Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2020, 12:40

Башҡортостанда Сибай театры актеры Марс Итбаев ваҡытһыҙ арабыҙҙан китте

Башҡортостанда Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры актеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Марс Итбаев донъя ҡуйҙы. Уға 50 йәш ине.

Башҡортостанда Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры актеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Марс Итбаев донъя ҡуйҙы. Уға 50 йәш ине.
Актерҙың коллегалары хәбәр итеүенсә, унда коронавирус инфекцияһы булған, һуңғы көндәрҙә ул дауаханала ятҡан.
Марс Салауат улы Итбаев 1970 йылдың 21 ғинуарында Өфөлә танылған режиссер Салауат Итбаев ғаиләһендә тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Р.В. Исрафилов курсын) тамамлаған. Йүнәлтмә буйынса Сибай театрына эшкә ебәрелгән һәм унда 30 йылға яҡын эшләгән.
Марс Итбаевты Ейәнсура районында ерләйҙәр.
«Башинформ» агентлығы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
https://www.bashinform.ru/news/1496741-v-bashkirii-bezvremenno-skonchalsya-akter-sibayskogo-teatra-mars-itbaev/
Читайте нас: