Ҡырғыҙстандың меңдән ашыу кешеһе Башҡортостан сигендә тороп ҡалған, әле улар ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарында йәшәй. Араларында йөклө ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар бар.Республиканың Көйөргәҙе районында ҡатмарлы хәл килеп тыуған. Унда Ҡырғыҙстандың 1 343 гражданы ҡайта алмай тороп ҡалған, араларында 24 йөклө ҡатын-ҡыҙ һәм 35 бала бар. Улар элек Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында эшләгән, хәҙер эш булмағас, Ырымбур аша тыуған яғына йыйынған. Ләкин Ҡаҙағстан сикте япҡан, ә Ырымбур, сиктә халыҡ күп булыуы сәбәпле, ҡырғыҙҙарҙы ҡабул итмәй.Хәлде Башҡортостан башлығы хакимиәтендә контролгә алғандар. Уларға ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары ойошторғандар, ҡайнар аш, медицина күҙәтеүе, һаҡсылар бар. Хатта, ул-был була ҡалһа тип, сирлеләрҙе айырым тотоу өсөн бокстар әҙерләгәндәр.Әле илселектәр кимәлендә Ҡаҙағстан менән сиктәрҙе асыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Граждандар сиктә тағы бер аҙнаға, хатта унан күберәк ваҡытҡа ҡалыуы ихтимал.Сығанаҡ: Башинформ