Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2020, 10:55

Хеҙмәтсәндәргә – яңы офоҡтар

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың тармаҡ-ара институты “Благовещенск тимер-бетоны” акционерҙар йәмғиәте эшселәрен“Хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү өсөн мәшғүллеккә булышлыҡ итеү һәм хеҙмәт баҙары һөҙөмтәлелеген күтәреү” федераль проекты сиктәрендә уҡыта башланы. Был “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Ошо көндәрҙә Башҡортостандың тармаҡ-ара институты “Благовещенск тимер-бетоны” акционерҙар йәмғиәте эшселәрен
“Хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү өсөн мәшғүллеккә булышлыҡ итеү һәм хеҙмәт баҙары һөҙөмтәлелеген күтәреү” федераль проекты сиктәрендә уҡыта башланы. Был “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Уҡытыу программаһы акционер йәмғиәтенең бар үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып башҡарылған. Дәрестәр тауар сифаты контроле һәм технологик процесс, яңы һанлы технологияларҙы ҡулланыу, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү өлкәләре буйынса алып барыла, хеҙмәттә заман алымдарына өйрәтә.
Белем биреү һаҡсыл етештереүсәнлек талаптарына ярашлы профессиональ компетенцияларҙы үҫтереүгә лә йүнәлтелгән: сифатлы тауар етештереү менән бер рәттән, заман менән бергә атларға кәрәк. Программаны үҙләштереп бөткәс, имтихан форматында үткән мотлаҡ аттестация менән тамамланасаҡ.
Һынауҙарҙы уңышлы тапшырғандан һуң, эшсәндәр Башҡортостандың тармаҡ-ара институтының квалификацияны күтәреү тураһындағы танытмаһын аласаҡ. Әйткәндәй, был белем биреү учреждениеһы ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылыусы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектының федераль программаларында уңышлы ҡатнашыуы менән билдәле.
Һандарға килгәндә, халыҡ мәшғүллеге инфраструктураһын яңыртыу төбәк проекты сиктәрендә республиканың 12870 гражданы белем эстәгән. Унан тыш, яңы форматтағы мәшғүллек үҙәктәре булдырыу ҙа күҙаллана. Улар эшһеҙлек хәүефе һәм һөҙөмтәһеҙ мәшғүллек осраҡтарында ярҙамға килергә тейеш. Был ойошмалар эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәре Башҡортостандың айырым мәшғүллек үҙәктәрендә пилот проекттары барышында һыналасаҡ, уңышлы булған осраҡта, башҡа район-ҡалаларҙа ла таратыласаҡ.
"Башҡортостан"
Фото: gbi-rb.ru
Читайте нас: