..Малайҙарҙың теле һуң асыла тиһәләр ҙә, мин иртә һөйләшә башлағанмын. Өлкәндәрҙең ҡыҙыҡ күреп мине һөйләндергәндәрен иҫләйем. Бигерәк тә "Кәләш алаһыңмы? Кемде алаһың?" тип аптыратырҙар ине. Бер ваҡытта ла "Алам", тимәнем, ахырыһы. Тәүҙә кәләштең кемлеген аңламағанмындыр. Белгәс тә һәр саҡ баш тарта инем. "Әсәй, кәләш алмайым", - тип илағаным хәтерҙә.Үҫмер саҡта ҡыҙҙарға күҙ һала инем һалыуын, тик ғишыҡ утым оҙаҡҡа етмәне: нисек дөрләп ҡабынһа, шул тиклем тиҙерәк һыуынды. Әсе телле еңгәләр, бәлки, һиңә кейәү кәрәктер, тип уҫал шаяртырға ла маташты.Әле дүртенсе тиҫтәне ваҡлайым. Ғаилә ҡорорға ашыҡмағаныма хәҙер бер кем дә аптырамай. Өйләнеп, ҡайҙа алып барайым? Әсәй менән бер бүлмәле фатирҙа йәшәйем. Хәҙер бит килендәр ҡәйнә менән бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәргә атлығып бармай. Гәзит-журналда һирәк булһа ла осраған "Танышайыҡмы?" рубрикаһын ҡарап барам. Бөтәһендә лә тиерлек айырым тораҡлы, эсмәгән-тартмаған, өҫтәүенә, сибәр булған (фото һорайҙар бит) ир-егеттәр "һорау" менән файҙалана. Икенсе төрлө әйткәндә, "идеаль" булырға тейеш. Шундай хат яҙған гүзәл зат үҙе һәр яҡлап та өлгөлө, һоҡланғыс затмы икән? Белһәң ине шуны.Һуңғы осорҙа ил демографияһын күтәреү, халыҡ һанын арттырыу тураһында юғары трибуналарҙан ҡысҡырырға өйрәнеп алдылар. Төрлө төбәктә төрлө программалар, указдар ҡабул итәләр. Икенсе-өсөнсө һәм артабанғы балаларын тапҡан ғаиләгә Әсәлек капиталы бирелә. Хәҙер, ана, икенсе, өсөнсө балаһын табырға йөрөгән оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ урам тулы. Мин хөкөмдар түгел, әлбиттә, береһен дә хөкөм итергә йыйынмайым. Шулай ҙа балалар һаулығын, милләт, киләсәк сәләмәтлеген ҡайғыртыу кәрәк тә баһа.Тыуымды арттырыуҙың төрлө юлдарын тәҡдим итәләр. Хатта төнгөлөккә утты рубильниктан һүндерергә тигәндәре лә юҡ түгел. Был фекерҙән мәғәнә табырға була, һис шикһеҙ. Юғиһә, һәр береһе үҙенең яратҡан телетапшырыуын ҡарап, икеһе ике бүлмәлә йоҡлаған ирле-ҡатынлылар аҙмы ни хәҙер?Шуны аңламайым: власть үҙе бала табырға, ғаилә абруйын күтәрергә саҡыра, ә үҙе халыҡ бала тапмаһын, ғаилә ҡормаһын өсөн бөтәһен дә эшләй. Торлаҡһыҙлыҡ тураһында әйттем инде. "Һәр кем алырлыҡ торлаҡ", тип лаф оралар. Ҡайҙа һуң ул? Минең кеүектәр бер ҡасан да ала алмай уны. Ситкә китеп эшләр инем, әсәйҙе кем ҡарар? Шуға күрә, ун-ун биш мең һумға риза булып эшләргә мәжбүрмен. Эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ, хәйерселек тә ил демографияһын артҡа-түбәнгә һөйрәй. Балалар магазинындағы хаҡтарҙы күргәне бармы икән "бала, бала" тигән чиновниктар? Бала кейеме хаҡы өлкәндәрҙекенән кәм түгел бит хәҙер. Ғүмер үткән һайын тәжрибә арта, тигәндәй, өйләнмәгәнемә һис тә үкенмәйем. Ҡартайған көнөңдә кем бағыр, тиһегеҙҙер. Күҙ күрер. Ана, бер таныш алты балаһы булһа ла ҡарттар йортонда көн күрә. Ғүмер ҡояшым офоҡҡа яҡынлағас, миңә лә шунан бер урын табылыр әле, моғайын...