Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2020, 10:26

Ҙур күләмдә наркотик һаҡлай

Яҡташыбыҙ өс йылға ултыртыла

Ҡайһы-бер гүзәл зат вәкилдәре, “Мин бит ҡатын-ҡыҙ, миңә бер ни булмаясаҡ!” – тип хилафлыҡ ҡылыуҙан әллә ни тартынмайҙар.
Ҡайһы саҡ, бәлки, улай ҙа булалыр, әммә мәгәр наркотиктар тураһында һүҙ сыҡһа, бер кем менән дә “әпәкәй-сәпәкәй” тип тормайҙар.
Учалы район судынан белдерҙеләр: 17 сентябрь суд үтеп, утыҙ йәшлек ҡатын ҙур күләмдә наркотик һаҡлаған өсөн 3 йылға иркенән мәхрүм ителгән. Шартлы рәүештә түгел – холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәреләсәк. РФ Енәйәт кодексының 228-се статьяһы буйынса яза алды, 10 йылға ла ултыртыуҙары мөмкин ине. Тилерткес матдәне үҙе өсөн генә тотҡанда ла. Ә бына наркотиктар менән сауҙа тураһында һүҙ сыҡһа, ғәйеплене 20 йылға тиклем дә төрмәгә ебәреүҙәре мөмкин. Был хәшәрәттән ни тиклем арыраҡ, шул тиклем яҡшыраҡ инде!
Читайте нас: