Яйыҡ
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2020, 12:05

Тәүге һөйөү тарихы

Һәр беребеҙҙең дә тәүге тапҡыр ғашиҡ булған, тәүге тапҡыр һөйөү хистәре кисергән ваҡыттары булған, бар һәм буласаҡ. Кемгәлер тәүге мөхәббәте менән сәстәрен сәскә бәйләп, ғүмерлеккә бергә ҡалыу бәхете эләгә. Кемдер, тәүге мөхәббәтен онота алмай, ғүмере буйы йөрәге янып йәшәй. Ә кемдер ошо саф хистәрҙе, күңеленең төбөнә ҡырҡ ҡатлы йоҙаҡ менән бикләп ҡуя... Бөгөн мин ошо ҡырҡ йоҙаҡлы күңел һандығымды асырға булдым.Бер ҡасан да, бер кемгә лә һөйләмәгән күңел серемде - һеҙҙең хөкөмгә тапшырам.

Һәр беребеҙҙең дә тәүге тапҡыр ғашиҡ булған, тәүге тапҡыр һөйөү хистәре кисергән ваҡыттары булған, бар һәм буласаҡ. Кемгәлер тәүге мөхәббәте менән сәстәрен сәскә бәйләп, ғүмерлеккә бергә ҡалыу бәхете эләгә. Кемдер, тәүге мөхәббәтен онота алмай, ғүмере буйы йөрәге янып йәшәй. Ә кемдер ошо саф хистәрҙе, күңеленең төбөнә ҡырҡ ҡатлы йоҙаҡ менән бикләп ҡуя... Бөгөн мин ошо ҡырҡ йоҙаҡлы күңел һандығымды асырға булдым.Бер ҡасан да, бер кемгә лә һөйләмәгән күңел серемде - һеҙҙең хөкөмгә тапшырам.
Ауылыбыҙҙағы тирә яҡҡа билдәле һөнәрселек училищеһында кемдәр генә уҡыманы икән ? Күпме йәштәр ошонда уҡырға килеп бер берен табышып , ҡауышҡан икән? Күпме ҡыҙҙар , яҙмыштарын осратып , беҙҙең ауыл килене булып ҡалдылар. Ә күпме егеттәр , беҙҙең матур матур ҡыҙҙарыбыҙҙы үҙ яҡтарына алып ҡайттылар икән? Беҙҙең дә үҫеп етеп , училище егеттәре беҙгә күҙ һала башлаған замандар бар ине. Өҫтөбөҙҙә юнле кейемебеҙҙә булманы бит әле, үҙебеҙ егет күҙләгән булабыҙ. Аяҡта резина итек, бөтәбеҙҙә лә тиерлек бер ишерәк шаҡмаҡлы бәлтә. Көҙҙөң, быҫҡаҡлап яуған ямғырына ҡарамаҫтан , урамда ҡойо бысҡылдап ятһа ла,беҙҙең өсөн бер матур мәле . Кис етһә,алдан уҡ соланға йәшереп ҡуйылған , әсәйемдең ҡунаҡҡа ғына ябына торған матур яулығын эләктереп алам да , йылп итеп урамға атылам.Әсәй күрмәҫ борон.Урамға сыҡҡас ҡына яулыҡты ябынам.Яулығын урлап ябынып йөрөгәнде әсәй , белде бит барыбер.- Бибаштаҡ! Осоҡ! Ҡәҙерле яулығымды йәшереп ябынып йөрөй, бисура -тип әрләһә лә ,үҙе ярар ябын тип кире ҡайтауылланы .Яңыраҡ уҡырға килгән,фырт ҡына бер егет бөтәбеҙгә лә оҡшаны бит,әй ! Артынан анауынса ҡыҙ югергәс,егетебеҙ танауын күтәреңкерәп ебәргәндер инде .Эре генә ҡыланды .Үҙемде иҫ китерлек матур тип һанамағас , һауалағы торнаға үрелмәнем ,әирәттәремдең ығы зығыһын ситтән генә күҙәтергә ниәтләнем. Ә егет барыһын да аптыратып мине һайламаһынмы .