Яйыҡ
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2020, 15:35

Ҡатынын үлтергән ир уны ерләргә килмәксе

32 йәшлек Иглин ауылында йәшәгән ҡатынды ире туҡмап үлтерҙе. Уның өс бәләкәй балаһы етем ҡалды.

Меҫкен Альбина тураһында быға тиклем хәбәр иткәйнек инде. 32 йәшлек Иглин ауылында йәшәгән ҡатынды ире туҡмап үлтерҙе. Уның өс бәләкәй балаһы етем ҡалды.
Ошо көндәрҙә Альбинаны һуңғы юлға оҙатасаҡтар. Ҡатын бер нисә көн реанимацияла ятып, баш мейеһенең етди йәрәхәтенән һәләк булғайны.
“КП-Уфа” баҫмаһы белдереүенсә, уны ире үлтергән. Был турала Альбинаның элекке ҡәйнәһе һөйләгән.
Ҡатынды икенсе ире даими рәүештә туҡмап торған. Яндарында ике йәшлек малайҙары булыуы ла вәхшиҙе туҡтатмаған. Һуңғы тапҡыр һуғышҡандарынан һуң ҡатын комаға китә һәм аңына килмәй һәләк була.
Әйткәндәй, тиран ир үҙенең ғәйебен танырға уйламай ҙа. Уның белдереүенсә, Альбина йығылған һәм башын бәргән. Тик ҡатындың туғандары быға бер тамсы ла ышанмай. Уның элекке ҡәйнәһе иргә ҡарата полицияға ғариза яҙған. Улар енәйәт эше ҡуҙғатыуға өмөтләнә.
Альбинаны Иглинда ерләйәсәктәр. Һуңғы йылдарҙа ул ошонда йәшәгән. Меҫкендең апаһы белдереүенсә, уны күмергә ире лә килергә уйлай икән. Вәхши, мин уны яраттым, өрмәгән ергә ултыртманым, шуға күрә уның менән хушлашырға хоҡуҡлымын, тип әйтә ти.
– Ерләргә килергә вәғәҙә биреп ята. Нисек итеп кешеләрҙең күҙенә ҡарар икән, оялмайынса, – тигән апай кеше.
Уның һаман иректә йөрөүе аптырата, әлбиттә...
Фото: КП-Уфа.
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас: