Башҡортостанда «тынлыҡ сәғәте тураһында» закон ҡабул ителде. Хәҙер рәсми рәүештә көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 3-кә тиклем шауларға ярамай.Бөгөн Дәүләт Йыйылышы депутаттары аҙаҡҡы уҡыуҙа көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 3-кә тиклем күп фатирлы йорттарҙа һәм ятаҡтарҙа шау-шыулы ремонт эштәрен тыйған закон ҡабул итте. Башҡа төрлө шаулы "эшмәкәрлек" тә тыйылалыр, моғайын.Законды боҙған өсөн штраф һалына. Граждандарға - мең һумдан ике меңгә, вазифалы кешеләргә - өс меңдән биш меңгә, юридик берәмектәргә - ун меңдән ун биш мең һумға тиклем.Ләкин яңы төҙөлгән йорттарҙә файҙаланыуға тапшырылғандан алып йыл ярым буйына «тынлыҡ сәғәте» булмай. Закон шулай уҡ айырым осраҡтарға, мәҫәлән, аварияны бөтөрөү эштәренә ҡағылмай.Сығанаҡ: Башинформ