Яйыҡ
-11 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2020, 11:35

Яуапһыҙ мөхәббәт тарихы

Был тарихты миңә йәше 40-ты үткән, үҙ эшен асып, тормошта урынын тапҡан, ике балаһын матур итеп тәрбиәләгән ҡатын һөйләгәйне. Нурзиләнең мөхәббәт бәйәнен иҫем китеп, кино кеүек күҙ алдымдан үткәреп тыңлағайным.

Был тарихты миңә йәше 40-ты үткән, үҙ эшен асып, тормошта урынын тапҡан, ике балаһын матур итеп тәрбиәләгән ҡатын һөйләгәйне. Нурзиләнең мөхәббәт бәйәнен иҫем китеп, кино кеүек күҙ алдымдан үткәреп тыңлағайным.
“Икенсе класта уҡығанымда үҙемдән бер йәшкә өлкән малайға күҙ һалдым. Эй ныҡ оҡшай! Тәнәфестә бер генә күреп ҡалһам да, ҡанатланып йөрөйөм. Ринатҡа оҡшар өсөн матур кейенергә, сәсемде төрләндереп үрергә тырышам. Үҙем хистәремде белеп ҡалмаһын тип ҡурҡам, оялам. Бала ғына килеш оҡшатһам да, был тойғо ҙур кластарға еткәс тә һүрелмәне. Бәләкәйҙән ныҡ хисле булдым: берәй нәмәгә шатланһам, йә йырлап ебәрәм, йә бейеп китәм.
Бер мәл, мин – етенселә, Ринат һигеҙҙә уҡығанда, мәктәптә бейеү түңәрәге асыласағы тураһында хәбәр иттеләр. Матур ғына бер апай килеп, класс һайын йөрөп, балаларҙы һайлап алды. Һайлауҙы үткәндәр араһында мин дә, Ринат та бар ине. Тәүге дәрестә был апай яңы бейеү һаласаҡбыҙ, тип әйтте һәм беҙҙе парҙарға бүлде. Һәм бына мөғжизә: мин Ринат менән тура килдем! Бәхетемдән күктең етенсе ҡатында инем! Был көндө берәй нимә өйрәндекме-юҡмы – уныһын иҫләмәйем, әммә Ринат менән парлап бейейәсәгебеҙҙе күҙ алдына килтереп, ҡыуанып-шатланып йөрөнөм, мәктәптән атлап түгел, осоп ҡайттым! Бәлки, тап ошо бейеүҙән һуң ул миңә иғтибар итер, тип хыялландым.
Тик был бәхет оҙайлы булманы: бейеүсе апай башҡаса мәктәптә күренмәне, парлы бейеү һалынманы. Ә минең яуапһыҙ мөхәббәтем туғыҙ йыл – тәүҙә Ринат, унан мин мәктәпте тамамлап, һәр ҡайһыбыҙ үҙ юлыбыҙ менән киткәнсе дауам итте. Уҡып һөнәр алдым. Шамил исемле ауылдаш егеткә кейәүгә сыҡтым, ике бала таптым. Тик тормош иптәшемдән уңманым, эсте, ҡул күтәрҙе. Былай йәшәп булмауын аңлап, ике баламды алып район үҙәгенә күсеп киттем. Әлбиттә, ҡалала мине бер кем дә көтөп тормай ине, шулай ҙа тырышып-тырмашып тормошомдо яйға һалдым: эш тә булды, йәшәр мөйөш тә табылды. Балалар үҫә төштө, буш ваҡытымда төрлө ҡул эштәре менән булыша, бәйләм бәйләп һата башланым, тәҙрә пәрҙәләре тегергә оҫтарып алдым. Заказдар артҡас, төп эшемдән китеп, бәләкәй генә ателье асып ебәрҙем. Тиҙҙән яныма ярҙамсы алдым.
Бер мәл әсәйем сирләп киткәс, эргәһендә булайым әле тип, бер нисә көнгә ауылға ҡайттым. Көтмәгәндә магазинда Ринат менән осраштыҡ. Кибеттән бергә сыҡтыҡ. - Нурзилә, ә һин үҙгәргәнһең. Нисек үҙеңә элек иғтибар итмәнем икән? - ти. Һөйләшеп, бергә атланыҡ. Ҡатыны менән айырылған, әле әсәһе менән йәшәй икән. Бер аҙ һуҡмыш та кеүек, шуға батырланып алғандыр инде.
- Әйҙә, кис осрашайыҡ, автобус туҡталышына кил. Көтәм, - тине.
Был хәбәргә аптыраным. Ни уйларға ла белмәнем. Бына минең яуапһыҙ бала саҡ мөхәббәтем! Ул эргәмдә генә баҫып тора, мине осрашыуға саҡыра. Ә бит ошо һүҙҙәрҙе күпме көткәйнем, беҙҙең осрашыуҙы төрлөсә хыял иткәйнем!
...Туҡталышҡа сыҡтым. Әммә ул кистә түгел, иртәгәһенә иртәнсәк. Мине күреп, Ринат та сыҡҡан ине. Һүҙ берекмәне. Мин район үҙәгенә юлланған автобусҡа ултырып киттем, ә бала саҡ мөхәббәтем ҡараштары менән оҙатып тороп ҡалды. Теге саҡтағы ялҡынлы хистәремдең йылдар артында ятып ҡалыуын, бәлки, күптән янып юҡҡа сығыуын аңлағайным инде...”
Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас в