Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2020, 18:05

Үҙеңде ярат

Иң тәүҙә үҙеңде ярат.Әйбер кешене бәхетле итмәй. Был донъяла хәл итә алмаҫтай мәсьәләләр булмай. Иҫеңдә тот: “Барыһы ла үтә”.Үҙеңде башҡалар менән сағыштырма, улар бер ҡасан да һинең кеүек булмаясаҡ.Ни тиклем ныҡ ғашиҡ булһаң да, үҙ баһаңды юғалтма. “Юҡ” тип әйтергә өйрән, кәрәк урында был һүҙҙе әйтеүҙән ҡурҡма.

Иң тәүҙә үҙеңде ярат.Әйбер кешене бәхетле итмәй. Был донъяла хәл итә алмаҫтай мәсьәләләр булмай. Иҫеңдә тот: “Барыһы ла үтә”.Үҙеңде башҡалар менән сағыштырма, улар бер ҡасан да һинең кеүек булмаясаҡ. Ни тиклем ныҡ ғашиҡ булһаң да, үҙ баһаңды юғалтма. “Юҡ” тип әйтергә өйрән, кәрәк урында был һүҙҙе әйтеүҙән ҡурҡма. Маҡтауҙарҙы дөрөҫ, айыҡ аҡыл менән ҡабул ит. Һәр саҡ намыҫлы бул. Һәр ваҡыт уҡырға, күберәкте белергә тырыш. Белем – бик ҙур көс. Иҫеңдә тот: һин бер кемдең дә шәхси милке түгел! Һәр ваҡыт үҙеңде яҡлай бел. Хаталаныуҙан ҡурҡма, хаталар кешене сыныҡтыра ғына. Ярҙамсыл, эскерһеҙ бул, изге эштәр күңелгә рәхәтлек бүләк итә. Булғанына шөкөр итә, рәхмәтле була бел. Ауыр саҡта, икеләнгәндә күңелеңде (йөрәгеңде) тыңла. Ул алдамаҫ. Кешеләргә яғымлы бул. Хистәреңде, үҙеңдең уй-фекереңде белдереүҙән ҡурҡма. Һәр нәмәлә матурлыҡ таба бел, камиллыҡҡа ынтыл. Күңелеңә яҡын кешеләр менән араны өҙмә. Күп осраҡта кешене һөйләгән һүҙенә ҡарап түгел, башҡарған эшенә ҡарап баһалайҙар. Илағың килгәндә – ила, күҙ йәшенән дә көс алырға мөмкин. Көлөү – күңел дауаһы. Рәхәтләнеп көлөүҙән тартынма. Тормош юлынан һәр саҡ башыңды юғары күтәреп атла. Үҙ-үҙеңә ышаныс – ҙур көс. Һин үҙең уйлағандан да күберәккә, ҙурыраҡҡа һәләтле. Беренсе булып ғәфү үтенеү – көслөләр өлөшө. Һүҙҙәр ярҙамында күперҙәр һалырға ла, уларҙы яндырырға ла мөмкин, шуға күрә һәр ваҡыт уйлап һөйлә. Өй – ул йәшәгән урын түгел, ә һине яратҡан, көткән кешеләр йәшәгән ер. Ҡатын-ҡыҙ һәр халәттә лә матур була ала. Иҫеңдә тот: тормош бөгөнгө көндән тора. Бөгөн йәшә. Кисәгене үҙгәртеп булмай, ә иртәгә ни булырын бер кем дә тулыһынса белмәй, шуға күрә тап бөгөн бәхетле бул!Фото: concours.nazaccent.ru
Читайте нас: