Яйыҡ
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2020, 17:30

Баланҡайҙың әсе емеше

Сафия әбей һәләт кенә ҡул тирмәне аша үткәргән муйылын ап-аҡ ашъяулығына һыпырып төшөрҙө лә, матур итеп төйөнсөккә оҡшатып, стеналағы сәйгә элеп ҡуйҙы. Әле тағы бараһы ере лә күп.

Сафия әбей һәләт кенә ҡул тирмәне аша үткәргән муйылын ап-аҡ ашъяулығына һыпырып төшөрҙө лә, матур итеп төйөнсөккә оҡшатып, стеналағы сәйгә элеп ҡуйҙы. Әле тағы бараһы ере лә күп.
Ҡырҙа бер шырлыҡ араһында балан ағасын күргәйне. Йыл һайын емеш бирмәй ҡалмай. Баланы эре үҙенең, бешһә, ҡул менән тирмәһәң, сәсрәп, һытылырға ғына тора. Бына шул урынды әбей үҙе генә белә. Ул үҙе туғай, ялан ҡыҙырып яңғыҙы ғына йөрөргә ярата, берәүҙе лә иптәшкә алмай. Элек- электән шулай. Яҙлы-көҙлө һәр төрлө үләндәр йыя. Унан кем сирләй, шуларға өләшә.
Сафия әбейҙең берҙән-бер Зөлхизә исемле ҡыҙы бар. Бөгөн-иртән сабыйын ҡулына алырға тора. Йөклө булһа ла колхоз эшенән бушамай. Әсәһе, сыҡма, йә ауырып китерһең, тиһә лә тыңламай. Кейәү булған кешеһе, кәләшенең йөклө икәнен белеү менән әллә ҡайҙа сығып олаҡты. Әсәһе ул әҙәмде башта уҡ оҡшатмағайны. «Бер шылғаяҡ, был һине эшкә һанамаясаҡ, ялҡау, ышанма, балам», – тиһә лә ҡыҙы тыңламаны. «Әсәй, беҙ бит бер-беребеҙҙе яратабыҙ», – тигән булды. Ҡулынан килмәһә лә, төҫ-башы булғандыр инде. Былай ҡарап тороуға тышҡы ҡиәфәте матур ине. Дөм-ҡара сәс, ә күҙҙәре зәп-зәңгәр асыҡ күк йөҙөмө ни?! Ҡыҙыҡайы шул күҙҙәргә алданғандыр инде.
Сафия әбей өй эшен бөтөрә һалды ла, ишек төбөндәге ширлеккә түңкәрелгән биҙрәһен ҡулына алып, теге күргән баланына китте. Көҙ булыуға ҡарамаҫтан, ҡояш апай ергә көлтә-көлтә нурҙарын яуҙыра. Аяҡ аҫтындағы төрлө төҫтәге япраҡтар атлаған ыңғайға шыптырлатып, бер-береһе менән һөйләшкәндәй. Туғай эсендә ниндәйҙер һиллек, хатта иҫкенсе елдәр ҙә, безелдәгән серекәй-маҙар ҙа юҡ.
Сафия әбей оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, кәүҙәгә йәтеш, теремек кенә, ҡаҡса буйлы, төҫ-башҡа килгәндә аҡ йөҙлө, бәләкәй генә танау, яҫы иренле. Олатаһы мәрхүм яҫы иренле кешеләр, балам, йыуаш, сумарт була ул, ти торғайны яратып. Шырлыҡты саҡ йырып, белгән урынына барып еткәс, хайран ҡалып, артына тәгәрәп китә яҙҙы әбей, ҡып-ҡыҙыл тәлгәштәренә көсө етмәй ултырған балан ағасы янында һап-һары, алтын төҫлө япраҡтарын ҡыштырҙатып, төп-төҙ булып аҡ ҡайын баҫып тора, ә тирә-яғын йәм-йәшел ҡурпы ҡаплаған. Әкиәттәге кеүек. Әйтерһең, сит-ят күҙҙәрҙән һаҡланып суҡлы шәлле ҡыҙ менән егет бер-береһенә һөйөү һүҙҙәрен еткерәләр. Тәбиғәттең дә үҙенә күрә беҙ белеп етмәгән мөғжизәләре күп икән. Әбей доғаһын уҡып, битен һыпырҙы ла, бер бөртөк баланды ауыҙына алып ҡапты, «һай эселеге, үҙәкте ҡура ғына», тип, саҡ-саҡ йотоп ебәрҙе. Тышҡы йөҙө матур булһа ла емеше әсе шул. Сафия баланды яйлап, берәм-берәм тиреп биҙрәһен дә тултырҙы. Бында көн кискә ауышҡаны ла беленмәй, исмаһам. Ҡояшҡа ҡарап тоҫмалларға булыр ине. Үҙе балан тирә, ә уйы һаман Зөлхизәһендә, иҫән-һау ғына ҡотолһон инде балаҡайы, эшкә йөрөмәҫ ине, бригадир Хәким тигән әҙәм ҡуймай бит, килә лә тора.
Таң алдынан эй матур төш күргәйне, әсәһе мәрхүм бер матур ситса күлдәк тотоп, «мә, ҡыҙым, кейеп ҡара әле», тигәйне генә, уянып китте. Алла бойорһа, ҡыҙ бала донъяға килмәксе. Биҙрәһен билендәге яулығы менән ҡаплап бәйләне лә баланҡайға рәхмәт әйтеп ҡайтырға сыҡты. Ҡайтыуына Зөлхизәһе самауыр ҡуйған, әсәһен күргәс:
– Әсәй, нишләптер билем ауырта, әллә һалҡын алдырҙыммы, үҙең генә сәй эс, мин ятып торам, ҡайҙа баланыңдан ауыҙ итәйем дә, – тип күнәктән усына емеш алды ла, ауыҙына ҡапты, әселегенә күҙенән йәштәре сығып китте, хатта.
– Ярар, балам, ят, инде ваҡытың да еткән, ана бит эсең түбәнәйгән, Аллам үҙе ярҙам бирер, – тип белгәндәрен уҡып, ваҡ-төйәген әҙерләй башланы.
Зөлхизәһе таңға ҡәҙәр ауырып сыҡты. Тәүге балаһы булғанғанмы, «Әсәй, нишләйем, үләм бит», – тип үҙәләнеп илап сыҡты. Әбей, үҙемә ауырға тура килер, тип, бер баланы түбән ос Мәликә ҡарсыҡҡа йүгертте, шуның ҡулы еңел була торған.
Таңғы алтылар тирәһендә генә тәүге ауазын һалып ҡыҙ бала донъяға килде. Кендеген ҡырҡып, сабыйҙы аҡ биләүгә төрөп әсәһе янына һалдылар.
– Ҡыҙым, Таңһылыуыңды ал инде үҙ ҡулыңа, – тип әсәһе өндәшкәс, үҙенән-үҙе исеме лә килеп сыҡты. Таң алдынан тыуғас, башҡа тағы ниндәй исем ҡушаһың. Теге ҡарсыҡ та, бик матур исем, тип хупланы. Сафия әбей ҡыҙына эҫе килеш ҡорот һыулап эсерҙе. Кисә таҙартып ҡуйған тауығын ҡаҙанға һалып ебәрҙе. Өй эсенә тәмле еҫ таралды. Тәҙрә аша төшкән ҡояш нурҙары йәш әсә менән сабыйҙы үҙ йылыһында иркәләне.
Ҡыуанысынан өләсәй булған кеше, Мәликә ҡарсыҡты ла ҡайтармай, һикегә ашъяулығын түшәп, тәм- томдар теҙеп, сәй менән сабыйҙың тәпәйен йыуҙылар.
Таңһылыуға өс ай тигәндә Зөлхизә ҡабат эшенә сыҡты. Ҡыҙыҡай өләсәһе ҡарамағында булды. Торғаны бер тере ҡурсаҡ инде. Төптө атаһына оҡшап ҙур зәп-зәңгәр күҙҙәр, дөм-ҡара шыма сәстәр, танауы ғына әсәһенә оҡшаған. Үҙ һүҙле, һәр нәмәне илап еңә торған бала.
Шулай итеп, ҡышты сығып, яҙ үҙенекен итеп, яйлап ер ҡарҙан әрселә башланы, Зөлхизәнең нисәнселер класта иптәш малайҙары менән ҡуйған ояһына сыйырсыҡ килеп ҡунаҡланы. Таң менән сутылдағы сығып, матур итеп һайрарға тотона. Һәр кемдең йөҙөндә шатлыҡ-йылмайыу хисе сағыла.
Таңһылыу ете ай тигәндә атлап та китте. «Ана бит, ҡыҙыбыҙға ҡоштар тәпәй алып килде», – тип ҡыуана өләсәһе. Оло кешегә күп кәрәкме инде, һәр атҡан таңға ҡыуанып йәшәй шул. Әммә ҡыуаныстары оҙаҡҡа булмаған икән... Яҙмышҡа буйһонмай булмай. Кәрәкһә бирә лә, кәрәкһә – кире үҙенә ала ла тигәндәй. Бер көндө Зөлхизә кискә табан тәне ҡып-ҡыҙыл булып эштән ауырып ҡайтты. Төнө буйы йүткереп сыҡты. Әсәһе аяғын йылы һыуға баҫтырып, түштәрен бурһыҡ майы менән ыуып та ҡараны. Сир аҙғандан-аҙҙы. Зөлхизә шулай өйҙә аҙна-ун көн ятты. Әбей мунса яғып, сирлене үлән төнәтмәһенә лә һалып ҡараны, йәш ҡатын, үкенескә ҡаршы, өҙлөгөп ауырып, түшәктән тора алманы. Сабыйына бер йәш тигәндә фани донъяны ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсте.
Балаҡайы әсәһен таптырып көнө-төнө иланы, уға ҡушылып, йәне әсеп Сафия әбейҙең илауы, күҙ йәштәрен йыйып барһаң бер күл булыр ине...Үҙе саҡ-саҡ йөрөгән әбейҙе лә был ҡара ҡайғы аяҡтан йыҡмаҡсы булғайны ла, тик булдыра алманы. Ҡарсыҡ ейәнсәренә бауыр баҫып, уны аяҡҡа баҫтырырға, башҡа ваҡ-төйәк эштәренә мәшғүл булырға тырышты. Көнө- төнө Хоҙайҙан сабырлыҡтар һорап доға ҡылды.
Көндәлек намаҙын ҡалдырмай үтәп торҙо. Таңһылыуы буйға тартылып үҫә төштө. Өләсәһенең ҡулына йәбешеп, ҡайҙа булһа ла бергә йөрөнө. Үҙе телдәр, һөйләп һүҙе бөтмәй. Әсәһен дә яйлап онота төштө. Тик Сафия әбей генә хәтерененән берҙән-бер ҡыҙын сығарманы. Ҡайһы берҙә, Аллаһы Тәғәлә ҡарап тора, минең бер кемгә лә зыяным теймәне, ниңә берҙән-беремде алды икән, тип уйлана ул.
Әле ҡарсыҡтың күрәсәктәре алда булған икән... Бер көндө ейәнсәрен ашатып, йоҡларға һалды ла, туғайҙа күргән сытырҙы алып ҡайтайым, тип, алам-һөләм бер ҙур сепрәген алып шунда юлланды, келә урынына нәҙек ботаҡ киҫәген генә ҡыҫтырып китте. Уйламағанда бала-сағаһын етәкләп ауылға сиғандар килеп тулды. Һәр береһе өй беренсә һоранырға кереште. Сират Сафия әбейҙәр ихатаһына ла килеп етте. Сәстәрен артҡа ташлап, сиған ҡатыны ишекте үҙенә тартҡайны, тауышҡа Таңһылыу уянып, үҙе генә икәнен һиҙепме, ҡысҡырып иларға тотондо. Ҡатын тирә-яғына күҙ һалды – тере йән эйәһе күренмәй. Сиған бисәһе, ботаҡ киҫәген һурып алып, өйгә инде.
Алдында сәстәрен уртаға ярып икенән үргән, аҡ йөҙлө, зәп-зәңгәр күҙле өс йәштәр тирәһендәге ҡыҙ бала баҫып тора ине. Ҡатындың был баланың матурлығына иҫе китте, уның ата-әсәһе ҡайҙа икән һуң, тип фекер йөрөттө. Шул ыңғайы йорт эсен күҙҙән үткәрҙе. Һандыҡ өҫтөндә шартына килтереп йыйыштырылған урын, мендәрҙәре түбәгә етеп тора. Тәҙрә, оло мейес ябыуҙары урынына селтәрҙәр эленгән. Өҫтәлдә ялтыр еҙ самауыр урын алған, бигүк йыһаз булмаһа ла өй эсе ололарса йыйыштырылған. Ҡатын күпме ауылдар буйлап йөрөһә лә, бер ҙә улай иғтибар биргәне юҡ ине. Бына бит, үҙ өйөң булыуы ҡалай күңелле, йылы, рәхәт, һәр ерҙә тәртип. Аҙыҡ та етерлек. Сиған өҫтәл янына килеп муйыллы ҡоротто ашап ҡараны – йөрәкте асып тора. Һоро булып ҡына бешкән әсе баланды ҡабып ҡараны ла, ҡабат төкөрҙө. Шул арала иптәштәренең үҙен саҡырған тауышын ишетте. Сығырға ынтылды, алдында әле генә илауынан туҡтап шымып ҡалған ҡыҙ, үҙе генә өйҙә ҡалырға теләмәй, ҡатындың итәгенә йәбеште лә илап ебәрҙе. Ҡатын бер аҙ икеләнеп уйланды ла кире бикләп китергә йөрьәт итмәй, баланы күкрәгенә ҡыҫты, супылдатып битенән, сәстәренән үпте. Әйтерһең, үҙ балаһын юғалтҡан да ҡабат тапҡан. Таңһылыуҙың сепрәк-сапраҡтарын иҫкереп, туҙып бөткән ҙур моҡсайына тултырҙы ла сығып китте.
...Сафия әбей арып-талып ҡайтып ышыҡҡа арҡаһындағы сытырҙарын елләне. Балаҡайы уянғандыр инде, ошо көндө өләсәһен таптырып илап ултырмаһа әле. Әбей һәләтләп өйгә инде, ишек асыҡ, ҡарсыҡ ҡобараһы осоп ҡыҙының исемен ҡысҡырып саҡырырға тотондо. Тауыш-тын юҡ. Әбей йүгереп тышҡа сыҡты, эҙләмәгән ер ҡалманы. Ҡайҙа тишек-тошоҡ бар, һәммәһен дә ҡарап бөттө. Бала юҡ... Кире өйөнә инеп, Хоҙайҙан ялбарып ярҙам һорарға кереште. Кейемдәре лә күренмәй, урлағандар... Баламды атаһы эҙләп килеп кейеме-ние менән ҡуша алып киткән, тип аҙарынды. Харап ҡына иттем бит күҙ нурымды, Зөлхизәмде, берҙән-беремде, тип илай-илай һикегә ауҙы. Туҡта, нишләп ята әле ул, бәлки, урам араһындалыр. Әбей урам араһындағы һәр кешенән, бала-сағаларҙан һорашты. Тик береһенең дә күҙенә ҡыҙ бала салынмаған, тик сиғандар ғына йөрөгән...
... Сиған ҡатыны Райман төҫкә-башҡа сибәр, тик Хоҙай уны бала һөйөү бәхетенән айырған. Бәләкәйҙән ҡолаҡ тешләткән егетенә ун өс йәштән ҡатынлыҡҡа бирәләр уны. Күпме ғүмер үткән, ә көткән сабыйҙары юҡ та юҡ... Ҡәҙимге генә йәштә барһа ла, төҫ ташламай, кәүҙәһе ҡыҙҙарҙыҡынан кәм түгел, сөм-ҡара сәстәре тубыҡ бөгәренә тиклем йылҡылдай. ...Сит милләт балаһын етәкләп ҡайтҡанға ырыу башлыҡтары Райманды ныҡ ҡына итеп һүгеп ташланы. Ҡатын ҡаршы яуап ҡайтармай шым торҙо. Таңһылыу Таняға әйләнде. Ҡояшта ҡап-ҡара булып янған сиған балалары араһында аҡ тәне менән әллә ҡайҙан айырым күренеп йөрөнө. Ҡыҙ сиғандарҙың күсмә тормошона өйрәнде. Сит милләт кешеләре иң яҡынына әйләнде. Райман Таняға шул тиклем эҫенеп китте, ҡыҙ ауырыһа, хатта уға үҙ йөрәген алып ҡуйырҙай булды. Үҙе ас булһа булды, баланы ризыҡтан өҙмәне. Йоҡларға ятҡанда ла матур йырҙар йырлап ҡына йоҡлатты. Ҡыҙҙы сиғандар ҙа яратты, ул сиғанса һөйләште, йырланы, бейене. Яйлап өләсәһе, үҙен яҡты донъяға килтергән әсәһе нигеҙҙәренән алыҫлаша барҙы – сиғандар ят өлкәләргә китте. Таня сиған ҡыҙҙары һәм егеттәре менән вокзалдарҙа һоранып аҡса эшләне...
... Сафия ҡарсыҡ ҡайғыһынан алйып китеп, Таңһылыуын эҙләп урман эсендә аҙашты, шунда йән дә биреп ҡуйҙы. Утын әҙерләүселәр әбейҙең кәүҙәһен алып ҡайтып, ауыл ҡарсыҡтары тәрбиәләп, зыяратҡа күмделәр.
Зифа Ишмырҙина
Читайте нас: