Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2020, 12:05

Башҡортостанда коронавирус арҡаһында ете район-ҡалаға инеү сикләнде

Радий Хәбиров «Юғары әҙерлек» режимы тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Башҡортостанда коронавирус арҡаһында ете район-ҡалаға инеү сикләндеРадий Хәбиров «Юғары әҙерлек» режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе. Түбәндәге райондарҙа йәшәмәгәндәргә Күмертауға, Салауатҡа, Илеш, Ишембай, Көйөргәҙе, Мәләүез һәм Туймазы райондарына инеү сикләнә, тиелә документта.Транзит менән үтеп китергә мөмкин. Шулай уҡ эш буйынса барырға була.Район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары ойошторорға, кәрәк булған осраҡта уларҙы медикаменттар, аҙыҡ-түлек һәм һаҡсылар менән тәьмин итергә кәңәш бирелде. Сараларҙың үтәлешен Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм Рәсәй гвардияһы күҙәтә.Сығанаҡ: Башинформ
Читайте нас: