Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2020, 13:15

Скверҙа һыйыр баштары...

“Был ниндәй ҡырағайлыҡ?..” – тип хәбәр итә урындағы халыҡ социаль селтәрҙә.

“Был ниндәй ҡырағайлыҡ?..” – тип хәбәр итә урындағы халыҡ социаль селтәрҙә.
Ишембайҙағы Юрий Гагарин исемендәге скверҙа билдәһеҙ әҙәм һыйыр баштарын ташлаған. “Был ниндәй ҡырағайлыҡ? Гагарин скверында һәм уның эргә-тирәһендә ун башҡа яҡын һыйыр башы ташланған. Берәҙәк эттәр менән ҡырағай ҡоштарға был, әлбиттә, шатлыҡ. Ә бына кешеләргә нисек?” – тип яҙған фотография авторы.
Был хәл күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырған. Комментарийҙарҙа кемдер сквер хакимиәтенә шылтыратырға тәҡдим итә, кемдер сүп-сар ташламаҫҡа һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡларға саҡыра.
Әйткәндәй, һуйылған мал ҡалдыҡтарын утилләштереү буйынса санитария ҡағиҙәләре бар. Уларға ярашлы, бының менән белгестәр шөғөлләнергә тейеш. Юғиһә, был ҡалдыҡтарҙың эргә-тирәләгеләр өсөн хәүефкә әйләнеүе ихтимал...
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: