Яйыҡ
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2020, 12:55

Ҡара икмәк зарарлы икән...

Доктор-гастроэнтеролог Алексей Парамонов белдереүенсә, күптәр, ҡара икмәк аҡ икмәктән файҙалыраҡ һәм уны шәкәр сиренән интегеүсе кеше теләһә күпме күләмдә ашай ала, тип һанай.

Доктор-гастроэнтеролог Алексей Парамонов белдереүенсә, күптәр, ҡара икмәк аҡ икмәктән файҙалыраҡ һәм уны шәкәр сиренән интегеүсе кеше теләһә күпме күләмдә ашай ала, тип һанай. Ләкин был улай түгел. Аҡ һәм ҡара икмәк составы, углеводтар миҡдары һәм дөйөм калориялылыҡ буйынса айырылмай тиерлек. Бынан тыш, ҡара икмәктә углеводтар арыш оно ҡушылыу һөҙөмтәһендә бар. Һәм бындай продукт һөҙөмтәлә әсерәк килеп сыға. Шуға күрә продукттың бындай үҙенсәлеге ашҡаҙан кислотаһының артыҡ күп бүленеп сығыуынан интеккән кешеләргә йоғонто яһай, тип белдерә табиптар. Ҡара икмәк ҡулланыу һөҙөмтәһендә кешенең был ауырыуы киҫкенләшергә мөмкин.
Автор: Самат ҒӘЛИН.
Читайте нас: