Ҡайтып барам ауылымданКүңелемде байытып,Юл ситенән йүгереп киләБала сағым оҙатып.Сәсе ялбыр, яланаяҡҠулын болғаған була,Аралар алыҫлашһа лаҠалмай йүгергән була.Ҡалдырып китеүе лә йәлАлып китер хәл дә юҡ,Аңламаҫһың был тормоштоКире әйләнер юлдар юҡ.Бала саҡҡа ҡайтыр инемЙылдар йыраҡ булмаһа,Ғаиләмдә балаларымҺағынып көтөп тормаһа.Тормош ҡанундары ҡатыҮткәндәр кире ҡайтмай,Күңел генә һыҡрай һаманБала сағын онотмай.Гөлсөм Монасипова