Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2020, 15:30

“ШҮЛГӘН-ТАШ СИМФОНИЯҺЫ” ЯҢҒЫРАЯСАҠ!

19 сентябрҙә, "Башҡортостан 24" телеканалының һәм БР Милли симфоник оркестрының уникаль проекты - "Шүлгәнташ симфонияһы" концерты күрһәтеләсәк.

Был шәмбелә, йәғни 19 сентябрҙә, "Башҡортостан 24" телеканалының һәм БР Милли симфоник оркестрының уникаль проекты - "Шүлгәнташ симфонияһы" концерты күрһәтеләсәк. Бөрйән районындағы данлыҡлы мәмерйәгә ингән урында академик музыка яңғыраясаҡ.Программала баш дирижер Дмитрий Крюков етәкселегендәге республиканың дәүләт оркестры Роберт Шумандың һәм Вольфганг Амадей Моцарттың үлемһеҙ әҫәрҙәрен башҡара. Солист - данлыҡлы кларнетсы, БР атҡаҙанған артисы, БР МСО-һының генераль директоры Артур Нәзиуллин.Концерт тапшырыуы урыны һәм ваҡыты: "Башҡортостан 24" телеканалы, 13.30 һәм 19.30
"ЙӘШЛЕК" гәзите
Читайте нас: