Андрей Назаров Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры итеп тәғәйенләндеБөгөн Дәүләт Йыйылышы депутаттары бер тауыштан уның кандидатураһын хупланы. Радий Хәбиров уны тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.— Киң мәғлүмәтле булыуы, һөнәри һәм башҡа сифаттары Андрей Геннадьевичҡа ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы атҡарып сығырға мөмкинлек бирер тип ышанам. Бөгөн беҙ кадрҙар мәсьәләһен генә хәл итмәйбеҙ, ә республика үҫешен билдәләйбеҙ, - тине Хәбиров.Сығанаҡ: "Башинформ"