Әммә, әхирәттәрем егеттең үҙҙәре кеүек сибәрҙәрҙе ашаҡлап үтеп ,мине һайлауы менән ризалашманылар .Миңә ҡаршы оло яу астылар .Егет үҙе лә ,ел ҡайһы яҡҡа иҫһә ,шул яҡҡа ауа торған булып сыҡты. Биш ҡыҙҙың араһында болғанып йөрөй бирҙе.Шунан армияға китте.Уны икенсе ҡыҙҙар оҙатып ҡалды .Киткәнен дә белмәй ҡалғайным ,бер заман һалдат хаттары яуа башланы.Формала төшкән фотоларын һалды , беҙҙең яҡта булмаған ят,матур матур открыткалар ебәрҙе. Мине генә яратыуын белдереп, үҙен көтөп алыуымды үтенгән хаттар көн һайын тиерлек килде.Ошондай уҡ йөкмәткеле хаттарҙың ҡалған дүрт ҡыҙға ла килеүен аҙағыраҡ белдек.Фото һорағас , үҙем өсөн ҡәҙерле булған иң матур фотомды ебәрҙем.Ҡалай матурайғанһың.Командир фотоңды алды ла бирмәй,әллә ғашиҡ булды инде һиңә тип көлөп яҙҙы.Әллә ниндәй командирға кәрәгем бер тиндер инде,кеше яратҡан ҡыҙының фотоһын ят кешегә бирмәй,тимәк һин мине алдайһың тип ысынлап асыуландым мин уға.Хат һайын шул командирын ҡыҫтыра ине,аҙаҡҡы хаттарына бөтөнләй яуап бирмәнем.Күңелемә ниндәй көслө дауыл яҡынлашҡанын,йөрәгемдең ҙур тетрәнеү кисерәсәген мин белмәй инем әле... Бишебеҙҙең башын әйләндерә торғас,ике йылы үтеп тә киткән икән. Ошо ғүмер эсендә беҙ ҙә үҫеп еттек,доньяға ҡараштар ҙа үҙгәрҙе.Алһыу күҙлектәрҙе сисеп ырғыттыҡ.Ҡолаҡтарыбыҙҙа көс еткеһеҙ булып һәлберәп торған лапшаларҙы ашлыһыу биҙрәһенә һелкеп төшөрҙөк. Бының мөхәббәт тә, яратыу ҙа түгеллеген аңлағайным инде мин.Әле ҡасан ғына ,төн йоҡоларын осорған баллы татлы мөхәббәт хаттары ҙур ауыҙлы мейес тамағына ырғытылды. Ялҡынланып янған ут,мәскәй әбейҙекеләй телдәре менән һәр бер ҡағыҙ киҫәген эләктереп, йотоп ҡына торҙо.Минән башҡа ҡалған дүрт ҡыҙ кейәүҙә ине инде.Күмәк егеттәр һәм ҡыҙҙар клубтан көлөшә көлөшә югерешеп сығып киләбеҙ, инеп килеүсе һалдатҡа төкөнөм .Йылмайып ,нимәлер әйтергә ауыҙын асып өлгөрмәне,дуҫтарым мине урамға әйҙәне. Фойе уртаһында ҡулдарын йәйеп аптырап тороп ҡалыусыны кемдәр уратып алғандыр , минең өсөн барыбер ине.Биш ҡыҙҙың береһе лә уны көтмәне.Ниңәлер осрашҡан саҡтарҙа ла беҙ ул егетте иҫебеҙгә лә алғаныбыҙ булманысы.Һәр беребеҙ үҙ юлынан китте.Яҙмыш егетте аяманы. Ҡаҡҡыланы,һуҡҡыланы .Ул далалағы ҡамғаҡ кеүек ,ҡайҙа барып һуғылырға белмәй тәгәрләп тик йөрөнө.Өйләнде лә айырҙы,өйләнде лә айырҙы. Етем балалар һанын арттырыуҙа ҙур өлөш индерҙе.Ҡатындарына зарланып ,илай һыҡтай ғүмере уҙҙы.Күптән онотолған да ине инде ул.Яңыраҡ вокзалда торһам,берәү ҡоласын йәйеп килә .Өҫтө таушалған ,һаҡал мыйыҡ баҫҡан,перегар еҫе борҡоп торған әҙәмдән өнһөҙ генә ситкә тайпылдым.