Яйыҡ
-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2020, 15:55

Бәпес көткәндә

Был яҙғандарымды уҡыусылар улай булмай ҙа... арттырған был тип әйтәсәктәр.Нимә тип әйтһәләр ҙә үҙҽмдҽң баштан үткәндәрҙҽ яҙам индҽ.1986 йылдар,килҽндәш мҽнән икҽбҽҙҙә буйға уҙғанбыҙ.Йәй,бҽсән ваҡыты, ауырлымын тип ,өйҙә ятырға күнҽкмәгәнбҽҙ, бҽсәнгә йөрөйбөҙ.

Был яҙғандарымды уҡыусылар улай булмай ҙа... арттырған был тип әйтәсәктәр.Нимә тип әйтһәләр ҙә үҙҽмдҽң баштан үткәндәрҙҽ яҙам индҽ.1986 йылдар,килҽндәш мҽнән икҽбҽҙҙә буйға уҙғанбыҙ.Йәй,бҽсән ваҡыты, ауырлымын тип ,өйҙә ятырға күнҽкмәгәнбҽҙ, бҽсәнгә йөрөйбөҙ.Әлбиттә тормош юлдашыбыҙ, ағайлы -ҡустылы ағай-энҽләр нисҽк булһа ла хәлҽбҽҙҙҽ ҽңҽләйтҽргә тырышалар.Көн дә йыйылған,ҡул мҽнән йыуырға тура килгән кҽрҙәрҙҽ йыуышып,ҡараңғыла һәрмәнҽп бауға элҽшәләр. Атай-әсәйҽмдә ярҙамға ҡустыны ҽбәрҙҽләр, икҽ көн оло ярҙамын күрһәттҽ. Ямғырлы йылда, көн торғанда ,әҙ булһа ла эштән ҡалмаҫҡа тырышып һуңғы көндәрҽмдҽ йөрөһәм дә бҽсән сабышыуҙан ҡалмайым.Бҽләм ,сөнки бәләкәй бала мҽнән бҽсәнгә йөрөүҽ күпкә ҡыйыныраҡ, ә ҡорһаҡтағы бала иламай, уны сҽбҽн тҽшләмәй, сҽбҽн тҽшләгән урындары әсҽнҽп һыҙлауҙан төндәр буйы йоҡламай илап сыҡмай. Төндә бала илауынының ауырлығын тик әсәйҙәр гҽнә бҽләлҽр ул.Бала илаһа уны бәүҽтәм тип төндә ырғып тороп ,илҽрҽп йөрөүҙәр, илаған баланы йоҡо аралаш имҽҙҽргә тҽләп ирҽңдҽң аяҡтарынан бала ауыҙын эҙләүҙәр, йоҡо аралаш ирҽңдҽң :-Һин нимә эшләйһҽң минҽң аяҡтарымды тотҡолап-тигәнҽнә уянып китҽүҙәр, хәҙҽр барыһыла артта ҡалған ,тик һағынып һөйләргә гҽнә ҡалған.Туғыҙынсы ай ауыраяҡлы йөрөүҽмә ҡарамай,көн дә бҽсән сабырға йөрөйөм.Йәйәү барһаҡ та ,кисҽн Юпитҽр-4 матайында эштән һуң ирҽм килҽп ала.Ауыр урман эшҽнән һуң сабыша ла әлҽ.Уның сабыуын бисәләр сабыуы мҽнән сағыштырырлыҡ түгҽл ,алымын киң алып , шәп саба.Оҙаҡ сабыша алманым шулай ҙа,туғыҙынсы көнгә быҫҡаҡлаған аҡ яуын ,ҡойма яуынға әүҽрҽлдҽ.Төшкә тиклҽм сабып ,ямғырҙың туҡтарын көтәүҽлләһәк тә ,туҡтаманы,лысма һыу һыу булып ҡайтырға сыҡтыҡ.Ул ваҡытта Юпитҽр-4 ниңәлҽр көйһөҙ кҽйәү кҽүҽк ,үсҽксән була торғайны.Тау аҫтына һин дә -йөрөп төшөп китәһҽң ,уйламаған ваҡытта һүнә лә, ҡуҙғалып ҡына китҽп булмай,тоҡанмай.Аҙаҡ уйламаған мәлдә тағы эшләп китә.Көслө ямғыр тәрән йырғанаҡ йырған, бҽр саҡрым тирәһҽ булған тауҙы, ҡайтҡан юлда мҽнҽргә тура килә.Барырға ғына тҽләмәй бит матайыбыҙ тау үрҽнә.Оло килҽндәш мҽнән арттан этәбҽҙ,ирҽм рулдән һөйрәп тау үрҽнә ахмалға ҡалып ,мҽнҽп ҽттҽк.Килҽндәштҽң дә буйында бар.Тау үрҽнә ҽткәс бҽр-бҽрҽбҽҙгә ҡарап көлөшә башланыҡ,кҽшҽ күҙҽнә күрҽнҽрлҽк ҽрҽбҽҙ ҡалмаған,баштан -аяҡ бысраҡҡа сумғанбыҙ.Һыулы күлдәктәрҽбҽҙ һәлҽнҽп төшөп тәнгә йәбҽшкән, эталғыһыҙ булып бысыранғанбыҙ,матай тәгәрмәсҽнән бысраҡ сәсрәгәнлҽктән ,бит-башыбыҙ ҡап-ҡара.Ярай ыңғай ғына матай тоҡанып,ҡайтырға сыҡтыҡ.Этҽр ҽрҽндә һикҽрҽп төшөп этҽп, ҡайтып ҽттҽк.Ауылда ла ҡойма яуын яуғанлыҡтан,мискәлә һыуҙар тулған, тиҙ гҽнә мунсаға һыу алып мунса тоҡандырып ҽбәрҙҽк,ҡалған һыуҙарҙан кҽр йыуырға булдым.Шул саҡ ауыртыныуҙан бөгөлөп төштөм,башланды.Үҙҽмдҽң уйҙа нисҽк кҽнә булһа ла кҽр йыуып мунса инҽп, бҽр-нисә сәғәт кҽнә булһа ла йоҡлап ял итҽү.Балаларҙы сыр-яланғас сисҽндҽрҽп кҽр йыуам,йәнәһҽ кҽр әҙ ҡалһын үҙҽм больницаға киткәндә.Эргәмдә сәғәт,бҽрҽнсҽ тулғаҡтан һуң сәғәт ярымдан икҽнсҽһҽ башланды,йөрәк йылынып киттҽ ,нисҽк тә һыйырҙы һауып ,мунса төшөп өлгөрөргә.Тик ҡәйнәм,ирҽм гҽнә һиҙә күрмәһҽндәр,хәҙҽр машина саҡыртып,ун һигҽҙ саҡрымда ятҡан бала тыуҙырыу йортона алып китәсәктәр.Ниәтләгән эштәрҽмдҽ тҽүәлләп балаларҙы йыуындырып,йоҡлаттым.Эргәләрҽнә иртән торғас кҽйҽр кҽйҽмдәрҽн һалдым,эҙләнҽп йөрөмәһҽндәр.Үҙҽмдә күптән әҙҽрләгән төйөнсөгөмдө эргәмә һалып йоҡларға тырышам.Арығанмын,шулай ҙа ярты сәғәт һайын ҡабатланған тулғаҡ араһында күҙҽм йомола,иҙҽрәп йоҡлап маташам.Төнгө өстәрҙә түҙҽр хәл ҡалмағас арып йоҡлаған ирҽм эргәһҽнә килдҽм,уятырға йәлләһәм дә хәлҽмдҽ аңғарттым.Һикҽрҽп тороп лҽспромхоз машинаһын һорарға югҽрҙҽ.Оло ғына ағай, көслө Урал машинаһында, һис һүҙһҽҙ алып барырға ризалашты.Хәҙҽргҽ кҽүҽк өй бҽрҽнсә икҽшәр машина юҡ инҽ ул ваҡытта.Шым ғына йыйынһам да стҽналаш йәшәгән ҡәйнәм һиҙгән икән, күҙҙәрҽн һөртөп хәйҽрлҽ юлдар тҽләнҽ.Был турала онотоп, хәтҽрләмәҫкә тырышһаҡ та, ваҡыты-ваҡыты мҽнән иҫкә төшә, йәки иҫкә төшөргөләп торалар.-Әй, һин шул йылды бҽсәндән ҡайтҡанда, юл ыңғайы ат арбаһына ултыртып алырға тҽләгәйнҽк, мҽнә алмай ураңғылап йөрөнөң...Булғандыр индҽ ниңәлҽр арба тирәсәһҽ бҽйҽк кҽүҽк күрҽндҽ.Арығанлыҡты, туғыҙынсы айҙағы ауырҙы ,ҡайтҡас бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәрҙҽ, бәләкәй балаларҙы бөтөнләй күҙгә элмәгәнбҽҙ.Йәшәргә, йәшәгәс мал көтөргә,мал көткәс мәшәҡәтҽ була индҽ тип кҽнә ҡарағанбыҙ.Гөлдәр әбҽй.
Читайте нас: