Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2020, 17:45

“Тәмәкегә аҡса бир әле”

Туй бара. Бына кәләш менән кейәүгә шампан шарабы ҡойоп бирҙеләр. Имеш, хәҙер ғаиләлә кемдең баш буласағын асыҡлайҙар. Килен кеше, шуны ғына көткәндәй, шарапты төбөнә тиклем һемереп ҡуйҙы ла ҡыуанысынан ауыҙы ҡолағына етте. Йәнәһе, күрегеҙ, мин шәп, мин — беренсе!

Туй бара. Бына кәләш менән кейәүгә шампан шарабы ҡойоп бирҙеләр. Имеш, хәҙер ғаиләлә кемдең баш буласағын асыҡлайҙар. Килен кеше, шуны ғына көткәндәй, шарапты төбөнә тиклем һемереп ҡуйҙы ла ҡыуанысынан ауыҙы ҡолағына етте. Йәнәһе, күрегеҙ, мин шәп, мин — беренсе!
Ә кейәү, әҙәп һаҡлапмы, әллә буласаҡ ҡатынының күңелен күрергә теләпме, был бурысты һуңлабыраҡ атҡарҙы. Тамашаны ҡыҙығып ҡарап торған халыҡ гөж килде:
— Килен еңде!
— Маладис!
— Донъя тотҡаһы һинең ҡулда!
Быға егеттең әсәһе лә эстән генә ҡыуанып ҡуйҙы. Улы эшкә харап шәп булһа ла, баҫалҡыраҡ, ҡыйыуһыҙыраҡ шул. Шуға ла утыҙы еткәнсе өйләнә алмай йөрөгәндер. Килен тейешле ҡыҙҙы ул күрше районға үҙе барып, эҙләп табып, улы менән таныштырҙы. Ундайыраҡтарға ошондай ут кеүек ҡыҙ кәрәк инде! Донъя көтөргә йәтеш булыр.
Шунан яңы барлыҡҡа килгән ғаилә нисек йәшәп китте тиһегеҙме? Йәш ҡатын тәүге көндәрҙән үк еңмешлеге, яһиллығы менән ирен аптырата. Эшенән саҡ ҡына һуңлап ҡайтһа ла һорау алыу башлана:
— Ҡайҙа йөрөнөң? Һөйәркәң янында булдыңмы? Тағы ла шулай йөрөһәң, ҡайтам да китәм, үәт!
Дуҫ-ише йомош менән кергеләһә лә өнәмәне, яҡты сырай күрһәтмәй:
— Өйгә бысраҡ һөйрәп йөрөмәһендәр, мин кеше артынан таҙартырға тормайым, — тип еңмешләнә.
Балалары тыуған көн кейәү өсөн иң бәхетле мәлгә әүерелә. Тик килен генә зәһәрлеге менән был йортҡа бәхет килтерергә ашыҡмай. Ә бер көн Алмасты буш өй ҡаршы ала. Тәҙрә-ишектәрҙәге пәрҙәләр юҡ, телевизор, радио ла әллә ҡайҙа осҡан. Аңлашыла: ҡайтып киткән.
Бер сама ваҡыт үткәс, килен кеше килеп алырға ҡушып шылтырата. Малайын үлеп һағынған Алмас шунда уҡ йыйынып юлға сыға. Әммә бер ҡайтып, бер китеүҙе йолаға индерә килен. Ярай ҙа ул тыныс ҡына ҡуҙғалһа, машина саҡырта, бөтә әйберен тейәй, күрше-тирәгә ирен яманлап һөйләй. Бындай ҙа тупаҫлыҡты күреп өйрәнмәгән Алмас ни эшләргә белмәй, үҙ-үҙенә бикләнә. Ҡатынының холҡо өсөн күрше-күлән, туғандары алдында уңайһыҙлана. Әммә түҙемлектең дә сиге була — көндәрҙең береһендә ирҙе аҫылынған килеш һарайҙа табалар...
Тағы бер ғаилә юҡҡа сыҡты, бала етем ҡалды. Ә бит уларға бәхетле булыу өсөн бер ни ҙә ҡамасауламай ине. Алмас ата-әсәһе ярҙамы менән өйләнгәнсе үк ҙур, матур өй һалып ҡуйғайны, аҡсаһын да тапты. Тик әлеге лә баяғы туйҙа уҡ “еңгән” кәләштең мин-минлеге бөтәһен дә селпәрәмә килтерҙе.
Ғәжәп: һуңғы осорҙа, ни өсөндөр, гелән ҡатын-ҡыҙҙы өйҙә төп хужа итеп күрергә ғәҙәтләндек. Ирҙәргә, имеш, ике донъя бер мөрйә, улар эсә, ваҡланды. Ғаилә тарҡалған ваҡытта ла бар ғәйепте көслө затҡа япһарырға өйрәндек. Ул шулай, ул былай…
Тағы бер миҫал. Көньяҡ Урал райондарынан бер ҡыҙ спорт өлкәһендәге ғәжәп уңыштары менән ҡыуандырҙы. Үҫә төшкәс, республикала ғына түгел, Рәсәйҙә, сит илдәрҙә лә еңеүҙәр яулай башланы ул. Ҡыҙға артабан шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр күберәк булһын тип, ғаилә Өфөгә күсеп килде. Сираттағы еңеүенән һуң улар менән бәйләнешкә инеп, мәҡәлә яҙырға теләгемде белдерҙем. Ҡыҙ әллә ни асылып барманы, ә әсәһе уны был спорт төрөнә атаһы өйрәткәне хаҡында ихлас һөйләне. Йәнле әңгәмә килеп сыҡты.
Унан һуң берме-икеме йыл үтте. Телевизорҙан башҡорт ҡыҙының абруйлы ярышта тәүге урынды алғаны хаҡында хәбәр иткәс, спорт менән ҡыҙыҡһыныусылар араһында ҡыуанмаған кеше булмағандыр.
— Үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙы бит ул!
— Афарин!
Еңеүсене бер төркөм журналистар Өфө вокзалына барып уҡ ҡаршыланыҡ, етәкселәр ҙә бар ине. Әлбиттә, бөтә халыҡ араһында иркенләп һөйләшеп булманы, шуға ла иртәгәһен уның менән йәнә осрашырға тура килде. Әсә кеше хәҙер бер белем усағының директоры ине. Был юлы ла матур ғына мәҡәлә яҙылды.
Редакцияла ғәҙәти эш көнө ине. Бүлмәлә телефон шылтыраны. Трубканы алдан алып өлгөргән хеҙмәттәшем уны миңә һондо:
— Кемдер һине һорай, асыулы һымаҡ.
Иҫәнләшеү-нитеү, үҙе менән таныштырыу юҡ, ул миңә ябырылмаһынмы!
— Ниңә уны яҙҙығыҙ?! Кем рөхсәт итте?
— Бәй, аңламайым, кемде, нимәне? – Бер аҙҙан ғына был ханымдың теге ҡыҙҙың әсәһе икәнлеген аңланым. Баҡһаң, уға “атаһы өйрәткән” тигән яҙыу оҡшамаған.
— Теге ваҡыт үҙегеҙ шулай тип әйткәйнегеҙ бит…
Ҡатын минең яуабымды ишетергә лә теләмәне:
— Башты ҡатырмағыҙ! Ул хәҙер минең өсөн юҡ. Ҡыуып сығарҙым мин уны. Ана, үҙе кеүек һаҡсыны тапһын! Шуның өс бөртөк аҡсаһына ҡалған көнөм юҡ (ҡыҙҙың атаһы һаҡсы булып эшләй ине). Мин һеҙҙе судҡа бирәм. – Ярһыған ҡатын ауыҙ асып һүҙ әйтергә ирек бирмәне, берсә ирен һүкте, берсә миңә янаны…
Директор һынлы директорҙың шундай тупаҫлығы аҡылыма һыйманы. Хоҙайым, уның ҡул аҫтында эшләгәндәргә, балаларға түҙемлек бирһен, тип уйланым. Ә йәшлектә мәңге бергә булырға вәғәҙәләшкән, пар балдаҡтар бүләк итешкән, бер нисә йыл элек кенә маҡтап туя алмаған ирен бөгөн килеп күрә алмауы ғәжәп тойолдо. Уларҙың юлдары айырылышыуында үҙенең дә ғәйебе юҡмы икән? Педагог исемен йөрөткән был ханым киләсәктә балаһында атай кешегә, ғөмүмән, ир затына ихтирам, хөрмәт тойғоһо тәрбиәләй алырмы? Әсәнән “матур” өлгө алған ҡыҙ ҙа үҙенең иренә ҡарата шулай уҡ йәмһеҙ ҡыланмаҫ тип кем әйтә ала?
Һүҙ юҡ: заман үҙгәрҙе. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ араһында юғары, яуаплы вазифа биләгәндәр етерлек. Ҡайһы берәүҙәр эш хаҡын да ирҙәренә ҡарағанда күберәк ала. Әммә ғаиләлә гүзәл зат балалары өсөн — әсәй, ире өсөн ҡатын булып ҡалырға тейеш. Үкенескә ҡаршы, бәғзеләр өйҙә лә етәксе бурысын үтәй.
Әлбиттә, ирҙәрҙең төрлөһө бар: бәғзеләре, бөтә ҡатындар ҙа шулай икән, тип яҙмышына күнеп, бәйҙәге эт кеүек йәшәй бирә, икенселәре, балаһынан айырылыу нисек кенә ҡыйын булмаһын, ғаиләнән китә, өсөнсөләре, түҙемлеге шартлап, үҙ-үҙенә ҡул һала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләһен юғалтып, урамда асарбаҡ булып йөрөгәндәр ҙә етерлек.
Телевизорҙан республикала юғары вазифа биләгән ханым менән тапшырыу бара. Уның яңғыҙы ир балалар үҫтергәне мәғлүм. Бөтә ғаләм алдында ирен әйтеп ҡалырға ла онотманы:
– Беҙҙең ир заттары үҙенән көслө ҡатындар менән йәшәй алмай…
Әгәр һин аҡыллы, көслө икәнһең, бәлки, шул сифаттарыңды ғаилә бөтөнлөгөн һаҡлау, балаларҙы бергә үҫтереү өсөн йүнәлтергә кәрәк булғандыр?
Ошондай саҡтарҙа атайым менән әсәйем иҫкә төшә. Уларҙың икеһенең дә бала, үҫмер саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килгән. Әсәйем — өс, ә атайым бер класс тамамлаған. Тимәк, улар хәҙергеләр кеүек ғаилә, нисек йәшәү хаҡында төрлө әҙәби китаптар уҡып ултырмаған.
Заһир менән Ғәлиә кеүек ғашиҡ та булып йөрөмәгәндәр. Уларҙы димләп ҡауыштырғандар. Берәй нәмә эшләргә теләһәк, әсәйем һәр ваҡыт иң тәүҙә атайыбыҙҙан рөхсәт һорарға ҡушыр ине:
— Атайығыҙ нимә тип әйтер?
Ҡушылған эште саҡ ҡына онота башлаһаҡ та, атайыбыҙҙы иҫкә төшөрөр булды:
— Атайығыҙ асыуланыр ҙаһа!
Һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер ирҙәр ғаиләнең тулы ағзаһы түгел, ә аҡса табыусы һымаҡ ҡына ҡабул ителә башланы. Себерҙә эшләп йөрөгәндәрҙең ҡатындарынан ошондайыраҡ һүҙҙәр ишеткән бар:
— Ҡасан китә инде, ялҡытты…
Себерҙә ябай эшселәрҙең нисек аҡса тапҡанын һәр кем белә. Бахыр ир ғаиләһен ҡарау өсөн ҡырыҫ шарттарҙа ал-ял белмәй тир түгә, һаулығын юғалта. Ә ҡайһы бер ҡатындар еңел йәшәүҙе кәсеп итеп, унан йәһәтерәк ҡотолоуҙы ғына көтә. Былай рәхәт: ҡулда аҡса бар, ҡайҙа теләй, шунда бара, күңел аса, ашарға әҙерләп, ир көтөп ултыраһы түгел. Күптәр хәҙер анһатҡа сығып, һөт-майҙы һатып та алам тип, һыйыр аҫрауҙы ла онота башланы.
Ғаиләлә генә түгел, мәктәптә лә был йүнәлештә ҙур эш алып барырға кәрәк. Малайҙарҙың һүлпәнерәк тә, шаяныраҡ та булыуын беләбеҙ. Әммә уларҙы ҡыҙҙар алдында “ялҡау, һин дә егет булып йөрөгәс” тигәнерәк һүҙҙәр менән шелтәләү матур күренеш түгел.
Йәшерен-батырыны юҡ: йортона ҡунаҡ, туғандарын, дуҫтарын, хатта үҙен тәрбиәләп үҫтергән ата-әсәһен алып ҡайта алмаған ир-ат бихисап. Икенселәре тәмәке алырға, машинаһына бензин һалыр өсөн дә ҡатынынан тилмереп, күҙен мөлдөрәтеп аҡса һорай. Бындай көнгә ҡалған ирҙе хеҙмәттәштәре, дуҫтары хөрмәт итерме? Икеле.
Көслө зат ихтирамға мохтаж. Уға ҡарата бындай мөнәсәбәтте тап ҡатын-ҡыҙ тәрбиәләргә тейеш. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Автор: Венер Исхаҡов
Читайте нас: