Яйыҡ
+22 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2020, 17:30

Планетаның иң көслө кешеһе Учалыға килә!

Планетаның иң көслө кешеһе, Рәсәй спортсыһы, йәмәғәт эшмәкәре Эльбрус Ниғмәтуллин Учалыға килә! Билдәле спортсыны күрергә теләһәгеҙ, 24 сентябрь 17.00 сәғәттә ҡаланың саңғыроллер трассаһына килегеҙ.

#скандинавскаяходьба #эльбруснигматуллин#зож
Планетаның иң көслө кешеһе, Рәсәй спортсыһы, йәмәғәт эшмәкәре Эльбрус Ниғмәтуллин Учалыға килә! Билдәле спортсыны күрергә теләһәгеҙ, 24 сентябрь 17.00 сәғәттә ҡаланың саңғыроллер трассаһына килегеҙ. Был көндө Эльбрус Ниғмәтуллин яҡташтарыбыҙға скандинавия атлауы буйынса дәрес үткәрәсәк. Биләдле булыуынса, быйыл бәһлеүән Башҡортостанда халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү һәм һаулығын нығытыу маҡсатында «Эльбрус Ниғмәтуллин менән скандинавия атлауы» мәктәбен асҡан. Эльбрус Хәмит улы үҙенең командаһы менән оҫталыҡ дәресе уҙғарасаҡ һәм скандинавия атлау техникаһына өйрәтәсәк. Арабыҙҙа скандинавия атлауы менән шөғөлләнеүселәр бихисап, шуға ла тәжрибәле инструкторҙан бушлай дәрес алып ҡалырға теләһәгеҙ, ашығығыҙ!
Читайте нас: