Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2020, 18:45

Ғазраил килгәс...

Әбейҙең бабайы ауырый башлаған. Ҡарсыҡ илап-илап Хоҙайҙан ялбара, ти:– Эй, Хоҙайым, ҡартыҡайымды алғансы, үҙемде генә ал, йә, унһыҙ нимә генә эшләй алам!

Әбейҙең бабайы ауырый башлаған. Ҡарсыҡ илап-илап Хоҙайҙан ялбара, ти:– Эй, Хоҙайым, ҡартыҡайымды алғансы, үҙемде генә ал, йә, унһыҙ нимә генә эшләй алам!Күрше ҡатыны әбейҙән:– Ғазраил кем булып килә? - тип һораған.Әбей:– Аҡ әтәс ҡиәфәтендә инде, – тигән.Ошонан һуң теге ҡатын әбейҙе шаяртмаҡсы була. Иртәгәһенә ҡарсыҡ тағы ла илап ултырғанда өйгә аҡ әтәс индерә лә үҙе шым ғына күҙәтеп тора. Мәхлүкте күреп ҡалған әбейҙең ҡото оса. Ул үҙенә табан килгән әтәскә ҡартын төртөп күрһәтә лә ҡаса башлай:– Юҡ-юҡ, ауырыу ана ята! Мин түгел!..
Автор: Венер ИСХАҠОВ.
Читайте нас: