Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2020, 10:55

Техника яңыртыла

Хәйбулла районының ауыл хужалығы предприятиелары дәүләт ярҙамында техника яңырта.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Хәйбулла районы ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр ауыл хужалығы техникалары һәм ҡоролмалары алыуҙы дауам итә. Яңыраҡ крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Айрат Шәрипов “Ростсельмаш” заводынан өр-яңы иген урғыс комбайн алып ҡайтты. Был техника 2020 йылда район аграрийҙары тарафынан алынған 13-сө комбайн.
Йыл башынан 135 227 500 мең һум дөйөм суммаға 85 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡоролмалар алынған, 2 берәмек техника модернизацияланған. Уларҙан лизинг программаһы буйынса 4 берәмек техника һәм грант программаһы буйынса 1 берәмек ауыл хужалығы техникаһы алынған. Ҡалған техника фермерҙарҙың үҙ аҡсаһына алынған.
Шулай уҡ грант программаһы буйынса тағы ла ете ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрҙең ауыл хужалығы техникалары алыуы көтөлә.
Район аграрийҙары бының менән туҡталып ҡалырға йыйынмай. Йыл аҙағына тиклем 4-5 берәмек комбайндар алыу планлаштырыла.
Башҡортостан Хөкүмәте һәм республика ауыл хужалығы министрлығы тарафынан техникалар һатып алыу йүнәлешендә “Техникаларҙы яңыртыу программаһы” ҙур ярҙам күрһәтә. Ошоға ярашлы, артабан һатып алынған техника өсөн сығымдарҙың 50 проценты дәүләт тарафынан субсидиялана.
Техникалар һатып алыуҙа йыл да төрлө кимәлдә үткәрелгән техникалар күргәҙмәһе (республика һәм Рәсәй күләмендә), Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы тарафынан ойошторолған завод дилерҙары менән осрашыу кеүек саралар ҙур роль уйнай.
Шулай уҡ ауыл хужалығы техникалары етештерелгән заводтарҙа булып, фермерҙарҙың техникаларҙы үҙ күҙҙәре менән күреүе, завод вәкилдәре менән осрашыуы (конструкторҙар) ҙур әһәмиәткә эйә.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: