫ китерлек һәләтле музыканттар, күп конкурс еңеүселәре бит. Әле махсус уҡыу йорттарында белемдәрен камиллаштыралар. Ә Валерий Иванович менән Юлия Нәжип ҡыҙы тәрбиәгә Азалия менән Ивилина исемле сабыйҙарҙы алғандар. Улар ҙа йыр-моңға тартыла башланы, тип йылмайҙы һөйләшкәндә оло Курочкиндар. Ә бит үҙҙәре сәнғәт кешеләре лә түгел: әсәй быға тиклем һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләһә (әле хужабикә), ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар тау-байыҡтырыу комбинатында тепловоздар йөрөтә.