Өфөлә туғандары аҙнаһына бер тапҡыр ашатҡан 91 йәшлек инәй вафат булғанДаша инәй хаҡында август башында «Старость в радость» фонды ярҙамында билдәле булды. Ул саҡта хаҡлы ялдағы инәй өс көн рәттән стенаға һуҡҡан, ярҙам һорағандыр, бәлки, ә аҙаҡ тынып ҡалған. Күршеләре ҡотҡарыусыларҙы саҡырған, улар фатирға тәҙрә аша ингән. Баҡтиһәң, инәй ишетмәй икән, шуға ла ишекте асмаған.Асыҡланыуынса, Дарья инәй яңғыҙы йәшәй - ирен күптән ерләгән, уларҙың балалары булмаған. Күпмелер ваҡыт уны ағаһының ҡыҙы тәрбиәләгән, ләкин инәй фатирын уға яҙҙырыуҙан баш тартҡас, уныһы ла юғалған. Аҙнаһына бер тапыр ялланған ҡараусы ҡатын уны ашатырға килгән. Инәй үҙенең пенсияһы ҡайҙа икәнен дә белмәгән.Был хәл йәмәғәтселеккә билдәле булғас, Даша инәйгә социаль хеҙмәткәр тәғәйенләргә вәғәҙә иткәндәр, ә киләсәктә өлкән йәштәгеләр өсөн йорт-интернатҡа күсерергә уйлағандар. Ләкин бөгөн инәйҙең донъя ҡуйыуы тураһында билдәле булды. Туғаны әйтеүенсә, уны эконом-класс буйынса ерләйҙәр, ләкин ул үҙе ерләүгә килмәй.