Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2020, 12:35

Ашығыс хәбәр итегеҙ!

Урмандарыбыҙҙа мониторинг башҡарыла

Әлеге мәл районыбыҙҙың һунар ерҙәрендә мониторинг тикшереүҙәре (өҙлөкһөҙ күҙәтеү) алып барыла. Сәбәбе – йәнә баш ҡалҡыта башлаған сусҡаларҙың Африка чумаһы. Һамар өлкәһендә ҡыҫҡа ғына ваҡытта 43 сығанаҡ асыҡланды. Төп таралыу юлдары – ҡыр сусҡалары, уларҙы кәсеп итеүсе һунарсылар һәм итен ашаусылар. Шуға ла, берәйһе атып алһа, башта ветеринарҙарҙан тикшертергә бурыслы хәҙер. Урманда ҡыр сусҡаһының мәйетенә тап булғанда ла хәбәр итер кәрәк. Тикшереү түләүһеҙ. Был эш БР Ауыл хужалығы министрлығы эргәһендәге Ғәҙәттән тыш ведомство-ара комиссия ҡарарына ярашлы башҡарыла.
Урмандарҙағы мониторинг ҡоштарға ла ҡағыла. Беҙгә йәнәш Силбе өлкәһендә һәм Ҡурғанда - 4, Төмәндә – 3, Омск өлкәһендә 23 (!) ҡош киҙеүе сығанағы асыҡланған бит. Был һалыу кешегә лә тура күсеүе мөмкин. Шуға ла урманда тап булған ҡош мәйете тураһында ветеринарҙарға хәбәр итер кәрәк.
Үҙҙәре үлеп ятҡан ҡош түшкәләре тураһында һүҙ бара, һунарҙа атып алынған ҡор-үрҙәктәрҙә киҙеү инфекцияһы булыуҙың әллә ни ҡурҡынысы юҡ,ти. “Кемдер шөбһәләнә икән,был төр һунар табышын да килтерһен, тикшербеҙ!” – тинеләр ветстанцияла. Бөтә төр белешмәләр алыу өсөн телефон номеры - 6-12-56.
Мониторинг эшендә булышлыҡ итеүҙе һорап Учалы ветеринария станцияһы начальнигы Радис Таһиров тереклек донъяһын һаҡлау буйынса дәүләт инспекторы Александр Банновҡа, Учалы районының һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы етәксеһе Андрей Макеровҡа рәсми хат менән мөрәжәғәт итте. Әлбиттә, үрҙә иҫәпләнгән хәл-ваҡиғаларға тап булған айырым граждандар ҙа ситтә ҡалырға тейеш түгел инде.
Йорт хужалыҡтарында ла тәртипте көсәйтер кәрәк. Районыбыҙҙа әлеге мәл 45 482 баш ҡош-ҡорт иҫәпләнә. Иҫәпкә алыныу-алынмауын, артыуы-кәмеүен, ҡайҙандыр килтерелеүен, ҡайҙалыр алып кителеүен күҙәтеү ҡатмарлыраҡ бөгөнгө көндә, сөнки, малдан айырмалы рәүештә, әлегә идентификация саралары башҡарылмай. Сусҡалар төбәгебеҙҙә, шөкөр тип әйтәйек, ни бары 58 баш ҡалған. Барыһына ла биркалар ҡуйылған. Сусҡа чумаһының кешеләргә әллә ни ҡурҡынысы юҡ, тип иҫәпләнә, әммә беҙҙең биләмәләр аша республикаға был “иҡтисади диверсияға тиң” инфекция үтә икән, рәхмәт әйтмәйәсәктәре алдан билдәле!
Шуға ла әлеге мәл ветеринария ҡағиҙәләрен теүәл күҙәтеү айырыуса зарур. Учалы ветстанцияһының табип-эпизоотологы Самат Әлхәмов тәү сиратта түбәндәге талаптарҙы үтәү кәрәклеген билдәләне:
-ҡош һәм сусҡаларҙы бикле көйөнсә аҫрарға, ҡырағай йәнлек йә ҡоштар менән осрашыу мөмкинлеген ҡалдырмаҫҡа;
-кәсеп ителгән ҡыр сусҡаларын ветеринарҙар тикшермәйенсә тороп, итен ашамаҫҡа, башҡаса эш итмәҫкә;
-имен төбәктәрҙә етештерелгән мал аҙығын һәм емде ҡулланырға, ашатыр алдынан бешерергә;
-ветеринарҙар менән алдан килешмәйенсә ситтән мал, ҡош-ҡорт, мал аҙығы ташымаҫҡа;
-йорт хужалығындағы мал, ҡош-ҡортто иҫәпкә ҡуйыу тәртибен тайпылышһыҙ үтәргә.
“Ҡоторған вирус” тың осона сыҡмай тороп, исмаһам, мал эпизоотиялары ҡупмай торһон инде! Һүҙ барған сусҡа тағуны кешегә йоҡмай тиһәләр ҙә, вирустар туҡтауһыҙ мутациялаған дәүерҙә ни генә булмаҫ, әле яңы ғына ковид тураһында ла бер ни белмәй инек бит! Ә сусҡа менән кеше организмдары биохимия йәһәтенән ныҡ оҡшаштар.... Ҡош киҙеүе тураһында әйтеп тораһы ла юҡ – әлеге лә баяғы вирустар таратҡан, кеше өсөн үтә ҡурҡыныс сир.
Читайте нас: