Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2020, 12:00

Һағынып иҫләргә генә ҡалды

“Йома” йырын башҡарғас, мине таҡмаҡ йырсыһы тип радионан үткәрмәнеләр, иҫеректәр йырлай торған йыр тип көлдөләр.

Халыҡ артисы Хәмдүнә Тимерғәлиева ла Борай районында тыуып үҫкән. Уның йыр сәнғәтенә килгән юлы нисек булған? Был йәһәттән яҡташыбыҙ: “Йырсы булыу тормошта ныҡлы рухлы булырға ярҙам итте, – тип хәтирәләргә бирелгән. – Ни өсөн тигәндә, йырсы булараҡ мин күп михнәт, ауырлыҡтар кисерҙем. Эшләй башлаған йылдарымда ижад юлынан күтәрелеү бик ауыр булды. Минең нисек йырлағанды белгәс, халыҡ ҡабул иткәнде күргәс, көнләшеүселәр ҙә барлыҡҡа килде. “Йома” йырын башҡарғас, мине таҡмаҡ йырсыһы тип радионан үткәрмәнеләр, иҫеректәр йырлай торған йыр тип көлдөләр.Йәш ваҡыттағы михнәттәрем олоғайған көндә еңеллек килтерҙе, мине, иң мөһиме, халыҡ үҙенеке итеп ҡабул итте. Ҡайһы ауылға барһам да: “И, Хәмдүнә, һинме ни был? Әйҙә, беҙгә инеп сәй эсеп сыҡ әле”, – тип ҡыҫтайҙар, яҡын кешеләре, туғандары кеүек ҡабул иттеләр... Йәшлек михнәттәрем өсөн миңә Аллаһ Тәғәләм "Халыҡ мөхәббәте" тигән оло бүләк ебәрҙе". Хәмдүнә апайҙың вафаты барыһын да тетрәндерҙе, Башҡортсотан һәм Татарстан эстрадаһы ҙур юғалтыу кисерҙе. Ауыр тупрағы еңел, йәне ожмахта булһын яратҡан йырсыбыҙҙың.
Автор: Венер ИСХАҠОВ.
Читайте нас: