Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2020, 12:20

"Йәшлек-шоу-2020" Рәсәй кимәлендә

«Йәшлек-шоу»-2020 . Йәштәрҙең йыр-моң фестивале беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелә.

«Йәшлек-шоу»-2020 . Йәштәрҙең йыр-моң фестивале беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелә. 20 сентябрҙән һайлап алыу турына ғаризалар ҡабул итеү башлана.
Фестивалдең географияһы ла бай. Мәртәбәле коонкурста Башҡортостан район-ҡалаларынан тыш, Рәсәйҙең 11 төбәгенән 16-нан 30 йәшкә тиклем конкурсанттар ҡатнаша ала. Сәхнә костюмы, үҙенсәлекле оранжировка һәм башҡарыу оҫталығына айырым иғтибар бүленәсәк, ти, мәҙәни сараның продюсеры.
Рәсәй төбәктәре һәм муниципалитеттар буйынса һайлап алыу туры фестивалдең рәсми сайтында күрһәтелгән графикка ярашлы ойошторола. 17-18 ноябрҙә конкурс-фестивалдең һайлап алыу турҙарын уңышлы үтеүселәр 20 ноябрҙә гала-концертта сығыш яһау бәхетенә ирешәсәк. Еңеүселәр араһынан Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин проектында ҡатнашыу өсөн талантлы йәштәр һайлап алынасаҡ.
Гүзәл Борханова.
Читайте нас: