Кисә Башфармация коронавирустан тәүге партия вакцинаны ҡабул итеп алған. Был хаҡта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
Һүҙ Спутник V вакцинаһы хаҡында бара. Ул кешелә ике йылға COVID-19-ға ҡарата иммунитет булдырырға тейеш, тип фаразлана.
Прививка иң элек медицина хеҙмәткәрҙәренә эшләнәсәк. Етештереү күләме арттырылғас, теләгәндәр шулай уҡ ковидтан прививка ҡуйҙырта аласаҡ.
Тағы бер яңылыҡ - 21 сентябрҙән дарыуханалараға коронавирустан «Арепливир» тигән препарат килтереләсәк. Уны рецепт буйынса ғына һатып алып була. Хаҡы - 12320 һум торасаҡ!