3 декабрь Өфө ҡалаһында «Һылыуҡай-2020» башҡорт һылыуҙары конкурсы финалы үтәсәк. Быйылғы бәйге туған телде, милли йолаларҙы, тардицияларҙы, башҡорт ҡыҙҙары матурлығын пропагандалау, йәштәрҙе төрлө ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеү маҡсатында беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙа.
Ошо уңайҙан матурлыҡ конкурсына кастинг (алдан һайлау) иғлан ителде. Гүзәллек бәйгеһендә кейәүгә сыҡмаған, балалары булмаған, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған 16-нан 25 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Уларҙың башҡорт телендә иркен һөйләшеүе, башҡорт халҡы тарихын һәм мәҙәниәтен белеү, тәбиғи матурлығы, буйы 165 сантиметрҙан да кәм булмауы мөһим, тип әйтелде.
Учалы ҡыҙҙары, Әбйәлил, Белорет, Бөрйән районы ҡатнашыусылары менән берлектә 4 октябрь Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында сығыш яһаясаҡ. Ҡатнашырға теләүселәр беҙгә мөрәжәғәт итһен”, - тинеләр Учалы районы мәҙәниәт бүлегендә..
Белешмәләрҙе район мәҙәниәт бүлегенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге рәсми сәхифәһендә алырға мөмкин - https://vk.com/id262332193
Ҡурҡмағыҙ, ҡуйылған шарттарға тура киләһегеҙ икән, ҡатнашығыҙ! Был осраҡта, исем өсөн генә түгел, ысынында ла иң мөһиме еңеү түгел, иң мөһиме – үҙеңде күрһәтеп, ҡалғандарға ҡарап ҡайтыу. Ә ҡыҙҙар барыһы ла матур ул, айырыуса – Учалы районында.