Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2020, 11:55

БАШҠОРТОСТАНДА ОКТЯБРЬ АЙЫ ҠОЙМА ЯМҒЫРҘАРҘАН БАШЛАНА

Башҡортостанда октябрь башына яҡынса фараз билдәле булды. «Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, көҙҙөң икенсе айының тәүге көндәрендә үк ямғырҙар башлана, улар кәмендә аҙна буйына дауам итә.

Башҡортостанда октябрь башына яҡынса фараз билдәле булды. «Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, көҙҙөң икенсе айының тәүге көндәрендә үк ямғырҙар башлана, улар кәмендә аҙна буйына дауам итә.
5 октябрҙән һуң һауа температураһы әкренләп түбәнәйә башлай һәм көндөҙ +4, +9 градус була. Төндә термометр бағанаһы -1 градусҡаса төшөүе ихтимал.
Синоптиктар әлегә беренсе ҡар тураһында фаразға һаҡлыҡ менән ҡарай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда Өфөлә тәүге ҡар 23 сентябрҙә яуғайны.
Фото: poembook.ru
Читайте нас: