Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2020, 10:20

"Ир-ҡатынһың инде, әйтәһе юҡ! -

"Ир-ҡатынһың инде, әйтәһе юҡ! -Тине бер мәл йәрем кинәнеп...Әллә ысын, әллә юрый әйтте,Тертләп киттем шул саҡ, һиҫкәнеп.Уйға ҡалдым. Шаңҡып, баҙап торҙом.Кәрәкме һуң миңә был баһа?!Әйләнәмде барлап самалаһам,Әйткәндәре ысын, хаҡ таһа...Ошо донъя миңә генә кәрәк,Миңә кәрәк ғаилә, балалар...Аҡсаларын, баҡсаларын тотоу,Килем-сығымдарҙы барлауҙар.Еткерәмме, әллә сикләнәмме -Миңә генә ҡалған хәстәрҙәр.Көҙгөләргә баҡһам - һис кемгә тикКәрәк түгел кеүек йонсоу йәр.Ә ул - өйҙәш. Ысын. Донъя теүәл.Китһә - йыраҡ, ҡайтһа - ҡунаҡтай,Яуаплылыҡ төшкәс, ваҡыт та киң -Егелмәгән тайҙай уйнаҡлай....Башта бит һуң улай түгел ине!Ҡайһы ерҙә, ҡыҙҙар, яңлыштыҡ?!Икәү тартыр йөктө төптән алып,Ирҙән уҙып ҡасан ярыштыҡ?Туҡтап ҡалдым шул саҡ. Тыныс ҡынаТуғарылдым ауыр йөгөмдән.Урыныма боҫтом. Үҙ бурысымНур балҡытһын ҡабат йөҙөмдән!Ул барында рулгә ултырмайым,Иҫәп-хисап юллап сапмайым.Табылмаған, йүнләнмәгән тиеп,Үҙ-үҙемде терәп атмайым.Ятамы эш? Әйҙә, ятып торһон!Беҙҙән һуң да ҡалыр - йәлме ни!?Ятып ялдар итһә ер ҙә уңа,Ҡара ерҙән беҙҙәр кәмме ни!?Ашым бешһә, өйөм бөхтә торһа,Сабый көлһә анау бишектән,Күҙҙәремдә йәрем һөйөү күрһә,Минең өсөн бөгөн шул еткән!Һөйөп-һөйөп иңдәренә һаламҮҙем һөйрәп килгән йөгөмдө.Үтәлмәйсә торһа - сабыр итәм,Яндырыуҙан ҡурсып еккемде....Айғыр һынлы айғыр, башын биреп,Бейә менәнме һуң айҡаша?!Абышҡаға ирҙәр ҡалмаҫ ине,Яһамаһаҡ унан алаша...Бер ҡаҙанға "ике айғыр" һыймай,Беҙ бит бисә-иргә барманыҡ!Ир-ҡатынмын, тиеп маһаймайыҡ,Ир ҡатыны булып ҡалайыҡ!2018 йыл.Светлана Насырова

Читайте нас: