Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2020, 16:25

Айыу менән булған хәлдәр

Алты кеше йыйылышып, айыу ауларға сыҡҡандар, ти. Барыһында ла ҡушкөбәк, ти.Эҙләй торғас, табалар былар айыу өңөн. Алтыһы бер юлы өң эсенә атып ебәрәләр ҙә, торалар икән ихласлап: “Дөмөктө! Хәҙер һөйрәп сығарырбыҙ!” – тип. Ҡапыл өң эсенән үкереп тайыштабан килеп сыҡмаһынмы!!!

Мин атманым!Алты кеше йыйылышып, айыу ауларға сыҡҡандар, ти. Барыһында ла ҡушкөбәк, ти.Эҙләй торғас, табалар былар айыу өңөн. Алтыһы бер юлы өң эсенә атып ебәрәләр ҙә, торалар икән ихласлап: “Дөмөктө! Хәҙер һөйрәп сығарырбыҙ!” – тип. Ҡапыл өң эсенән үкереп тайыштабан килеп сыҡмаһынмы!!!Былар ултырып килгән машиналары янына йән-фарман йүгерәләр, ти. Ҡыҫҡа буйлылары артта ҡалған. Бәләкәй кешенең аҙымдары ла ырап бармай шул. Йәнтәслим йүгерһә лә етә алмай икән дуҫтарына. Арттан айыу ҡыуып етеп килә, ти бит инде! Үҙе лә һиҙмәҫтән: “Мин атманым! Мин атманым!!!” – тип ҡысҡырып ебәргән, ти...Ҡабат булһын әле!..Һунарсы бажаларына эйәреп, ҡаланан килгән ир ҡапҡан ҡарашырға барған, ти. Эләккән ти бит януар! Ер туҡмап, асыулы үкерә, ти.“Тере! Тере!!!” – тип ҡыуаныша икән бажалары. Йәнәһе, үтен алырға өлгөрәләр. Ҡала кешеһенә был айыу быны-бына ысҡыныр төҫлө, ти.Шул көндән алып ҡурҡҡан бажалары ҡапҡан юлламаҫ булған, ти. “Ҡабат булһын әле! Ҡапҡандарын минһеҙ генә ҡараһындар, инде!” –тип әйткән, ти.Һеҙгә лә етер, миңә лә...Еләк-емеш йыйыуға оҫта инәй ҡурай еләгенә барған. Бер үҙе генә булған. Еләк күп, уңған, ти!.. Еләккә әүрәп, урман эсенә һаман төпкәрәк инә, ти.Лабырҙашҡан тауышҡа, Әүжән урыҫтары икән, тип: “Йыйығыҙ, йыйығыҙ, һеҙгә лә етер, миңә лә етер!” – ти икән инәй. Сыйылдап киткән тауышҡа аңғарып ҡараһа, айыу балаһын һуҡҡыслай, ти. Шулай ҙа инәйебеҙ, биҙрә бәреп, баш һуҡҡан яҡҡа йүгермәгән. Айыуҙарҙан арттараҡ ҡалып, өйөнә тулы һауыт менән ҡайтҡан...Ҡуҡтым...Тәүге яуған ҡарҙан эҙҙәр буйлап аҡылға еңелерәк ир бара икән. Бер мәл ул айыу эҙенә төшкән. Эҙ һыуытмай, был ир ҙә шәп атлай, ти. Ҡапыл эҙ юғалған. Ир таяҡ менән эҙ юғалған урынды дөңгөрҙәтә башлаған, ти. Ярһып, үкереп урман хужаһы килеп сыҡмаһынмы!!! Айыу үкерә, ти, ҡурҡышынан был ир аҡыра, ти. Нисек тә имен ҡотолған был ҡыҙыҡһыныусан ир. Аҙаҡ һөйләй ти: “Ҡуҡтым... Ныҡ ҡуҡтым...” Шул хәлдән һуң ул ир урман эсенә инмәҫ булған...Фотоға төшөрмә!Берәү урманда айыу балаһын күреп ҡала. Фотоаппаратын алып, йәһәт кенә төшөрә лә башлай. Яҡындан да бер нисә кадр эләктерә. Был хәлгә инә айыу түҙеп тормаған. Балаһына ҡурҡыныс янай тип, кешене һуҡҡыслай-һуҡҡыслай ҙа, тамыр-томор араһына төпкә ырғытып ҡуя. Күпмелер ваҡыттан ир аңына килә. Күп ҡан юғалтыуҙан хәле бөтһә лә, барып руль артына ултыра. Үҙе тиҙ ярҙам машинаһы саҡыра. Ҡотҡарып алып ҡала алмайҙар.
Зөһрә Үтәғолова
Читайте нас: