- донъя яңылыҡтары: Көнбайыш илдәре тилерә башланымы, тип тә уйларлыҡ. Данияла бер-нисә йыл элек жирафты һуйғандан тамаша яһап, бала-сағаны йыйғандар ине, йәнәһе лә, тормошто белеп үҫергә тейештәр. Ә бына яңыраҡ, балалар өсөн тәғәйен телетапшырыуға саҡырылған әҙәмдәр шыр-яланғас сисенә, йәнәһе, күрегеҙ, ҡәҙимге кешеләрҙең тәне ошолай була. Был шаҡшы сараның бер генә ыңғай яғы була тиерлек: балалар, интернетта камил кешеләрҙе күп күреп, ә мин ниңә улай түгел, тип бошоналар икән. Бында иһә, тәндәрендә тимгел-таптар булған, ҡорҙаҡтары һалынып төшкән, кәрерәк аяҡлы кешеләрҙе күреп, тынысланырҙар, тип иҫәп тотҡандар. Европала “бодипозитив” тигән күренеш йәйелә бара – үҙ тәнең нисек бар, шуның менән ҡәнәғәт булыу. Тик был да ике осло инде – физкультураға, дөрөҫ туҡланыуға, гигиенаға иғтибар кәмей барасаҡ.