Билет алып автобусҡа ҡарай атланым,артымдан ҡалмай һөйләнеп килә әрһеҙләшеп.-Ғүмер буйы эре булдың инде.Кисә ныҡ төшөрөп ташланған,баш ауырта. Илле һум ғына бир инде.Аптырайһы түгел.Шундай заманға килеп еттек бит инде, һәр бер ун ирҙең етәүһе шулай осраған берәүҙән баш төҙәтергә аҡса һорай. Кеҫәмдәге йөҙәрлекте алып, йомарлап ҡулына тотторҙом да инеү яғын ҡараным.Ҡасандыр беҙҙең, йәш ҡыҙҙарҙың йөрәгенә ут һалған , баҫҡан ерендә ут сәсрәткән егетте танырлыҡ түгел ине... Ләкин, мине ул түгел , ә йылдар артында ҡалған уның командиры һағышлы хәтерләүҙәргә һалды.Иҫ китерлек бер нимәһе лә булмаған, ябай ғына ҡыҙҙың фотоһына текләп ултырыусы рус егетен күҙ алдына килтерәм дә,ғәжәпләнеп бөтә алмайым.Ҡыҫыҡ күҙле ,ябай башҡорт ҡыҙында нимә тапты икән ул? Был һорауға мин бер ҡасан да яуап таба алмаясаҡмын... Ул мине эҙләп тапты барыбер. Тик беҙгә осрашырға яҙманы. Ер аяғы , ер башынан , бер башҡорт балаһын эҙләп килеүсе офицерҙы , әсәйем ҡапҡанан да үткәрмәй кире бора. Өйҙә юҡ ул ти. Миңә лә ул киткәндән һуң ғына,ниндәйҙер һалдат килеп йөрөй ине ти. Әсәйҙән шөрләү булғандыр инде ул.Һорашырға ҡыйыулыҡ та етмәгәндер , өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙем.Әммә ...Яҙмыш беҙгә ҡай саҡта мөғжизә бүләк итеп тә ҡуя.Симферопольдән "Севастополь- Өфө- Мәскәү" поезында ҡайтып киләм. Поезд Өфөгә дүрт тәүлек килә. Купела бер һалдат Афганистандан ҡайтып килә, рус әбейе ейәнсәре Ульяна менән һәм мин.Һалдат беҙҙең хәбәргә ҡушылмай,әбей хәбәрҙе ҡоя ғына.Ҡыҙы менән кейәүе хәрбиҙәр,фажиғәле мәрхүм булғандар.Биш йәшлек Ульянаны өләсәһе көтә икән.Ульяна ла телдәр ҡыҙыҡай, минән айырылмай.Йә йырлайыҡ ти йә бейейек.Минән шиғыр ,әкиәт һөйләтә.Шунан коридор буйлап баҫтырышып китәбеҙ.Ишектәре асыҡ купеларҙан пассажирҙар беҙҙе йылмайып күҙәтә. Етер,кешене ҡаңғыртма,тип өләсәһе ҡыҙҙы йоҡларға һалып ҡуя.Мин яңғыҙ ҡалам һәм тәҙрәгә һөйәлеп тышҡа бағам.Поезд үҙ яйына берсә яйлап,берсә шәпләп тыҡылдығы сығып елә бирә.Әкиәт илендәгеләй хозур Ҡырым тәбиғәтен иҫем китеп , тәҙрәнән күҙәтеп киләм.Күрше купенан бер һалдат яныма сығып баҫа.Рус телен вата емерә минең менән һөйләшә башлай .Ҡаҙаҡ егете минән ҡаҙаҡ ҡыҙыһыңмы тип һорай.Ситкә сыҡһам мине гел ҡаҙаҡ ҡыҙына оҡшаталар ине.Юҡ,мин башҡорт ҡыҙы тип яуап бирәм,йәнемә тейгән һорауға асыуланмаҫҡа тырышып.Ҡулындағы блокнотын асып шиғыр уҡып маташҡан булды.Шиғырҙар рус телендә ине.Мин русса яҡшыраҡ беләм,ҡана үҙем уҡыйым тип блокнотын тартып алам да уҡый башланым.Тигеҙ ,матур хәрефтәр менән яҙылған,йөрәккә үтеп инерлек шиғырҙар ине унда.Үҙең яҙҙыңмы тигәнемә ,командирҙыҡы тип яуапланы.- Ааа, мои стихи читаете? тигәнгә тертләп киттем , ҡаушауҙан ни әйтергә белмәй блокнотты хужаһына һуҙҙым.Ҡара сәсле,зәңгәр күҙле ,аҡ йөҙлө матур кеше киң йылмайып тора ине ҡаршымда.Йә,хоҙай! Була бит шундай кешеләр!Йөҙө генә түгел , бөтә булмышы менән балҡып тора ине ул.Эскерһеҙ,ихлас йылмайыу.Шундай яғымлы ҡараштар,эрелектең эҙе лә юҡ. Аҙаҡтан,бик оҙаҡ төштәремә инеп ыҙалатасаҡ мине һаташтырасаҡ зәңгәр күҙҙәр .Йыр кеүек моңло ,наҙлы тауыш...Ҡаушап киттем , юғалып ҡалдым.Башымдан мең төрлө уй үтте. Һиҙҙермәҫкә тырышып үҙен күҙәтәм .Ауыл егеттәренә лә, училищеға килеүселәргә лә оҡшамаған ине ул.Ысын түгелдер был хәл,һаташамдыр ахры. Иҫем китеп ,ҡолап ҡуймайым тип ҡурҡҡайным шул мәлдә.Беләгемде семтейем,үҙемде эстән генә әрләйем.Уян,алйот,уян!Фәрештәләй егет һиңә ҡарамаһа ярар ине.Фотола ғына күреп ғашиҡ булған һәм төпкөл ауылға эҙләп барып, күрешә алмай киткән Алексей менән шулай уйламағанда поезда осраштыҡ.Мөғжизә түгелме ни?Ул саҡтар матур бер төш кеүек кенә хәтерҙә ҡалды инде. Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне... Тамбурҙа торһаҡ проводница әрләй,һыуыҡта тормағыҙ,ҡыҙға һыуыҡ тейҙерәһең тип.Ҡабат вагондын коридорына инеп торабыҙ.Кешеләр үтеп һүтеп тора.Дүрт тәүлек буйына барыһының да яратҡан кешеләренә әүерелдек. Беҙгә һоҡланып ҡаранылар,бер апай күгәрсендәр тип исем таҡты.Проводница ла ҡарап тора беҙҙе тамбурға сығармай.Һыуыҡ ти.-Һин өшөйһеңме ?Кил , ҡосағымда йылытам тип Алексей мине үҙенә тарта, ҡайҙа инде ул кеше алдында егет менән ҡосаҡлашып тороу.Ситкә тартылам. Ул мине вагон ресторанға саҡыра.Ауыл балаһының ресторан тигән һүҙҙән генә лә ҡотом оса.Баш тартам.Уй вайыма ҡуймай , етәкләшеп вагондар аша үтеп , составтың иң аҙағында булған вагон ресторанға инәбеҙ.Симферопольдә аҡсамды йәлләһәм дә сейә төҫөндә матур ғына күлдәк һатып алғайным. Алайҙа алғанмын тип эстән генә ҡыуанам.Күлдәгем үҙемә килешә ине.Аяғымда бейеүселәрҙеке һымаҡ ҡупшы аҡ ҡына итектәр, матур күлдәктә,оҙон сәстәрем таратылған ,йәшмен.Хәрби офицер янында бик яман күренмәгәнмендер тип уйлаған булам.Хәҙер уйлайым. Ул саҡта аҙым һайын уңайһыҙланам.Өҫтәл артына ултырыу менән , официант югереп килеп етте.Мин ашағым килмәй тием, егетем үҙе заказ эшләй . Мин хатта приборҙарҙы ла ҡуллана белмәйем.Оятҡа ҡалып ҡуйырмын ҡурҡышымдан бер нәмәгә лә ҡағылмайым. Стакандағы сокты ғына бер ике уртлайым.Талғын ғына вальс көйө уйнай.Бер ике пар бейеп йөрөй.- Әйҙә, бейейек, тип Алексей мине тартып торғоҙа. Һәм беҙ вальс өйөрөләбеҙ. Бейей белдемме икән?Кешеләр ҡарап ултырғас ҡаушағаным хәтерҙә. Тиҙ генә арыным.Ҡуй, бейемәйек. Мин бейей белмәйем , тип шыбырлайым.Ул өндәшмәй миңә йылмайып ҡарай. Мине оҫта ғына итеп өйөрөлдереүен белә.Һәм беҙ өйөрөләбеҙ, өйөрөләбеҙ,өйөрөләбеҙ...Поезд төнгө икелә Өфөгә килеп етте.Тышта декабрь айы,сатлама һыуыҡ.Ул мине оҙатып сыҡты. Мине ҡайнар ҡосағына алып күкрәгенә ҡыҫты, күҙҙәремә башҡаса күрмәҫтәй булып ҡараны, ҡулдарымды оҙаҡ ебәрмәй торҙо. Хәйер, оҙаҡлап хушлашып торорлоҡ ваҡыт та булманы, поезд ни бары ун биш минут ҡына торҙо.Тәҙрәнән иптәштәре, тороп ҡалаһың бит ,тип ҡысҡырыша башлағас ҡына ,инде ҡуҙғалып китә башлаған поездың тамбурына һикереп менде лә- Жди меня , я за тобой приеду ! тип ҡысҡырҙы.Был беҙҙең тәүге һәм һуңғы осрашыуыбыҙ булды. Ул ваҡытта телефондар юҡ ине шул. Хаттар ғына алыҫ араларҙы яҡынайта ине. Хатты көн һайын яҙҙы, бер юлы икешәр өсәр хат килә ине.Йәмле йәй етеп, тиҙҙән отпуск алам,киләм тигән хат һуңғыһы булды...Мине күктәргә күтәргән,атлап түгел осороп йөрөткән тәүге һөйөү фажиғәле тамамланды. Бәлки ул мине ташлаһа,йәки икенсегә алыштырһа еңелерәк булыр ине. Иҫтәлеккә уның йөрәк түренән сыҡҡан шиғырҙары яҙылған блокноты, фотолары,хаттары ғына ҡалды.Ул хаттар инде күп уҡылыуҙан сепрәккә әйләнеп бөткәндәр, ҡайһы бер урындары күҙ йәштәренән юйылғандар инде.Зәңгәр күҙле рус егете алыҫ томандар артында ҡалды... Поезд күҙҙән юғалғансы перронда баҫып торҙом.Ул саҡтағы хәлемде хәҙер килештереп яҙып аңлата алмайым.Жди меня !!! Жди меня !!! Ошо тауыш оҙаҡ йылдар ҡолағымда сыңлар.Поезд китте. Тыҡ,тыҡ.Тыҡ,тыҡ.Китте.Үҙе менән мине өҙөлөп яратыусы ,минең ҡәҙерле кешемде алып китте...Башҡаса бер ҡасан да әйләнеп килмәҫкә китте...Үҙем дә һиҙмәҫтән бик йыш артыма әйләнеп ҡарай башланым түгелме?Автобус ҡуҙғалғас ,тәҙрәгә күҙ һалдым.Баяғы иҫерек миңә ихлас ҡул болғай ине. Ирекһеҙҙән күҙҙәремә йәш тулды .Ошо кеше сәбәпсе булғайны түгелме һуң, күп йылдар элек ,зәңгәр күҙле тәүге һөйөүемде осратыуыма .Әсәһе Надежда Константиновна улын ерләгәндән һуң миңә хаттар яҙҙы.Ленинградҡа үҙ янына саҡырҙы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы бара алманым.Йәшлегем менәндер ,ҡайғы кисергән әсәне йыуата белмәнем ...Ғүмеремдең иң матур бер миҙгеле булып йөрәк төбөндә ҡалды ул мәл...Бер ваҡытта ла ҡабатланмаясаҡ мәл ...
Миңзифа Ҡашҡарова.
Читайте нас: