"Демография" милли проекты сиктәрендә Баймаҡ районынан һигеҙ ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сертификаттар алды. Сертификаттар “Йорт комплекты” программаһы нигеҙендә льготалы займ”, “Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә ярҙам” һәм “Ветерандарҙы, инвалидтарҙы һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” программаларына ярашлы тапшырылды.